Комета: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
2 юл:
'''Коме́та''' (от {{lang-grc|κομήτης|komḗtēs|сәсле, ялбыр}}) — һуҙылған конус киҫеме орбитаһы буйлап Ҡояш тирәләй хәрәкәт итеүсе ҙур булмағын күк есеме. [[Ҡояш]]ҡа яҡынлашҡанда ул өйөр ҡиәфәтенә керә һәм ҡайһы саҡта ҡойроғо барлыҡҡа килә.
== Өйрәнеү тарихы ==
Күктә сағыу күк есеменең барлыҡҡа килеүе кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Уларҙың хәҙәти булмаған күренеше хөрәфәт тыуҙырған һәм хафаға һалған. Боронғо кешеләр уның пәйҙә булыуын афәт һәм һуғыш булыуы менән бәйләгән. Яңырыу осоронда [[Тихо Браге]] өйрәнгәс, кометалар күк есеме статусын ала<ref>G. Ranzini — Atlante dell' universo./ Пер. с итал. Г.Семёновой. — М.:Эксмо, 2009. — С. 88.</ref>.
== Кометаның ядроһы ==
Кометаның ҡаты ядраһы, ғәҙәттә 1 – 10 км була. Ядро боҙҙан, туңған газдарҙан һәм башҡа матдәләрҙең ҡаты өлөштәренән тора.
[[Ҡояш]]ҡа яҡыныйған һайын ядро йылына һәм уның матдәләре парға әйләнә. Ядро тирәләй газ тышсаһы барыҡҡа килә һәм оҙон ҡойроҡ хасил була. Кометаның ҡойроғо икәү, береһе газдан, икенсеһе туҙандан тора. Кометаның ҡойроғо барлыҡҡа килеүе шулай аңлатыла.
[[Файл:Cometorbit-ru.png|thumb|350px|Кометалар һуҙылған эллиптик орбита буйынса хәрәкәт итә.]]
== Кометаның ҡойроғо ==
Кометаның ҡойроғо газ һәм туҙандар тора. Ул һәр ваҡыт Ҡояштан кире яҡҡа йүнәлгән була. Комета Ҡояштан алыҫлашҡан һайын уның ҡойроғо менән газ тышсаһы юҡҡа сыға бара.
Ҡояш йылыһы тәьҫирендә күп кометалар юҡҡа сыға бара. Уларғың өлөшсәләре [[ғаләм]] киңлегенә һибелә. Һайһы саҡта улар Ер атмосфераһына үтеп инәләр. Ҡараңғы төндә яҡты һыҙат булып күк йөҙөндә күренәләр. Был күренеште йөндоҙ атылыу тип атайҙар.
23 юл:
 
{{Ҡояш системаһы}}
 
[[Категория:Космос]]
[[Категория:Астрономия]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Комета» битенән алынған