Аллаярова Нажиә Һибәт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Аллаярова Нажия Һибәт ҡыҙы''' —— БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артис…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Аллаярова Нажия Һибәт ҡыҙы''' —— [[БАССР]]-ҙың халыҡ, [[РСФСР]]-ҙың атҡаҙанған артисткаһы.
 
Мәктәптә генә уҡып йөрөгән сағында уға [[ Мәскәү]]ҙә [[Башҡортостан мәҙәниәте]] һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыу бәхете лә тейә. [[Өфө сәнғәт училищеһы]]нда һәләтле ҡыҙ [[Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы ]] класына эләгә. Уҡытыу дәүерендә бик күп йондоҙҙар ҡабыҙасаҡ педагогтың тәүге уҡыусыларының береһе була ул. Нажия Аллаярова училищены, артабан Мәскәүҙең Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтын тамамлап, сирек быуат Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Сыңғырлап торған саф тауышлы артистка классик опера репертуарын да, башҡорт халыҡ йырҙарын да, композиторҙар әҫәрҙәрен дә берҙәй оҫта башҡарыуы менән билдәле. Тормош юлдашы – композитор Абрар Ғабдрахманов ижад иткән йырҙар һәм романстар уның репертуарының ҙур өлөшөн тәшкил итә.
 
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
[[Категория:Башҡортостан Шәхестәре]]