Рәмиев Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
7 юл:
Төркиәлә уҡып ҡайтҡандан һуң Закир Рәмиев тыуған иленә ҡайта һәм күпмелер ваҡыт [[Орск]]иҙа йәшәй. Бында ул сауҙа менән шөғөлләнә, йәйҙәрен алтын приискыһында үткәрә, Төркиәнән ҡайтҡандың икенсе йылына сауҙагәр Бурнаевтың ҡыҙы Мәхүпъямалға өйләнә. Уларҙың һигеҙ балалары тыуа.
Ҡыштарын Закир Рәмиев ғаиләһе менән бергә [[Ырымбу]]рҙа йәшәй, ижади һәм хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Уның өйөндә татар интеллигенцияһының алдынғы вәкилдәре йыйыла. Ул күп уҡый, [[Европа]] буйлап сәйәхәт ҡыла, үҙ шиғри әҫәрҙәрен ижад итә. Дәрдмәнд
Закир йәмәғәт тормошонда әүҙем кеше була
[[1918 йыл]]дың [[23 ғинуар]]ында Ырымбурҙа бөтә власть большевиктар ҡулына күсә. «Ваҡыт» һәм «Шура» сығыуҙан туҡтай. Шәхси типографияһын эшсе, крәҫтиән һәм һалдат депутаттары Советына тапшырып, 59 йәшлек Закир Рәмиев Ырымбурҙағы йортон, милкен, бай китапханаһын ҡалдырып, ғаиләһе менән Орскиға күсенә.
Ул үҙ-үҙенә бикләнмәй. Орскиҙа милли эштәр буйынса йәш, белемле комиссар Абдулла Дәүләтшин менән аралаша, урындағы интеллигенция менән осраша. [[1921 йыл]]дың көҙөндә Ырымбурға барып, ваба сиренән үлгән оло ҡыҙы Өммөгөлсөмдө ерләп ҡайтҡас, Закир Рәмиев ҡаты сирләп китә һәм бер аҙнанан вафат була. Был 1921 йылдың 9 октябрендә була. Хәҙерге [[Башҡортостан]] территорияһында үҙ аҡсаһына тиҫтәләгән мәсет, мәктәп һәм дауаханалар төҙөгән, татар һәм башҡорт халҡының мәҙәниәтен, мәғарифын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән патриоттың йөрәге тибеүҙән туҡтай. Уны [[Татарстан]]да ғына түгел, Башҡортостанда ла хөрмәтләп иҫкә алалар.
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
[[Категория:Башҡортостан Шәхестәре]]
|