Башҡорт алфавиты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
330 юл:
 
== Компьютер технологияларында ҡулланыу ==
[[Файл: KB Bashkir.svg|thumb|250px|right|Windows операцион системаларының Windows Vista версияһынан алып кертелгән башҡорт теле ҡатламы]]
[[Файл:Башҡорт алфавиты.png|thumb|250px|right|Башҡорт алфавиты «PT Serif» шрифт менән яҙылған]]
Компьютер технологияларында кириллик хәрефтәр өсөн ҡулланылған кодлауҙарҙа ([[КОИ8]], [[Windows CP 1251]] һ.б.) кириллик графика нигеҙендә төҙөлгән башҡа тел алфавиттарының үҙенсәлекле хәрефтәре өсөн буш код ҡалмай ([[украин теле|украин]], [[белорус теле|белорус]], [[серб теле|серб]] һәм [[македон теле|македон]] хәрефтәренән башҡа). Һөҙөмтәлә был милләттәрҙең алфавиты өсөн компьютер шрифттарын булдырыуҙы шәхси фирмалар йәки һәүәҫкәр оҫталар үҙ өҫтөнә ала. Хәҙерге көндә башҡорт хәрефтәрен сағылдырған шрифттар бихисап. Әммә барыһының да бик ҙур кәмселеге бар – был шрифттар бер-береһе менән ҡуша ҡулланыу өсөн яраҡлаштырылмаған, йәғни бер шрифттан икенсеһенә күскән хәлдә күпселек символдар мәғәнәһен юғалта. Һәм тағы ла бер кире яғы – был шрифттар ҡайһы компьютерға ҡуйылған, шунда ғына уҡыла, шулай итеп, улар башлыса йыйылған башҡорт текстарын ҡағыҙға баҫып сығарыу өсөн генә яраҡлы.
 
Был проблемалар электрон һүҙлектәр, дөрөҫ яҙыуҙы тикшереү системаларын, башҡорт телендә веб-сайттар булдырыу эшендә тотҡарлыҡ яһай.<ref>[http://www.peoples.org.ru/alfavit.html «Интернет и алфавиты языков России». «Языки народов России в Интернете» сайтында мәҡәлә]</ref>
 
[[Файл: KB Bashkir.svg|thumb|250px|right|Windows операцион системаларының Windows Vista версияһынан алып кертелгән башҡорт теле ҡатламы]]
[[Юникод]] (Unicode) халыҡ-ара кодлау стандарты үрҙә әйтеп үтелгән мәсьәләне хәл итә. Был стандарт бөтә яҙма телдәрҙең хәрефтәрен, иероглифтарын, символдарҙы сағылдырыу мөмкинлеген бирә. Бөгөнгө көндә башҡорт текстын яҙыу өсөн төп операцион системаларҙа, шул иҫәптән Windows-та ҡуйылған Unicode шрифттары ҡулланыла. Шулай, ''Arial Unicode MS'', ''Palatino Linotype'', ''Microsoft Sans Serif'' шрифттары бөтә компьютерҙа ла дөрөҫ сағылдырыла. Әммә башҡорт ҡатламы ({{lang-ru|раскладка}}) булмауы башҡорт хәрефтәрен йыйыуҙы ҡатмарлаштыра. Башҡорт хәрефтәрен яҙыу ысулдары [[Башҡорт Википедияһы]]ның [[Википедия:Башҡортса яҙыу|«Нисек башҡортса яҙырға?»]] мәҡәләһендә һәм [http://bashqort.com bashqort.com] сайтының [http://bashqort.com/bashkortsa-jazyu «Башҡортса яҙыу»] мәҡәләһендә тасуирланған.