Шәкәр кукурузы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
116 юл:
 
== Сәләмәтлек өсөн файҙаһы ==
Кукурузды ысын мәгәнәһендә сәләмәтлекте ҡайғыртыусы тип атарға мөмкин.. Ул – [[йөрәк]] һәм [[ҡан әйләнеше]] системаһына бик тә кәрәкле К витаминының иң яҡшы сығанактарының берһе. Был үҫемлектең тағын бер ыңғай яғы – унда Е витаминының күп булыуы. Был витамин – организмдың ҡартайуын тотҡарлаусы. Кукурузда нервы системаһының алыштырғыһыҙ ярҙамсылары булган В төркөмө витаминнары ла, иммунитетты көсәйтеүсе С витамины ла, һөйәк һәм тештәрҙең ныҡлығын тәьмин итүесе Д витамины ла, шулай уҡ тимер, йөрәкте һаклаусы һәм матдәләр алмашыныуын нормалләштереүсе калий һәм магний ҙа бар. Таҙартылмаған кукуруз майы аппетитты түбәнәйтә һәм ябыҡтырыусы күп диеталарҙа файҙаланыла. Кукуруз ҡыҙҙырған, майлы ризыҡ һәм спиртлы эсемлектәрҙең организмга китергән зыянын кәметергә ярҙам итә. «Баҫыуҙар батшаһы» бауыр һәм үт ҡыуығы эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, шуға күрә уны холецистит һәм гепатиттарҙы булдырмаҫҡа ярҙам итүсе туҡланыу рационына индерәләр. Ваҡланған орлоғо яраларҙы төҙәтергә ярҙам итә, уны дерматиттарҙы (тән боҙолоуы) дауалауҙа ла ҡулланалар. Ә кукуруз сәсе исә (рыльца) һейҙек, үт ҡыуҙырғыс һәм ҡан туктатҡыс, һейҙек һәм үт ҡыуығындағы таштарҙы иретеүсе һәм ағыулануға ҡаршы сара һанала.<ref>[http://tatyash.ru/get.php?12011|21.htm#0 «Кырлар патшасы»]</ref>
[[Файл:Western corn rootworm.jpg|250px200px|thumb|right|Diabrotica]]
 
== Ауыруҙары ==