Таһирова Майя Афзал ҡыҙы — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
("'''Таһирова Майя Авзал ҡыҙы''' —— РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ…" исемле яңы бит булдырылған)
 
1943 йылда Ленинград хореография училищеһынан Өфөгә һәләтле балаларҙы һайлап алыу өсөн комиссия килә. Һынау үтеүселәр исемлегенә Майя ла эләгә. Төньяҡ баш ҡалала үткән йылдарын ул һуңынан тормошоноң иң сағыу өлөшө тип атай. Легендар уҡытыусы-хореограф А.Я Ваганова класында уҡыу бәхете тәтей уға.
Өфөгә ҡайтып, егерме өс йыл Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә бик күп гүзәл образдар тыуҙыра. Балет алиһәһе театрҙағы иң шәп партнеры тип ун биш йыл бергә йәшәгән тормош иптәшен – Илдус Хәбировты атар булған. Майя Авзал ҡыҙы, сәхнәнән киткәс, ижади ғүмерен оҙайтып, сәнғәт серҙәрен башҡаларға ла төшөндөрөү мөмкинлеген бик ҡыуанып ҡабул итә. Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә егерме биш йылдан ашыу педагог-репетитор булып эшләй. Үҙен һәр яҡлап та аса алған һәләтле йондоҙ былар менән генә лә сикләнеп ҡалмай, Мәскәү театр сәнғәте институтына (ГИТИС) уҡырға инеп, балет тәнҡитсеһе һөнәрен үҙләштерә. Мәҙәниәтебеҙ тарихына мираҫҡа башҡорт балеты эшмәкәрҙәре хаҡында ихлас фекерле, тәрән өйрәнеп яҙылған әллә күпме мәҡәләләр ҡалдыра. Олоғайғас, йәштәр эргәһендә булғым килә тип, Р.Нуриев исемендәге башҡорт хореография училищеһында художество етәксеһе булып эшләй.
 
Эшмәкәрлеге
* Мария («Бахчисарайский фонтан» Б. Асафьева)
* Одетта-Одиллия («Лебединое озеро» П. Чайковского)
* Жизель («Жизель» А. Адана)
* Сари («Тропою грома» К. Караева)
* Джульетта («Ромео и Джульетта» С. Прокофьева)
* Никия («Баядерка» Л. Минкуса)
* Эсмеральда («Эсмеральда» Ц. Пуни)
* Хасинта («Лауренсия» А. А. Крейна)
* Ледяная дева («Сольвейг» Э. Грига)
* Зәйтүнгөл, торналар башлығы («Журавлиная песнь» Л. Степанова и З. Исмагилова)
* Гөлнәзирә («Гөлнәзирә» Н. Сабитов)
* Ғәлимә («Ҡара йөҙҙәр» Х. Заимов һәм А. Чугаева)
 
 
 
==Наградалары==
 
* РСФСР-ҙың атҡаҙанған артискаһы (7.06.1955)
* Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
* Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (1969)
 
 
Первая исполнительница партий Айсылу («Люблю тебя, жизнь» Н. Сабитова) и Зульхабиры («Страна Айгуль» Н. Сабитова).
12 260

үҙгәртеү