Хатшепсут: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
110 юл:
Оҙаҡ ваҡыт дауамында Хатшепсуттың мумияһы табылмай. Уның өсөн төҙөлгән ике кәшәнәлә лә мумияһы булмай сыға. Беренсе кәшәнә Тутмос II-нең батшалығы осоронда уҡ әҙерләнә, әммә ул фирғәүенгә әйләнгән ҡатын өсөн яраҡһыҙ була. Тәхеткә ултырғандан һуң, ерләү өсөн икенсе — KV20 кәшәнәһе әҙерләнә башлай. Уны [[1903]] йылда уҡ инглиз египтологы [[Говард Картер]] таба. Ҡайһы бер фараздар буйынса, KV20 кәшәнәһе Хатшепсуттың атаһы Тутсмос I өсөн тәғәйенләнгән була, уны Батшалар үҙәнендә төҙөлгән беренсе батша кәшәнәһе, тип иҫәпләйҙәр. Хатшепсут атаһы менән бер урында ерләнергә теләп, кәшәнәне киңәйткән һәм үҙенең ҡәберен ошонда әҙерләгән булырға тейеш. Әммә, Тутмос III тәхеткә ултырғас, Тутмос I-нең мумияһы KV38 кәшәнәһенә күсерелә, шул уҡ ваҡытта, бәлки, Хатшепсуттың дә мумияһы икенсе урынға күсерелгәндер.
 
2007 йылда египтология өлкәһендә алдынғы белгестәрҙең береһе [[Захи Хавасс]] Хатшепсуттың мумияһы табылыуы тураһында иғлан итә. Уның иҫәпләүенсә, [[Батшалар үҙәне]]ндә табылған KV60 кәшәнәһендәге ике мумияның береһе - батшабикәнеке. Был кәшәнә Хатшепсуттың һөт инәһе Сатра(Ситре) өсөн төҙөлгән булыуы билдәләнә. Бында уҡ тәхет, сенет уйыны һәм Хатшепсуттың исеме яҙылған [[ушебти]] (ерләү фигуркаһы) табыла. Мумияларҙың ДНК анализын Хатшепсуттың мумиялары табылып, аныҡ билдәләнгән туғандарының ДНК анализы менән сағыштырғандан һуң, Сатра саркофагында ятҡан кәүҙә Хатшепсуттыҡы тип раҫлана.
 
ДНК тикшереүҙәре һөҙөмтәһен тағы бер факт дәлилләй — Сатра саркофагындағы мумияның бер теше етмәй. Нәҡ ошо теш, тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә, Дейр әл-Бахри ҡаяһы тарлауығында йәшерелгән ҡумтала табыла. Был ҡумтала Хатшепсуттың исеме менән картуш төшөрөлгән була.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хатшепсут» битенән алынған