Хатшепсут: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
31 юл:
 
== Тәхеткә ултырыуы ==
[[РәсемФайл: Sphinx of Hatshepsut.jpg|thumb|right|200px|Хатшепсуттың сфинксы]]
Хатшепсут — ун һигеҙенсе династияның өсөнсө фирғәүене [[Тутмос I]] һәм уның төп ҡатыны [[Яхмес]]тың ҡыҙы. Унан тыш, Тутмос I менән Яхместың тағы бер ҡыҙы һәм ике улы була, әммә улар донъянан иртә китә. Атаһының хакимлығы ваҡытында Хатшепсутҡа «''Аллаһ ҡатыны''» — [[Фива]] Аллаһы [[Амон]]дың иң юғары дини хеҙмәткәре титулы тапшырыла.
 
49 юл:
Хатшепсут хаким иткән осорҙа Мысыр иҡтисади йәһәттән үҫешә, Икенсе үҙгәреш дәүерендә Мысырҙы [[гискостар]] баҫып алғандан һуң өҙөлгән сауҙа бәйләнештәре тергеҙелә.
 
[[РәсемФайл: Luxor, decorations inside the Temple of Hatshepsut, Egypt, Oct 2004.jpg|thumb|right|250px|[[Дейр әл-Бахри]] һарайы стеналарына төшөрөлгән Пунт еренә экспедиция рәсеме]]
Тәхеттә ултырыуының яҡынса туғыҙынсы йылында Хатшепсут [[Пунт]] — «''Алла ере''» тип аталған илгә экспедиция әҙерләй. Был илде хәҙерге картала билдәләүе бик ауыр. Ҡайһы бер ғалимдар уны хәҙерге [[Эфиопия]] йә [[Сомали]] ерендә урынлашҡан, бүтәндәр — хәҙерге [[Ангола]] йә [[Уганда]] ерендә урынлашҡан булған, тип иҫәпләй. Экспедицияға 210 матрос һәм ишкәксе менән биш карап ебәрелә. Пунтта күп төрлө тауарҙар, хуш еҫле үҫемлектәр, ят ағастар, хайуандар, шул иҫәптән [[мирра]] ағасы һатып алына. Төрлө яҙмалар буйынса, был ағастар [[Дейр әл-Бахри]] ҡаяһы итәгендәге ерләү һарайы тирәһенә ултырыла. Пунт еренә йөрөп ҡайтҡан рәссамдар был сәйәхәтте, ят илдең тәбиғәтен Дейр әл-Бахри һарайының стеналарында уйылғән рәсемдәр аша тергеҙә.
 
59 юл:
Күпселек фирғәүендәр өсөн хас булған ғөрөф-ғәҙәт буйынса, Хатшепсут [[Карнак|Карнак һарайында]] төҙөлөш дауам итә. Бында ул [[гискос]]тар баҫҡынлығынан һуң емерелгән Боронғо Мысыр алиһәһе — [[Амон]]дың ҡатыны [[Мут]] ғибәҙәтханаһын, бынан тыш күп һәйкәлдәрҙе тергеҙә. Ҡыҙыл һәм ҡара граниттан Амондың ладьяһы өсөн яңы ғибәҙәтхана төҙөтә, — бөгөнгө көндә ул Ҡыҙыл ғибәҙәтхана исеме аҫтында билдәле. Ғибәҙәтхана таштарында уйып төшөрөлгән рәсемдәр Хатшепсут һәм Тутмос III-нөң бергә хаким итеүен тасуирлай. Бында уҡ батшабикәнең бойороғо буйынса 30 метр бейеклегендәге ике [[обелиск]] ҡуйыла. Уларҙың икеһе лә бөтөн ҙур ҡыҙыл гранит таштан яһала, ә остары ҡояш нурҙарына ялтырап тороусы электрум — [[алтын]] һәм [[көмөш]] эретмәһе менән ҡаплана. Обелисктар өсөн таштар ҡаянан киҫелеп, [[Асуан]]дан [[Нил]] йылғаһы буйлап аҫҡа табан ағыҙыла. Уларҙың береһе һаман урынында тора, ул әлеге көндәргә тиклем тере ҡалған боронғо обелисктар араһында Ер йөҙөндә иң бейеге. Икенсеһе иһә икегә бүленеп, ҡолаған. Обелисктарҙың береһендә ошондай юлдар уйылған:
 
[[РәсемФайл: Karnak temple 12.jpg |thumb|right|200px|Хатшепсуттың [[Карнак һарайы]]ндағы обелискы]]
 
{{цитата|
98 юл:
}}
 
[[РәсемФайл: Hatshepsut temple32.JPG|thumb|right|200px|Хатшепсуттың [[Дейр әл-Бахри]] ҡаяларының итәгендә урынлашҡан һарайы]]
Шулай ҙа Хатшепсут осорынан иң билдәре архетиктура һәйкәле — ул Нил йылғаһының көнбайыш ярында, Батшалар үҙәненә ингән урында, [[Дейр әл-Бахри]] ҡаяларының итәгендә урынлашҡан Хатшепсуттың ерләү һарайы. Хатшепсут уға Джесер-Джесеру — «''Изгеләрҙән изге''» исемен бирә. Был һарайҙың архитекторы [[Сенмут]] — фирғәүен йортонда иң ҙур йоғонтоло кеше була.
 
106 юл:
 
== Үлеме, ерләү һәм мумиялау ==
[[РәсемФайл: SFEC-P-HATSEPSHUT04.JPG |thumb|right|200px|Хатшепсуттың [[Дейр әл-Бахри]]лағы һәйкәле]]
Хатшепсут тәхеттә ултырыуының егерме икенсе йылында үлеп китә. Уның үлеме тураһында төрлө фараздар йәшәп килә, әммә египтология өлкәһендәге иң һуңғы асыштар был фараздарҙы кире ҡаға. [[2007]] йылда Хатшепсуттыҡы тип билдәләнгән мумияны тикшереү һығымталары уйынса, ул илле йәштәр тирәһендә [[ҡан инфекцияһы]] арҡаһында үлгән булырға тейеш. Шулай уҡ ул [[артрит]], теш ауырыуы һәм бәлки [[диабет]] менән ауырыған, тип раҫлай белгестәр<ref>[http://www.reuters.com/article/2007/06/27/us-egypt-queen-idUSL2776273020070627 Tooth clinches identification of Egyptian queen]</ref>.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хатшепсут» битенән алынған