Авионика: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
 
==Ҡыҫҡаса белешмә==
Авионика саралары осоу аппараты хәрәкәтенең параметрҙары, уның агрегаттары һәм системаларының торошо, тирә‑йүндәге һауа һәм метеорологик шарттар т‑дағытураһыдағы мәғлүмәттәрҙе үлсәү, үҙгәртеү, тапшырыу, эшкәртеү һәм тасуирлау өсөн хеҙмәт итә. Авионика составына түбәндәгеләр инә: осоу һәм энергия ҡулайламаһының тартыуы (осоуҙың төп фазаларында хәрәкәтте оптимизациялау) м‑нменән идара итеүҙең электрон‑дистанцион системаһы; электронлы индикация (тактик хәлде һәм техник системаның торошон баһалау өсөн осоу күрһәткестәрен сағылдырыу) системаһы; пилотаж (осоу м‑н идара итеү системаларының башҡарыу элементтары м‑н бәйләнешле эшләй торған һәм осоуҙы планлаштырыусы һәм тәьмин итеүсе датчиктар, иҫәпләгестәр, индикаторҙар һәм идара итеү пульттары йыйылмаһы) һәм навигация (осоу аппараттарының ергә ҡарата торған урынын, тиҙлеген һ.б. навигация параметрҙарын билдәләү өсөн тәғәйенләнгән техник саралар йыйылмаһы) комплекстары; радиоэлектроник ҡорамалдар комплексы (радиолокация һәм радиобәйләнеш); радиоэлектрон көрәш саралары; ғәҙәти булмаған хәлдәр т‑датураһыда иҫкәртеү, ҡоралдар м‑нменән идара итеү, бәйләнеш саралары м‑нменән идара итеү тураһындағы мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү һәм идентификациялау системалары. А.Авионика сараларын интеграциялау бер‑береһенә буйһоноп эшләүсе бер иш булмаған күп машиналы борт иҫәпләү комплексы (осоу м‑н идара итеү, навигация, борт системаларының эшләүен һәм контролен тәьмин итеү, автоматик идара мәсьәләләрен хәл итеү) сиктәрендә башҡарыла.
 
==Башҡортостанда авионика ==
 
Башҡортостанда пилотаж‑навигация һәм иҫәпләү саралары 1960 йй. алып уйлап табыла һәм етештерелә. Навигация комплекстарын уйлап табыусы һәм Рәсәйҙә цифрлы иҫәпләү борт машиналарын һәм автопилоттарҙы етештереүсе төп пр‑тиеларҙың береһе булып [[Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе]] тора. 70‑се йй. башынан “Молния” ҒПП‑нда осоу аппараттарының энергия ҡулайламалары м‑н идара итеү өсөн тәғәйенләнгән цифрлы борт иҫәпләү машиналары эшләнә. 80‑се йй. уртаһынан РФ‑та етештерелгән пилотаж комплекстарының 90%‑ы ӨПЭПБ‑ла һәм “Молния” ҒПП‑нда сығарыла.
 
[[Категория: Авиация]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Авионика» битенән алынған