Организм — версиялар араһындағы айырма

11 байт алынған ,  8 лет назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Нет описания правки
Нет описания правки
[[Рәсем:Fungi in Borneo.jpg|thumb|right|175px|Был [[бәшмәктәр]] хужа организмға ҡарата паразит организм булып торалар]]
 
[[Биология]]ла организм тип бөтә төрлө ҡатнаш тере системаны атайҙар (мәҫәлән, [[хайуандар]], [[үҫемлектәр]], [[бәшмәктәр]] йәки [[микроорганизмдар]]). Һәр хәлдә лә, организм уға тәьҫир итеүгә яуап ҡуҙғатыу бирергә, тоҡом ҡалдырыу өсөн үрсергә, үҫергә, нығынырға һәм [[гомеостаз]]ды тотоп торорға тейеш. Организм бер күҙәнәкле була ала йәки, кешеләр кеүек, күп триллион күҙәнәк төркөмдәре булған махсус туҡымалар һәм органдар булып туплана. "«Күп күҙәнәкле"» тип ике йәки күберәк күҙәнәктәрҙән торған организм атала.
 
"«Организм"» термины боронғо грек һүҙенән барлыҡҡа килгән һәм ''орган, ҡорал, хеҙмәтләндереү'' тигәнде аңлата.
 
[[Биологик систематика|Фәни классификация]] буйынса биологияла "«организм"» һүҙе «Ерҙәге тереклек» һүҙенә синоним булып тора. Организмдарҙы күҙәнәктәр төрө буйынса [[прокариот]] һәм [[эукариот]]тарға бүләләр. Прокариот ике айырым төрҙән тора, [[Бактерия]] һәм [[Архей]] майҙансығына ҡарай. Эукариот организмдар мембрана-тышса менән солғап алынған ''ядронан'' һәм ''органеллаларҙан'', атап үткәндә эске бактерияларҙан килеп сыҡҡан ''митохондриялар'' һәм ''пластидтарҙан'' тора. Бәшмәктәр, хайуандар һәм [[үҫемлектәр]] эукариот төрҙәренә ҡарай.
 
== Атаманың мәғәнәһе ==
 
Киң мәғәнәлә, ''организм'' атамаһын «тотороҡло һәм тереклек күрһәткән [[молекула]]лар берләшмәһе» кеүек билдәләү мөмкин. Әммә, ҡайһы билдәләмәләр буйынса вирустар һәм теоретик мөмкин булған органик булмаған антропоген тереклек формалары "организм" атамаһына инмәй. Вирустарҙың үрсеүе хужа-күҙәнәктең биохимик механизмына бәйле.
 
 
Chambers Online Reference ошондай киң билдәләмә бирә: «Организм — үҫеү һәм үрсеү һәләтенә эйә булған теләһә-ниндәй тере структура, мәҫәлән үҫемлектәр, хайуандар, бәшмәктәр йәки бактериялар».
''Суперорганизм'' тип күп кешеләрҙән торған, бергә эшләүсе, берҙәм функциональ, социаль берәмек организм атала.
 
== '''Вирустар''' ==
 
Вирустар күбеһенсә организм тип иҫәпләнмәй, сөнки улар үҙҙәре айырым йәшәү, үҙаллы үрсеү йәки матдәләр алмаштырыу һәләтенә эйә түгел. Был ҡапма-ҡаршылыҡ проблема булып тора, сөнки ҡайһы бер организмдар ҙа айырым йәшәй алмайҙар. Вирустар бер нисә ферменттан һәм молекуланан тороп, тере организмға хас булһа ла, үҙҙәрен формалаштырған органик берләшмәләрҙе синтезлай алмайҙар, метоболизмдары юҡ.
 
== Организм терминологияһы ==
[[Рәсем:Biologic ierarh bash.png|thumb|right|60px]]
 
 
Ер йөҙөндә тереклек иткән барлыҡ организмдар [[таксономия]] тигән фән тарафынан классификациялана. Бөтә организмдар төрлө [[таксон]]дарға йәки филогенетик тармаҡтарға бүленә.
 
Таксон схема рангылары иерархик тәртиптә:
 
# Домендар
# Батшалыҡ
# Тип
# Класс
# Отряд
# Ғаилә
# Ырыу
# Төр
 
== Химия ==
 
Организмдарҙағы ҡатмарлы химик системалар үрсеүгә һәм тере ҡалырға, тотороҡло буларға тип тәртипләштерелгән. Химиялағы молекуляр күренештәр, организмдарҙы аңлауҙа фундаменталь булып тора. Орагнизмдарҙың тирә-яҡ мөхиткә яраҡлашыуы, шунлыҡтан ДНК-лары тере ҡалыуҙары – гендар нигеҙле маҡсаты.
 
 
Организмдар үҙҙәренең барлыҡҡа килеүе менән, матдәләр алмашыуы, һәм ҡалған күп химик күренештәргә, иң мөһиме, ҙур органик молекулаларға бурыслы. Организмдағы ҡатмарлы химик берләшмәләр системаһы, тирә-яҡ мөхит менән аралашыу арҡаһында төрлө рольдар уйнайҙар.
 
