Башҡорт алфавиты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
99 юл:
[[Ислам|Ислам дине]]н ҡабул иткәнгә тиклем башҡорттар, башҡа төрки халыҡтар кеүек үк, боронғо төрки ырын (рун, руна) яҙмаһын ҡуллана.<ref>[http://xn--80aagbtgxrj0akcl.xn--p1ai/uploads/posts/2011-10/1318919812_s5.jpg Бороғо төрөк ырын алфавиты]</ref><ref>[http://xn--80aagbtgxrj0akcl.xn--p1ai/uploads/posts/2011-10/1318920129_s6.jpg Ырындарҙың өҫтәлмә уҡылыуы, Йыһат Солтановтың кулъяҙмаларынан]</ref> Билдәле яҙыусы, тарихсы [[Йыһат Солтанов]] яҙыуынса, «Ырын» (рун, руна) ғәзиз бабаларыбыҙҙың ағасҡа йә ташҡа ырып яҙыу ысулы ул». Силәнгә — Өргөн (Селенга — Орхон) ырын яҙмалары бөйөк [[Төрк ҡағанаты]] ([[552]] — [[745]] йылдар) дәүерендә барлыҡҡа килгән.<ref>[http://зигатсултанов.рф/roman/selenga/ Йыһат Солтанов. «Ырып яҙған ырындарыбыҙ»]
</ref> Был боронғо төрки алфавитында 37 хәреф булһа, уның 17-һе башҡорт тамғаларына тап килә.
{|
<blockquote>
|{{цитата башы}}
Башҡортостандан көнбайышҡа яҙмаларҙың был төрө йыш ҡына [[Дон]] һәм [[Донец]], [[Днестр]] һәм [[Днепр]] йылғалары һыуы баҫҡан туғайҙарҙа, [[Дунай]]ҙың урта ағышының һул ярында һәм Дунай тамағында осрай. Башҡортостандан көнсығышҡа табан руна яҙмаларын [[Иртыш]] үҙәндәрендә, [[Урта Азия]]ла, [[Алтай]]ҙа, [[Яҡутстан]]да, [[Көнсығыш Төркөстан]]да ([[Ҡытай]]) һәм [[Тибет]]та табырға мөмкин. Яҙмабыҙҙың төп төрө булып руна XV быуат һуңына тиклем хеҙмәт итә.<ref>[http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=1588 Иршат Йәнбирҙин. «БАШҠОРТ ЯҘМАҺЫ... ете мең йыллыҡ тарихҡа эйә», «Киске Өфө» гәзите, №37, 15 - 21 сентябрь, 2012]</ref>
</ref></blockquote>
{{цитата аҙағы}}
|}
Боронғо төрки халыҡтары руна яҙыуынан башҡа тағы икенсе бер төр яҙыу ҡулланған. Ул — боронғо уйғыр яҙыуы, VIII–ХVII быуаттарҙа ҡулланылышта була.<ref>[http://bashgazet.ru/kajdi-den/3377-bashort-bi-tele-nisek-barlya-kilde.html Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов. «Башҡорт әҙәби теле нисек барлыҡҡа килде?», «Башҡортостан» гәзите, 25 май 2012 йыл]</ref>