Смаҡов Илфаҡ Мөжип улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Смаков Илфак Мөжип улы''' — башҡорт эстрадаһының күренекле йырсыһы, Рәсәй Фе…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Смаков Илфак Мөжип улы''' — башҡорт эстрадаһының күренекле йырсыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡазанған, БашкортостандыңБашҡортостандың халыҡ артисы.
 
[[Саҡмағош районы]]ның [[Рапат ауылы]]нда тыуып үҫкән.
Мәктәптең туғыҙынсы синыфында уҡығанда, Өфөлә һәләтле уҡыусыларҙың республика олимпиадаһында беренсе ҙур уңышҡа ирешә. Башҡорт халыҡ йыры «Азамат»ты һәм Әкрәм Даутовтың «Әсәйемә хат»ын иҫ киткес оҫталыҡ менән башҡарып, бәйгенән лауреат исеме менән ҡайта. Өфө сәнғәт училищеһында, мөғәллимә Миләүшә Мортазина класында уҡый. Училищела белем алғанда, төрлө дәрәжәле ижад бәйгеләрендә ҡатнаша. Дүртенсе курста уҡығанда Мәскәүҙә, эстрада артистары Бөтә Рәсәй ярышында дипломант исеме ала.
Илфак Смаков [[1963 ]]йылдан башлап, ғүмеренең азағына тиклем Башҡортостан дәүләт филармонияһындә хеҙмәт итә. Илфак Смаковтың концерт репертуарында Башҡортостан композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре һәм башҡорт, татар халыҡ йырҙары өҫтөнлөк итә. Башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙе үҙ концерт программаһы менән урап сыға. Илфак Смаков башҡарыуындағы «Еҙ ҡыңғырау моңдары», «Зимфираҡай», «Һин ҡайтманың», «Ел, ерәнем», « Былбылым», «Тыуған илем», «Һиндер ул тип уйланым», «Дуҫтарыңды онотма», «Әҡлимә», «Әйткән инең», « Аҡ пароход», «Өфө йүкәләре» (Рим Хәсәнов музыкаһы), «Һиңә тағын мин бер киләм әле» (Назар Нәжми шиғыры, Рим Хәсәнов музыкаһы) кеүек тиҫтәләрсә популяр йырҙары татар һәм башҡорт йыр сәнғәтенең алтын фондына ингән.