Хатшепсут: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
106 юл:
== Үлеме, ерләү һәм мумиялау ==
[[Рәсем: SFEC-P-HATSEPSHUT04.JPG |thumb|right|200px|Хатшепсуттың [[Дейр әл-Бахри]]лағы һәйкәле]]
Хатшепсут тәхеттә ултырыуының егерме икенсе йылында үлеп китә. Уның үлеме тураһында төрлө фараздар йәшәп килә, әммә египтология өлкәһендәге иң һуңғы асыштар был фараздарҙы кире ҡаға. [[2007]] йылда Хатшепсуттыҡы тип билдәләнгән мумияны тикшереү һығымталары уйынса, ул илле йәштәр тирәһендә [[ҡан инфекцияһы]] арҡаһында үлгән булырға тейеш. Шулай уҡ ул [[артрит]], теш ауырыуы һәм бәлки [[диабет]] менән ауырыған, тип раҫлай белгестәр<ref>[http://www.reuters.com/article/2007/06/27/us-egypt-queen-idUSL2776273020070627 Tooth clinches identification of Egyptian queen]</ref>.
 
Оҙаҡ ваҡыт дауамында Хатшепсуттың мумияһы табылмай. Уның өсөн төҙөлгән ике кәшәнәлә лә мумияһы булмай сыға. Беренсе кәшәнә Тутмос II-нең батшалығы осоронда уҡ әҙерләнә, әммә ул фирғәүенгә әйләнгән ҡатын өсөн яраҡһыҙ була. Тәхеткә ултырғандан һуң, ерләү өсөн икенсе — KV20 кәшәнәһе әҙерләнә башлай. Уны [[1903]] йылда уҡ инглиз египтологы [[Говард Картер]] таба. Ҡайһы бер фараздар буйынса, KV20 кәшәнәһе Хатшепсуттың атаһы Тутсмос I өсөн тәғәйенләнгән була, уны Батшалар үҙәнендә төҙөлгән беренсе батша кәшәнәһе, тип иҫәпләйҙәр. Хатшепсут атаһы менән бер урында ерләнергә теләп, кәшәнәне киңәйткән һәм үҙенең ҡәберен ошонда әҙерләгән булырға тейеш. Әммә, Тутмос III тәхеткә ултырғас, Тутмос I-нең мумияһы KV38 кәшәнәһенә күсерелә, шул уҡ ваҡытта, бәлки, Хатшепсуттың дә мумияһы икенсе урынға күсерелгәндер.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хатшепсут» битенән алынған