Аллаярова Нажиә Һибәт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Аллаярова Нажия Һибәт ҡыҙы''' — [[БАССР]]-ҙың халыҡ, [[РСФСР]]-ҙың атҡаҙанған артисткаһы.
 
[[Учалы районы]]ның [[Яңы Байрамғол (ауыл)| Яңы Байрамғол ]] ауылында 1936 йылда тыуҙы <ref name=''>[http://minkult-rb.ru/news/5/1639/ Звёзды башкирской оперы Нажия Аллаярова и Нина Бызина]</ref>.
 
Мәктәптә генә уҡып йөрөгән сағында уға [[ Мәскәү]]ҙә [[Башҡортостан мәҙәниәте]] һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыу бәхете лә тейә. [[Өфө сәнғәт училищеһы]]нда һәләтле ҡыҙ [[Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы ]] класына эләгә. Уҡытыу дәүерендә бик күп йондоҙҙар ҡабыҙасаҡ педагогтың тәүге уҡыусыларының береһе була ул. Нажия Аллаярова училищены, артабан Мәскәүҙең Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтын тамамлап, сирек быуат [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]]нда эшләй. Сыңғырлап торған саф тауышлы артистка классик опера репертуарын да, башҡорт халыҡ йырҙарын да, композиторҙар әҫәрҙәрен дә берҙәй оҫта башҡарыуы менән билдәле. Тормош юлдашы — композитор Абрар Ғабдрахманов ижад иткән йырҙар һәм романстар уның репертуарының ҙур өлөшөн тәшкил итә.