Каталан теле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
206 юл:
Каталан теленең ике стандарты бар. Беренсеһе, Каталан фәндәре институты (''Institut d'Estudis Catalans, IEC'') стандарты, уртаҡ стандарт булып тора. Орфография ҡағиҙәләрен кодлаштырыусы — Помпеу Фабра (''Pompeu Fabra''). Был тел стандартының нигеҙен Үҙәк диалект тәшкил итә. Икенсеһе, Валенсия телдәр академияһы (''Acadèmia Valenciana de la Llengua, AVL'') стандарты Помпеу Фабраның орфографияһын ҡуллана, әммә был стандарттың нигеҙен көнбайыш каталан теле һәм Валенсияла ҡулланылған каталан теле варианты тәшкил итә.
 
Ике стандарт араһында иң билдәле айырма — тоник баҫым: francès, anglès (IEC) - francés, anglés (AVL), cafè (IEC) - café (AVL) (кофе), conèixer (IEC) - conéixer (белеү), comprèn (IEC) - comprén (AVL) (ул аңлай). Бының сәбәбе: [[латин теле]]нең ''ē'' һәм ''ĭ'' фонемалары әйтелеше ике диалект тармағында айырылыла. Мәҫәлән, көнсығыш тармағында боронғо ''ē'' фонемаһы [ɛ] тип әйтелә, көнбайыш тармағында [e] тип әйтелә. Әммә-ләкин, AVL стандартында был фонема урынына һәр ваҡыт "«è"» яҙыла: què (нимә), València, èter (эфир майы), sèsam, sèrie (сериал), època (йәш).
 
Балеар утрауҙарында IEC стандартының Балеар утрауҙары институтының филология бүлеге тарафынан балеар диалектына яраҡлаштырылған варианты ҡулланыла. Мәҫәлән, IEC стандарды буйынса "«cantam"» һәм "«cantem"» тип яҙырға мөмкин була, әммә балеар стандарты буйынса "«cantam"» дөрөҫөрәк була. Шулай уҡ 1-се заттың хәбәр һөйкәлешендә балеар стандартында ялғау ҡулланылмай: "«jo cant"», "«jo tem"», "«jo dorm"».
 
Альгеро ҡалаһында IEC стандартының Альгеро диалектына яраҡлаштырылған варианты ҡулланыла. Мәҫәлән, билдәлелек артикле стандарт буйынса — ''el'', ә Альгеро вариантында — ''lo'', эйәлек алмашы формалары Альгеро стандарты буйынса — la mia (минең шәхси), lo sou/la sua (уның шәхси), lo tou/la tua (һинең шәхси) һ.б. Тамамланмаған үткән ваҡытта бөтә ҡылымдың зат, һан, заман формаһында -v- ҡулланыла: ''cantava, creixiva, llegiva''; бик күп боронғо һүҙҙәр ҡулланыла: manco (menys), calqui u (algú "«кемдер"»), qual/quala (quin/quina "«ниндәй"») һ.б.
 
== Өн системаһы ==