Ғафаров Фидан Сафа улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Addbot (фекер алышыу | өлөш)
ә Bot: Migrating 1 interwiki links, now provided by Wikidata on d:q4134266 (translate me)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
16 юл:
|Викисклад =
}}
'''Ғафаров Фидан Сафа улы''' — Башҡортостан Республикаһының, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы, [[Салауат Юлаев исемендәге премия]] лауреаты. [[1947]] йылдың [[12 октябрь|12 октябрендә]] [[Башҡортостан]]дың [[Дүртөйлө районы]] [[Яңы Уртай]] ауылында тыуған. Ошо ауылда 7 синыфты тамамлағас 14 йәшендә [[Өфө сәнғәт училищеһы]]на уҡырға килә.1966 йылда училищены тамамлағас [[Башҡорт дәүләт академия драма театры]]на эшкә килә. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә өҫтаһы итеп күрһәтә.
==Репертуары==
Театр сәхнәһендә Ә. Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр» драмаһында Илһам, У. Шекспирҙың «Ромео и Джульетта» трагедияһында (Ш.М. Мортазина ҡуйылышы) Ромео ролдәре менән тәүләп сығыш яһай. Ф. Ғафаров репертуары төрлө жанрлы драма әҫәрҙәрендәге киң темаларға ҡағылған 100-ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала.
Ул башҡарған төп ролдәр: Хәлил (М. Фәйзи «Ғәлиәбаныу»), Искәндәр (Ғ. Ҡотой «Тапшырылмаған хаттар»), Камил (И. Абдуллин «Айһылыуҙың айлы кистәре»), Зөлҡәрнәй (И. Абдуллин «Тиле йәшлек»), Ғәлимйән (Х. Ибраһимов «Башмағым»), Ричард Галин (М. Кәрим «Айгөл иле»), Уҡап (М. Кәрим «Салауат. Өн аралаш төн»), Эрап (М.Кәрим «Ташлама утты, Прометей!»), Мәрәһим (М. Кәрим «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»), Ҡотләхмәт (М. Кәрим «Ҡыҙ урлау»), Зубков (М. Кәрим «Ярлыҡау»), Һалдат (Ә. Мирзаһитов «Әсәләр көтәләр улдарын»), Булат (К. Тинчурин «Зәңгәр шәл») һ.б.
Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләтлеге менән актер башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә. 1991 йылда ул үҙенең «Фидан Ғафаров театры»н ойоштора.
==Бүләктәре==
Фидан Ғафаров РСФСР-ҙың (1984), БАССР-ҙың (1980) һәм Татарстандың (1994) халыҡ артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1972) артисы, Республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981).
 
 
1966 йылда училищены тамамлағас [[Башҡорт дәүләт академия драма театры]]на эшкә килә. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә өҫтаһы итеп күрһәтә.
 
[[Категория:Мәҙәниәт]]