Смаҡов Илфаҡ Мөжип улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
19 юл:
[[Саҡмағош районы]]ның [[Рапат ауылы]]нда тыуып үҫкән. Мәктәптең туғыҙынсы синыфында уҡығанда, [[Өфө]]лә һәләтле уҡыусыларҙың республика олимпиадаһында беренсе ҙур уңышҡа ирешә. Башҡорт халыҡ йыры «Азамат»ты һәм Әкрәм Даутовтың «Әсәйемә хат»ын иҫ киткес оҫталыҡ менән башҡарып, бәйгенән лауреат исеме менән ҡайта. [[Өфө сәнғәт училищеһы]]нда, мөғәллимә [[Миләүшә Мортазина]] класында уҡый. Училищела белем алғанда, төрлө дәрәжәле ижад бәйгеләрендә ҡатнаша. Дүртенсе курста уҡығанда Мәскәүҙә, эстрада артистары Бөтә [[Рәсәй]] ярышында дипломант исеме ала.
 
Илфак Смаков [[196? йыл]]дан башлап, ғүмеренең азағына тиклем [[Башҡортостан дәүләт филармонияһы]]ндә хеҙмәт итә. Илфак Смаковтың концерт репертуарында [[Башҡортостан]] композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре һәм башҡорт, татар халыҡ йырҙары өҫтөнлөк итә. Башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙе үҙ концерт программаһы менән урап сыға. Илфак Смаков башҡарыуындағы «Еҙ ҡыңғырау моңдары», «Зимфираҡай», «Һин ҡайтманың», «Ел, ерәнем», « Былбылым», «Тыуған илем», «Һиндер ул тип уйланым», «Дуҫтарыңды онотма», «Әҡлимә», «Әйткән инең», « Аҡ пароход», «Өфө йүкәләре» (Рим Хәсәнов музыкаһы), «Һиңә тағын мин бер киләм әле» (Назар Нәжми шиғыры, Рим Хәсәнов музыкаһы) кеүек тиҫтәләрсә популяр йырҙары татар һәм башҡорт йыр сәнғәтенең алтын фондына ингән.
 
[[Категория:Башҡортостан Шәхестәре]]