== Макромолекулалар ==
 
Организмды барлыҡҡа килтереүсе берләшмәләрҙе макромолекулаларға һәм, бәләкәсерәк молекуларарға бүлеп була. Макромолекуланың дүрт төрө бар: нуклиен кислоталары, аҡһымдар, күмерһыуҙар һәм липидтар (майҙар). Нуклиен кислоталары (башлыса дезоксирибонуклиен кислотаһы, йәки ДНК) нуклеотид бер-бер артлылығы, генетик мәғлүмәтте һаҡлайҙар. Дүрт тип нуклеотидттың (аденин, цитозин, гуанин һәм тимин) билдәле эҙмә-әҙлелеге организмдың үҙенсәлектәре тураһанда мәғлүмәт йөрөтә. Эҙмә-эҙлелек кодондарға (генетик кодтарға) бүленә, ә улары уҙ сиратында өс нуклеотид (триплет) эҙмә-эҙлелегенә бүленә. Ошо өс нуклеотид эҙмә-эҙлеге (триплет) бер аминокислота тураһында код һаҡлай. Шулай итеп, ДНК эҙмә-эҙлеге аҡһым кодын һаҡлай, ә аҡһымдар үҙҙәре аминокислота ҡалдыҡтарынан тора.
Аҡһымдар организмда үҙенсәлекле бер функция үтәйҙәр.
 
Аҡһымдар функциялары буйынса түбәндәге эштәрҙе башҡаралар:
# Организмдағы барған матдәләр алмашыныу реакцияларын ферменттар менән катализлау.
# Структурланған аҡһымдар, тубулин, йәки коллаген кеүек.
# Аҡһымдарҙы регулярлау (күҙәнәктәрҙе регулярлаған циклин кеүек)
# Сигнал молекулалары һәм уларҙың рецепторҙары (гормон һәм уларҙың рецепторҙары кеүек).
# Һөжөм итеүгә ҡаршы торған аҡһымдар, ә улар үҙҙәре эсенә имун системаһындағы антителарҙы ала яла.
 
Липидтар (майҙар) күҙәнәктәге ҡыршағыс булып торған мембрананы барлаҡҡа килтерәләр.
 
== Структура ==
 
Организмдарҙың күбеһе [[күҙәнәк]] тип аталған мономер берәмектәрҙән тора. Ҡайһы берҙәре бер күҙәнәктән генә тора (бер күҙәнәклеләр), а ҡайһылар күп күҙәнәктән торалар (күп күҙәнәклеләр). ''Күп күҙәнәклеләр'', берәй аныҡ эш башҡарыу өсөн махсуслашҡан күҙәнәктәр була алалар. Махсуслашҡан күҙәнәктәр төркөмөнөң туҡыма күҙәнәктәре дүрт башлынғыс типтарҙан тора: эпителий, нервы туҡымаһы, ит туҡылаһы һәм берләштерүсе туҡыма. Бер-нисә туҡыма типтары, берәй аныҡ функция башҡарыу өсөн, орган формаһында бергә эшләй алалар (мәҫәлән, ҡан йөрөтөү өсөн – йөрәк, йәки тышҡы мөхиттән һаҡланыу өсөн – тире).
 
== [[Күҙәнәк|Күҙәнәктәр]] ==
 
[[1839]] Шлейден һәм Шванндың (Schleiden and Schwann) күҙәнәк теоряһына күҙ һалғанда, унда ошондай мәғлүмәттәр бар, «бөтә күҙәнәктәр бер йәки бер-нисә күҙәнәктән торалар; бөтә күҙәнәктәр әлеге ваҡытта булған күҙәнәктәрҙән барлыҡа киләләр; органиҙымға йәшәргә кәрәк булған бөтә фукнциялар күҙәнәк эсендә үтәлә; һәм күҙәнәктәр яңы нәҫел ҡалдыра торған мәғлүмәтте күҙәнәк эсендә һаҡлай».
 
 
Ике төркөм күҙәнәктәр бар: эукариоттар һәм прокариоттар. ''Прокариоттар'' (йәғи ядроһыҙҙар), күбеһенсә, яңғыҙ бер күҙәнәкле итеп көн күрәләр, ә ''эукариоттар'' (ядролылар), күбеһенсә күп күҙәнәкле оргаизмдарҙа булалар. Прокариот күҙәнәктәрҙә ядро мембранаһы булмағанлыҡтан ДНК күҙәнәк эсендә ирекле йөрөй, эукариоттарҙа ядро мебранаһы бар.
Бөтә күҙәнәктәр ҙә бер-нисә мөмкинлекә эйә:
 
* Үрсеү өсөн күҙәнәктәрҙе бүлеү (бинормаль бүленеү, миостаз йәки мейоз);
* РНК ярҙамында ДНК-нан кәрәкле гендарҙы ҡулланып ферменттар, акһымдар яһау;
* Метоболизм, шул иҫәптән, эске күҙәнәк компонентарын яһау өсөн, төҙөлөш сеймалын ҡулланыу, энергия үҙгәртеү, ҡалдыҡ продукттарҙан бушатылау;
* Күҙәнәктең фунцияланыуы химимк энергияны ҡулланыу һәм үҙләштереүенә ҡарай;
* Тышҡы һәм эске тәҫирҙәргә яуап ҡайтарыу, температура үҙгәреү, pH йәки туҡлыҡлы матдәләр үҙгәреүе кеүек.
 
== Ғүмер оҙонлоғо ==
 
Организмдың иң ғәмәли параметры булып ғүмер (йәшәү, тереклек) тора. Ҡайһы бер организмдар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йәшәйҙәр - бер көндән дә кәм, ә ҡайһылары бер-нисә мең йыл йәшәйҙәр (үсемлектәр, бактериялар). Ҡартайыу ғүмер оҙонлоғона иң ҙур йоғото яһай.
 
* ^ esalenctr.org
* ^ Gibsona, Daniel G.; Benders, Gwynedd A.; Axelroda, Kevin C.; et al. (2008). "One-step assembly in yeast of 25 overlapping DNA fragments to form a complete synthetic Mycoplasma genitalium genome". PNAS 105 (51): 20404–20409. doi:10.1073/pnas.0811011106. PMID 19073939. PMC 2600582. http://www.pnas.org/content/105/51/20404.full.pdf.
 
 
== Һылтанмалар ==