Дауытов Нур Әсғәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Дауытов Нур Әсғәт улы''' —— Башҡорт композиторы һәм музыканты. 1956 йылдың…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
1982-1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында музыкаль етәксе вазифаһында эшләй. 1987 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем – [[Өфө сәнғәт училищеһы]]ның инструментовка һәм партитураларҙы уҡыу класы буйынса уҡытыусыһы. Хәҙер ул училищеның үҙ предметын бик яҡшы белгән төп уҡытыусыларының береһе булып тора, уның күп уҡыусылары бик яҡшы музыканттар булып китте.
Нур Дауытовтың ижади, ижтимағи һәм концерт эшмәкәрлеге киң һәм төрлө. Ул Нефтекама ҡалаһында «Дуҫлыҡ моңо» Халыҡ-ара фестивален башлап ебәреүселәрҙең береһе һәм уның даими жюри ағзаһы, Сибай ҡалаһында «Ирәндек моңдары», Октябрьский ҡалаһында «Ҡурай байрамы» һәм башҡа бик күп конкурстар ағзаһы. Үткәрелгән сараларҙың барыһында ла Дауытов жюри ағзаһы ғына түгел, үҙ әҫәрҙәрен башҡарыусы булараҡ та ҡатнаша. Йыш ҡына ул Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡалаларында һәм ауылдарында үҙ концерттары һәм ижади отчеттары менән сығыш яһай.
Нур Әсғәт улының ижади эшмәкәрлеге күп төрлө һәм бер нисә жанрҙы үҙ эсенә индерә. Уның ижады Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй тыңлаусыларына киң билдәле. Композитор республикабыҙҙың төп коллективтары – Башҡортостандың [[Милли симфоник оркестры]], [[Дәүләт академия хор капеллаһы]],[[ Башҡорт дәүләт филармонияһы]], [[Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры]], [[Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры]], ҡайһы бер вокалсылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Дауытовтың ижадында радио һәм телевидениела эш ҙур урын биләй.
Бигерәк тә уның күптән түгел ойошторолған БР Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры менән эшмәкәрлеген билдәләп үтергә кәрәк, уның өсөн ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 20-нән ашыу әҫәр ижад итте. Улар коллектив репертуарына ныҡлы инде һәм уның алтын фонды булып тора.