Ерек (ағас): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Addbot (фекер алышыу | өлөш)
ә Bot: Migrating 73 interwiki links, now provided by Wikidata on d:q25239 (translate me)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
39 юл:
 
 
'''Ерек'''({{lang-ru|Ольха}}, {{lang-la|Alnus}}) — [[ҡайындар ғаиләһе]]нә ҡараған еүеш, һыулы ерҙә, яр буйҙарында үҫә торған мурт ағас. Бейеклеге 20 метрға етә.

Март -апрель айҙарында сәскә ата, емеше октябрҙә өлгөрә. Февраль-мартта улар осоп таралалар. Ерек йылға, күл буйҙарында, быуа ситтәренә үҫә.
 
50 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда аҡ ерек һәм ҡара йәки һаҙ ереге таралған.Ҡыҙыл китапҡа инеүсе ҡыҙыл еректәр бик һирәк. 60—200 йәшкә етеүсе яҡтылыҡ яратҡан япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры ҡуйы, йомортҡа, тар пирамида йәки цилиндр рәүешендә, олоно төҙ, тармаҡлы, оҙонлоғо 5—20 м, диам. 60 см тиклем. Ҡайырыһы ҡара йәки һорғолт-көрән. Япрағы эре, овал йәки йомро, бысҡы ситле, сиратлы, оҙон һаплы. Сәскәһе айырым енесле: ата сәскә 3—6‑шарлап — үренделәрҙең өҫкө өлөшөндә урынлашҡан һырғаларға, инә сәскә үренделәрҙең аҫҡы өлөшөндә суҡҡа йыйылған башаҡтарҙа тупланған. Иртә яҙҙа япраҡ ярғанға тиклем сәскә ата, емеше октябрҙә өлгөрә. Инә башаҡтар үҫеп, февраль—мартта өлгөрөүсе ҡуш емешкә (“тубырсыҡтарға”) әйләнә. Емеше – сәтләүек. Йылға һәм шишмә ярҙары буйында, һаҙлыҡлы тупраҡтарҙа үҫә; Башҡортостандың бөтә биләмәһендә лә таралған. Йырындарҙы һәм битләүҙәрҙе нығытыу өсөн, үҙағасы фанера, мебель етештереү өсөн ҡулланыла. Ҡайырыһы һәм ҡуш емештәре тире дуплау өсөн яраҡлы. Баллы, һитә биреүсе дарыу үҫемлеге.
{{Биофото|Illustration Alnus glutinosa0.jpg|left|текст=Ҡара ерек. {{Бот.илл.|3}}|color=#BBDD99}}
 
[[Категория:Башҡортостан ағастары]]
[[Категория:Үҫемлектәр]]
[[Категория:БерёзовыеҠайын һымаҡтар]]
[[Категория:Евразия флораһы]]
[[Категория:Төньяҡ Америка флораһы]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ерек_(ағас)» битенән алынған