Галактика: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
9 юл:
 
== Формаһы һәм составы ==
[[Ҡояш]] Галактика үҙәге тирәләй 220 млн. йыл эсендә әйләнеп сыға. Галактиканың йолдозҙҙар составы ғәйәт күп төрлө. Йондоҙҙарҙың айырым төркөмдәре йәше, химик составы, торошө һәм Галактика үҙәге тирәһендә әйләнеү рәүеше менән бер-берһенән бик ныҡ айырыла. Шул сифатламаға ҡарап, Галактикалағы йондоҙҙар гало, йоҡа диск, ҡалын диск кеүек өс ассистемаға бүленә. Гало ассистемаһын 13—15 млрд. йәштәге иң ҡарт йондоҙҙар тәшкил итә. Уларҙа ауыр элементтар Ҡояштыҡына ҡарағанда бер ярым - өс мәртәбә аҙыраҡ һәм улар һуҙынҡы орбита буйынса хәрәкәт итә. Гало үз эсенә тиҫтә меңдәрсә йондоҙҙо эсенә алған гравитацион бәйләнештәге системаларҙы — шар һымаҡ йолдоҙ тупланышларын ала. Ҡояш йоҡа диск (уның ҡалынлығының яртыһы 1 мең яҡтылык йылынан артмай) ассистемаһына керә. Был ассистемалағы йолдыҙҙар 9 млрд. йәштән дә ҡарт түгел, улар араһында бөтенләй йәш, бер нимә млн. йәштәге йондоҙҙар ҙа осрай. Был хәл Галактикала йондоҙҙар яһалыу дауам итүен раҫлай. Йоҡа диск ассистемаһындағы йондоҙҙарҙың химик составы Ҡояштыҡы кеүегерәк, улар Галактика үҙәге тирәләй түңәрәккә яҡын орбиталар буйынса хәрәкәт итәләр. Был ассистемага йөззәрсә, меңдәрсә йондоҙҙарҙы, ҡайнар йондоҙҙарҙы, пульсарҙарҙы, рентген һәм гамма нурҙары сығанаҡтарын, йондоҙ-ара газ һәм туҙан болоттарын эсенә алған тарҡау йондоҙ тупланмалары керә. Ҡалын дисктағы йондоҙҙар төркөмө (диск ҡалынлығының яртыһы 6 мең яҡтылыҡ йылы самаһы) фәзалағы торошо буйынса уртала, әмма йәше (12—13 млрд. йыл) менән ул йоҡа диск йондоҙҙарына ҡарағанда галога яҡыныраҡ.
 
Галактиканың төзөлөшөн хәҙергесә күҙаллау XX быуаттың 20—30-сы йылдарында Америка астрономдары Х. Шепли һәм Р. Трюмплер тикшеренеүҙәре нәтижәһендә формалаша башлай.Спираль тармактар булыуын [[1951 йыл]]да Америка ғалимдәре У. Морган, С. Шарплесс һәм Д. Остерброк иҫбатлай. Галактиканың үҙәк өлкәһенең беренсе һүрәттәрен 1948 йылда совет ғалимдәре В.Б. Никонов, А.А. Калиняк һәм В.И. Красовский инфракыҙыл нурҙарҙа төшөрөп алалар. [[XX быуат]]тың 40-сы йылдарында немец астрономы В.Г. Бааде, совет ғалимдәре Б.В. Кукаркин һәм П.П. Паренаго Галактикала төрлө йондоҙ төркөмдәре булыу концепцияһын үҫтерәләр.
 
Ҡазан университетында Галактиканы өйрәнеү эштәре [[XIX быуат]]тың 50-се йыллдарында башлана. 1859 йылда М.А. Ковальский Галактиканың әйләнеше тураһындағы идеяны беренсе булып әйтә һәм фазала Ҡояш хәрәкәтен билдәләү ысулын тәҡъдим итә. Уға бәйһез рәүештә Америка астрономы Д.Б. Эри ла шул ук ысулды тәҡъдим итә (Ковальский-Эри ысулы). XX быуттың 20-се йылданда ғына күҙәтеүҙәр нәтижәсендә Галактиканың әйләнеше раҫлана, [[1927 йыл]]да Нидерланд (Голландия) астрономы Я. Оарт Галактиканың әйләнешен тулыһынса иҫбатлай. Ҡазан галимы Ш.Т. Хәбибуллин (1948, В.П. Энгельгардт исемендәге Астрономия обсерваторияһы) Галактикала йондоҙҙар таралыу тығыҙлығын бер нисә йүнәлештә тикшерә. Шунан һуң 1950-801950—80 йылдарҙа Галактикалағы спираль тармаҡтарның торошон һәм рәүешен асыҡлау буйынса тикшеренеүҙәр циклы башлана. [[2000 йыл]]да [[Ҡазан]] ҡала астрономия обсерваторияһы тарафынан ҡалын дисктағы йондоҙҙар төркөмөнөң, гало төркөмөндәге йондоҙҙар кеүек үк, ҡарт булыуын раҫлаған күҙәтеү мәғлүмәте алына.
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Галактика» битенән алынған