Мореснет — версиялар араһындағы айырма

ә
Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
(категория)
ә (Робот: косметик үҙгәртеүҙәр)
[[РәсемФайл:800px-Flag of Moresnet.svg.png|thumb|Мореснетттың рәсми булмаған байрағы (1883)]]
'''Мореснет''' ('''Морне''') йәиһә '''Нейтраль Мореснет''' ('''Нейтраль Морне''') – 3,5 кв. км. ҙурлығындағы [[1816]] йылдан [[1919]] йылға тиклем йәшәгән кес кенә [[Европа]] иле. Уның ике ҙур күршеһе – [[Нидерланд]] һәм [[Пруссия]] - был ерҙәр кемгә тейеш булыуында уртаҡ фекергә килә алмай, һөҙөмтәлә, уны ике ил дә тигеҙ етәкселек иткән нейтраль өлкә яһарға ҡарар итә. Һуңынан был өлкә үҙаллылыҡ ала. Төрлө илдәрҙән ҡасҡалаҡтар Мореснетҡа ағыла, бында полиция булмай, бында йәшәүселәр гражданлығы булмаған кешеләр булып һанала, әммә уның үҙ гербы һәм флагы була. Тик 1919 йылдан һуң ғына – [[Беренсе донъя һуғышы]]нан һуң – [[Версаль Килешеүе]] буйынса Нейтраль Мореснет [[Бельгия]] ҡарамағына күсә.
 
== Барлыҡҡа килеүе ==
[[РәсемФайл:Moresnet.png|thumb|left|Мореснетттың урыны һәм тирә-яғы.]]
[[1815]] йылғы [[Вена конгресы]] барышында Европа картаһы сәйәси көстәрҙең яңыса бүленеүенә яраҡлаштырыу өсөн байтаҡҡа үҙгәртелә. Яңынан һыҙылырға тейеш сиктәрҙең береһе – яңы Нидерланд Ҡушма короллеге һәм Пруссия араһында була. Сиктең күпселек өлөшөндә һәр яҡ та элекке һыҙыҡтар менән ризалаша, тик Мореснет өлкәһендә генә ҡыйынлыҡтар тыуа. Мореснет һәм Яңы Мореснет ауылдары эргәһендә ҡиммәтле [[цинк]] табыу шахтаһы урынлашҡан була. Нидерланд та, Пруссия ла был ятҡылыҡты үҙ өлөшөнә керетергә теләй. [[1816]] йылдың 26 июнендә килешеү юлы табыла: Мореснет өлкәһе өс өлөшкә бүленә. Мореснет ауылы Нидерландтыҡы, Яңы Мореснет – Пруссияныҡы, ә шахта һәм күрше урынлашҡан Келмис ауылы ике яҡ та етәкселек иткән уртаҡ өлкә тип табыла. Сиктәр [[1818]] йылдың 23 сентябрендә рәсми билдәләнә.
 
36 902

үҙгәртеү