Хатшепсут: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
119 юл:
Тутмос III, үгә әсәһе хакимлыҡты уның ҡулынан тартып алыуына үс итеп уның тураһында бөтә яҙмаларҙы, уның һәйкәлдәрен юҡ итергә бойорған, тигән фекер бөгөнгө көндә нығынған. Тик ниңә һуң Тутмос III — Мысырҙың иң уңышлы ғәскәр етәксеһе — үс алыр алдынан егерме йыл буйы көткән? Египтологтар иҫәпләүенсә, уның Хатшепсут исемен тарихтан юйырға тырышлығына сәйәси сәбәптәр булған, һәм был сәбәптәр бөгөнгө көндә аныҡ билдәле түгел.
 
Фараздарҙың береһе буйынса, хакимлығының аҙағына Тутмос III тарихты "«күсереп яҙып"», Хатшепсутты батша ҡатындарына тәғәйен регент титулында ғына ҡалдырырға ниәтләгән. Шулай итеп, Тутмос III үҙенең Тутмос II-нең тура вариҫы булыуын күрһәтмәк булғандыр. Был уның тәхеткә хоҡуғын дәлилләү өсөн кәрәк булыуы мөмкин.
 
Ҡайһы бер белгестәр иҫәпләүенсә, Хатшепсуттың ил менән оҙайлы ваҡыт дауамында уңышлы хаким итеү осрағы Мысыр фирғәүене тәхете өсөн ҡурҡыныс булған — был артабан фирғәүен тәхетен ҡатын-ҡыҙ биләүе мөмкинлеген булдырған. Фирғәүен титулын йөрөтөүгә хоҡуҡ ир-атта ғына ҡалһын өсөн, бәлки, Тутмос III Хатшепсут хакимлығы менән бәйле бөтә эҙҙәрҙе юҡ итә башлағандыр.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хатшепсут» битенән алынған