Хатшепсут: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Хаким
|вазифа =[[фирғәүен]]е
|ил = [[Боронғо Мысыр]]
|исем = Хатшепсут
|портрет = Osiride head of Hatshepsut 2.jpg
|хакимлыҡ башланғысы = б.э.т. 1503, йә 1479, йә 1490/1489 йыл
|хаҡимлыҡ тамамланыуы = б.э.т. 1482, йә 1458, йә 1468 йыл
|алдағы хаким = [[Тутмос II]]
|вариҫ = [[Тутмос III]]
|балалар = [[Нефрура]]
|династия = ун һигеҙенсе династия
|ир = Тутмос II
|ата тыуған ваҡыты = [[Тутмос I]]
|әсәата = [[ЯхмесТутмос I]]
|әсә = [[Яхмес]]
}}
 
'''Хатшепсут''' ([[Боронғо Мысыр]] теленән ''Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙан иң беренсеһе'' тип тәржемә ителә) — Боронғо Мысырҙың Яңы батшалыҡ дәүерендә хаким итеүсе ҡатын, ун һигеҙенсе династияның бишенсе [[фирғәүен]]е. Хатшепсут, төрлө сығанаҡтар буйынса, йә б.э.т. 1503—1482 йылдарҙа, йә б.э.т. 1479—1458 йылдарҙа, йә б.э.т. 1490/1489—1468 йылдарҙа Мысыр менән хаким итә. Башта ул ҡустыһы һәм ире [[Тутмос II]]-нең улы [[Тутмос III]]-нөң [[регент]]ы була, әммә һуңынан уны тәхеттән ситләштереп, үҙен фирғәүен тип иғлан итә.
 
Боронғо Мысырҙа ҡатын-ҡыҙ юғары статусҡа эйә була, шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың фирғәүен титулына эйә булыуы — ғәҙәти күренеш түгел. Мысырҙа тәхеттәге ҡатынды аңлатыусы һүҙ бөтөнләй юҡ, фирғәүен һүҙе, Мысыр Аллаһы [[Хор]]ҙың ерҙәге кәүҙәләнешен аңлатып, ир-ат хакимдарға ҡарата ғына ҡулланыла. Хатшепсуттан тыш та Мысыр тарихында тәхеткә ултырыуға ирешкән ҡатын-ҡыҙҙар булһа ла, нәҡ Хатшепсуттың хакимлығы иң оҙайлы ваҡытҡа һуҙыла, һәм тарихсылар уның хакимлығын иң уңышлыһы тип таный.
 
== Исеме ==
Боронғо Мысыр телендә фирғәүендең тулы исеме ошолай яҙыла:
Юл 25 ⟶ 28:
: '''Хенеметамон''' — Амон ҡосағына алған
: '''Хатшепсут''' — Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙан иң беренсеһе
 
== Тәхеткә ултырыуы ==
[[Рәсем: Sphinx of Hatshepsut.jpg|thumb|left|200px|Хатшепсуттың сфинксы]]
 
Хатшепсут — ун һигеҙенсе династияның өсөнсө фирғәүене [[Тутмос I]] һәм уның төп ҡатыны [[Яхмес]]тың ҡыҙы. Унан тыш, Тутмос I менән Яхместың тағы бер ҡыҙы һәм ике улы була, әммә улар донъянан иртә китә. Атаһының хакимлығы ваҡытында Хатшепсутҡа «''Аллаһ ҡатыны''» — [[Фива]] Аллаһы [[Амон]]дың иң юғары дини хеҙмәткәре титулы тапшырыла.
 
Юл 55 ⟶ 58:
Күпселек фирғәүендәр өсөн хас булған ғөрөф-ғәҙәт буйынса, Хатшепсут [[Карнак|Карнак һарайында]] төҙөлөш дауам итә. Бында ул [[гискос]]тар баҫҡынлығынан һуң емерелгән Боронғо Мысыр алиһәһе — [[Амон]]дың ҡатыны [[Мут]] ғибәҙәтханаһын, бынан тыш күп һәйкәлдәрҙе тергеҙә. Ҡыҙыл һәм ҡара граниттан Амондың ладьяһы өсөн яңы ғибәҙәтхана төҙөтә, — бөгөнгө көндә ул Ҡыҙыл ғибәҙәтхана исеме аҫтында билдәле. Ғибәҙәтхана таштарында уйып төшөрөлгән рәсемдәр Хатшепсут һәм Тутмос III-нөң бергә хаким итеүен тасуирлай. Бында уҡ батшабикәнең бойороғо буйынса 30 метр бейеклегендәге ике [[обелиск]] ҡуйыла. Уларҙың икеһе лә бөтөн ҙур ҡыҙыл гранит таштан яһала, ә остары ҡояш нурҙарына ялтырап тороусы электрум — [[алтын]] һәм [[көмөш]] эретмәһе менән ҡаплана. Обелисктар өсөн таштар ҡаянан киҫелеп, [[Асуан]]дан [[Нил]] йылғаһы буйлап аҫҡа табан ағыҙыла. Уларҙың береһе һаман урынында тора, ул әлеге көндәргә тиклем тере ҡалған боронғо обелисктар араһында Ер йөҙөндә иң бейеге. Икенсеһе иһә икегә бүленеп, ҡолаған. Обелисктарҙың береһендә ошондай юлдар уйылған:
 
[[Рәсем: Karnak temple 12.jpg |thumb|кшпреright|200px|Хатшепсуттың [[Карнак һарайы]]ндағы обелискы]]
 
{{цитата|
Юл 94 ⟶ 97:
}}
 
[[Рәсем: Hatshepsut temple32.JPG|thumb|leftright|200px|Хатшепсуттың [[Дейр әл-Бахри]] ҡаяларының итәгендә урынлашҡан һарайы]]
Шулай ҙа Хатшепсут осорынан иң билдәре архетиктура һәйкәле — ул Нил йылғаһының көнбайыш ярында, Батшалар үҙәненә ингән урында, [[Дейр әл-Бахри]] ҡаяларының итәгендә урынлашҡан Хатшепсуттың ерләү һарайы. Хатшепсут уға Джесер-Джесеру — «''Изгеләрҙән изге''» исемен бирә. Был һарайҙың архитекторы [[Сенмут]] — фирғәүен йортонда иң ҙур йоғонтоло кеше була.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хатшепсут» битенән алынған