Башҡорт алфавиты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
1 юл:
{{Һайланған мәҡәләләргә кандидат}}
[[РәсемФайл:Башкирский-алфавит.jpg|right|300px]]
'''Башҡорт алфавиты''' — [[башҡорт теле]]нең алфавиты. [[Башҡорттар]] төрлө дәүерҙә боронғо төрки руна яҙмаһын, боронғо уйғыр, ғәрәп, латин яҙмаларын һәм кириллица ҡуллана. [[Кирил алфавиты|Һуңғыһы]] — әлеге көндә ҡулланылған алфавит. Был алфавитта 42 хәреф, шуларҙың туғыҙы телдең үҙенсәлекле өндәрен билдәләй — Ә ә, Ө ө, Ү ү, Ғ ғ, Ҡ ҡ, Ң ң, Ҙ ҙ, Ҫ ҫ, Һ һ хәрефтәре.
 
96 юл:
== Алфавит тарихы ==
=== Исламға тиклем ===
[[РәсемФайл: 2313 DREVNETJURK-RUN-PISMO.jpg|thumb|250px|right|Боронғо төрки рун яҙмаһының хәрефтәре]]
[[Ислам|Ислам дине]]н ҡабул иткәнгә тиклем башҡорттар, башҡа төрки халыҡтар кеүек үк, боронғо төрки ырын (рун, руна) яҙмаһын ҡуллана.<ref>[http://xn--80aagbtgxrj0akcl.xn--p1ai/uploads/posts/2011-10/1318919812_s5.jpg Бороғо төрөк ырын алфавиты]</ref><ref>[http://xn--80aagbtgxrj0akcl.xn--p1ai/uploads/posts/2011-10/1318920129_s6.jpg Ырындарҙың өҫтәлмә уҡылыуы, Йыһат Солтановтың кулъяҙмаларынан]</ref> Билдәле яҙыусы, тарихсы [[Йыһат Солтанов]] яҙыуынса, «Ырын» (рун, руна) ғәзиз бабаларыбыҙҙың ағасҡа йә ташҡа ырып яҙыу ысулы ул». Силәнгә — Өргөн (Селенга — Орхон) ырын яҙмалары бөйөк [[Төрк ҡағанаты]] ([[552]] — [[745]] йылдар) дәүерендә барлыҡҡа килгән.<ref>[http://зигатсултанов.рф/roman/selenga/ Йыһат Солтанов. «Ырып яҙған ырындарыбыҙ»]
</ref> Был боронғо төрки алфавитында 37 хәреф булһа, уның 17-һе башҡорт тамғаларына тап килә.
107 юл:
 
=== Ғәрәп яҙылышындағы башҡорт алфавиттары ===
[[РәсемФайл:Bashkir arabic alphabet.jpg|thumb|250px|right| [[1915]]-[[1923]] йылдарҙағы башҡорт алфавиты]]
X быуат баштарында, [[Ислам]] динен ҡабул иткәс, башҡорттар ғәрәп яҙмаһын ҡуллана башлай. Үҙ заманының уҡымышлылары ғәрәп яҙмаһын ҡулланып күп нәмә яҙып ҡалдырғандар, улар араһында тарихи документтар менән шәжәрәләр ҙә, эпос, легендалар һәм башҡалар ҙа бар. Боронғо ҡәбер таштарындағы, һәр төрлө һәйкәлдәрҙәге яҙыуҙар ҙа ғәрәп хәрефе менән башҡарылған.
 
114 юл:
ХVI быуат уртаһында башҡорттар [[Рәсәй|Урыҫ дәүләте]]нә ҡушылғас, батша самодержавиеһы төрки телен рәсми яҙма тел тип таный. Ошо телдә төрлө документтар, манифестар, указдар, өндәмәләр, фармандар, хаттар, шәжәрәләр һәм нәфис әҫәрҙәр һәм башҡа яҙма ҡомартҡылар һаҡланған.
 
[[РәсемФайл: Shezhere jurmati.JPG|thumb|200px|right| Ғәрәп яҙмаһында төҙөлгән юрматы ырыуы шәжәрәһенең бер бите. Р. Г. Кузеевтың «Башҡорт шәжәрәләре» китабынан]]
Башҡорт яҙма әҙәби телен булдырыу йүнәлеше башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы тарихында тәүге тапҡыр XIX быуатта күренекле башҡорт педагогы, мәғрифәтсе ғалим һәм яҙыусы [[Биксурин Мирсалих Мирсәлим улы|Мирсалих Мирсәлим улы Биксурин]]дың эшмәкәрлегендә тормошҡа ашырыла. Башҡорт мәғрифәтселәренән шулай уҡ [[Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев]] ғәрәп алфавитын камиллаштырырға, башҡорт теленә ҡулайлаштырырға ынтыла.
{|
127 юл:
 
=== Латин яҙылышындағы алфавиттар ===
[[РәсемФайл: GIshbulat UkiuKitabi.jpg|thumb|200px|right| Латин алфавитында яҙылған башҡорт китабы. Ғ. Ишбулат «Башланғыс мәктәп өсөн уҡыу китабы», Өфө, Башҡортостан дәүләт нәшриәте, 1934 йыл]]
[[1920]]-се йылдарҙа [[СССР]] халҡының яҙмаһын латиницаға күсереү буйынса хәрәкәт башлана. Был хәрәкәтте совет яҙыусыһы, йәмғиәт эшмәкәре [[Анатолий Луначарский]] яҡлап сыға. [[Владимир Ленин|В.И. Ленин]] шулай уҡ латинлаштырыу яҡлы, әммә был эште [[урыҫ теле]] яҙмаһынан башлауға ҡаршы була. Латинлаштырыу ғәрәп алфавиты нигеҙендәге яҙманы ҡулланған телдәрҙән башлана.
==== Беренсе латин алфавиты ====
335 юл:
Был проблемалар электрон һүҙлектәр, дөрөҫ яҙыуҙы тикшереү системаларын, башҡорт телендә веб-сайттар булдырыу эшендә тотҡарлыҡ яһай.<ref>[http://www.peoples.org.ru/alfavit.html «Интернет и алфавиты языков России». «Языки народов России в Интернете» сайтында мәҡәлә]</ref>
 
[[РәсемФайл: KB Bashkir.svg|thumb|250px|right|Windows операцион системаларының Windows Vista версияһынан алып кертелгән башҡорт теле ҡатламы]]
[[Юникод]] (Unicode) халыҡ-ара кодлау стандарты үрҙә әйтеп үтелгән мәсьәләне хәл итә. Был стандарт бөтә яҙма телдәрҙең хәрефтәрен, иероглифтарын, символдарҙы сағылдырыу мөмкинлеген бирә. Бөгөнгө көндә башҡорт текстын яҙыу өсөн төп операцион системаларҙа, шул иҫәптән Windows-та ҡуйылған Unicode шрифттары ҡулланыла. Шулай, ''Arial Unicode MS'', ''Palatino Linotype'', ''Microsoft Sans Serif'' шрифттары бөтә компьютерҙа ла дөрөҫ сағылдырыла. Әммә башҡорт ҡатламы ({{lang-ru|раскладка}}) булмауы башҡорт хәрефтәрен йыйыуҙы ҡатмарлаштыра. Башҡорт хәрефтәрен яҙыу ысулдары [[Башҡорт Википедияһы]]ның [[Википедия:Башҡортса яҙыу|«Нисек башҡортса яҙырға?»]] мәҡәләһендә һәм [http://bashqort.com bashqort.com] сайтының [http://bashqort.com/bashkortsa-jazyu «Башҡортса яҙыу»] мәҡәләһендә тасуирланған.