Авионика: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Авионика''' (ингл. {{lang-en|aviation electronics}} — авиация электроникаһы), [[осоу]] аппараттарының электрон приборҙары, ҡоролмалары, системалары һәм комплекстары йыйылмаһы.
 
== Ҡыҫҡаса белешмә ==
Авионика саралары осоу аппараты хәрәкәтенең параметрҙары, уның агрегаттары һәм системаларының торошо, тирә‑йүндәге һауа һәм метеорологик шарттар тураһыдағы мәғлүмәттәрҙе үлсәү, үҙгәртеү, тапшырыу, эшкәртеү һәм тасуирлау өсөн хеҙмәт итә. Авионика составына түбәндәгеләр инә: осоу һәм [[энергия]] ҡулайламаһының тартыуы (осоуҙың төп фазаларында хәрәкәтте оптимизациялау) менән идара итеүҙең электрон‑дистанцион системаһы; электронлы индикация (тактик хәлде һәм техник системаның торошон баһалау өсөн осоу күрһәткестәрен сағылдырыу) системаһы; пилотаж (осоу м‑н идара итеү системаларының башҡарыу элементтары м‑н бәйләнешле эшләй торған һәм осоуҙы планлаштырыусы һәм тәьмин итеүсе датчиктар, иҫәпләгестәр, индикаторҙар һәм идара итеү пульттары йыйылмаһы) һәм навигация (осоу аппараттарының ергә ҡарата торған урынын, тиҙлеген һ.б. [[навигация]] параметрҙарын билдәләү өсөн тәғәйенләнгән техник саралар йыйылмаһы) комплекстары; радиоэлектроник ҡорамалдар комплексы ([[радиолокация]] һәм [[радиобәйләнеш]]); радиоэлектрон көрәш саралары; ғәҙәти булмаған хәлдәр тураһыда иҫкәртеү, ҡоралдар менән идара итеү, бәйләнеш саралары менән идара итеү тураһындағы мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү һәм идентификациялау системалары. Авионика сараларын интеграциялау бер‑береһенә буйһоноп эшләүсе бер иш булмаған күп машиналы борт иҫәпләү комплексы (осоу менән идара итеү, навигация, борт системаларының эшләүен һәм контролен тәьмин итеү, автоматик идара мәсьәләләрен хәл итеү) сиктәрендә башҡарыла.
 
==Башҡортостанда авионика ==
Башҡортостанда[[Башҡортостан]]да пилотаж‑навигация һәм иҫәпләү саралары [[1960 йылданйыл]]дан алып уйлап табыла һәм етештерелә. Навигация комплекстарын уйлап табыусы һәм Рәсәйҙә цифрлы иҫәпләү борт машиналарын һәм автопилоттарҙы етештереүсе төп пр‑тиеларҙың береһе булып [[Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе]] тора. 70‑се йылдар башынан “Молния”«Молния» ҒПП‑нда осоу аппараттарының энергия ҡулайламалары менән идара итеү өсөн тәғәйенләнгән цифрлы борт иҫәпләү машиналары эшләнә. 80‑се йылдар уртаһынан Рәсәйҙә етештерелгән пилотаж комплекстарының 90%‑ы ӨПЭПБ‑ла һәм “Молния”«Молния» ҒПП‑нда сығарыла.
 
Башҡортостанда пилотаж‑навигация һәм иҫәпләү саралары 1960 йылдан алып уйлап табыла һәм етештерелә. Навигация комплекстарын уйлап табыусы һәм Рәсәйҙә цифрлы иҫәпләү борт машиналарын һәм автопилоттарҙы етештереүсе төп пр‑тиеларҙың береһе булып [[Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе]] тора. 70‑се йылдар башынан “Молния” ҒПП‑нда осоу аппараттарының энергия ҡулайламалары менән идара итеү өсөн тәғәйенләнгән цифрлы борт иҫәпләү машиналары эшләнә. 80‑се йылдар уртаһынан Рәсәйҙә етештерелгән пилотаж комплекстарының 90%‑ы ӨПЭПБ‑ла һәм “Молния” ҒПП‑нда сығарыла.
 
[[Категория: Авиация]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Авионика» битенән алынған