Бөрйән: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш) табличка |
|||
1 юл:
{{Халыҡ
| название = Бөрйән
| изображение =
| ширина =
| подпись =
| самоназвание = {{lang-ba|Бөрйән}}
| численность = 110000
| расселение = {{Флагификация|Российская Федерация}}<br />
*{{Флагификация|Башҡортостан}}<br />[[Баймаҡ районы|Баймаҡ]], [[Бөрйән районы|Бөрйән]], [[Мәләүез районы|Мәләүез]], [[Күгәрсен районы|Күгәрсен]], [[Көйөргәҙе районы|Көйөргәҙе]] райондары
*{{Флагификация|Оренбургская область}}
| вымер =
| архкультура =
| язык = [[башҡорт теле|башҡорт]]
| раса =
| религия = [[ислам]]
| родственные =
| входит = [[башҡорттар]]
| включает =
| происхождение = иран<ref>Муратов Б.А. Этногенез башкир: историография и современные исследования. 1-й том, проект «Суюн», 2-е издание, исправленное и дополненное. М., Урал, 2013, 267 с., ISBN 9785990458314.</ref>
}}
'''Бөрйәндәр''' — Башҡорт халҡы араһында бөрйәндәр иң күптәрҙән һәм боронғоларҙан иҫәпләнә. Тарихи сығанаҡтар буйынса, ХIХ быуаттың икенсе яртыһында улар 50 – 55 мең кеше иҫәпләнгән. Бөрйәндәр араһында Монаш, Нуғай? Бөрйән, Ямаш, Янһары, Байулы-Бөрйән ырыуҙары киң таралған булған.
Бөрйәндәр, нигеҙҙә, Ағиҙелдең үрге ағымынан башлап көньяҡҡа Яйыҡ буйына тиклем ерҙә йәшәгән. Көньяҡта Оло һәм Кесе Эйек, Юшатыр буйҙарында ла ғүмер иткән. Элек бөрйәндәрҙең байтағы Дим буйында, артабан көньяҡта Туҡ, Оло һәм Кесе Уран буйҙарында, Ырғыҙ, Кәрәлек һәм Кәмәлек буйҙарында урынлашҡан.
Профессор Р. Кузеев бөрйәндәрҙең 490 тамғаһын тапҡан. Улар араһында уҡ башағына оҡшағаны – яғылбай иң киң таралғандарҙан иҫәпләнә.
Боронғо бөрйәндәрҙең этногенетик мәғлүмәттәре уларҙың ата-бабаларының Үҙәк Азияла йәшәүе хаҡында һөйләй.
Беҙҙең эраның тәүге мең йыллығының беренсе яртыһында бөрйәндәр башҡа халыҡтар менән Урта Азияға күсенгән. Тап ошонда уларҙың этник нигеҙе һалынған да инде. Исемдәре лә ошо ваҡыттан бирле йәшәй. Тарихи-этнографик әҙәбиәттә бөрйәндәрҙе көнсығыштағы бурджандар менән сағыштыралар. Бында ниндәйҙер нигеҙлек булырға тейеш. Ҡайһы бер ғалимдар бурджандарҙы Дунай болғарҙары менән тиңләй. Бында улар урта быуаттарҙа йәшәгән Әл-Бәкри һәм Яҡутҡа һылтаналар. Улар бурджандарҙы «румийҙарҙың күршеләре» тип яҙып ҡалдырған. Бурджандарҙың Византия менән күршеләш булыуы һәм уларҙы Дунай болғарҙары менән этник яҡтан бер тигеҙ ҡуйыу тарихи үҫештең һөҙөмтәһе булып тора. Бурджандар сығышы буйынса төрки халыҡтарынан һәм уларҙың тарихы Урта Азия менән бәйләнгән.
== Әҙәбиәт ==
* [http://yeshlek-gazeta.ru/kurultay/5687-yryu-yryu-bulyp.html «Йәшлек» гәзитендә мәҡәлә]
== Иҫкәрмәләр ==
<references/>
== Иҫкәрмәләр ==
{{Викилаштыр}}
|