Ырымбур губернаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
44 юл:
}}
 
[[РәсемФайл:Coat of Arms of Orenburg gubernia (Russian empire).png|thumb|left|120px|Губерна гербы]]
[[РәсемФайл:Orenburgskaya gubernia.jpg|thumb|300px|Ырымбур губернаһының 1821 йылғы картаһы]]
 
'''Ырымбур губернаһы (виләйәте)''' — [[XVIII]]-[[XIX]] быуатта [[Рәсәй империяһы]]ның административ берәмеге (өлкәһе); хәҙерге [[Ырымбур өлкәһе]], өлөшләтә [[Башҡортостан]] һәм [[Татарстан]] республикалары, [[Силәбе өлкәһе|Силәбе]], [[Ҡорған өлкәһе|Ҡорған]], [[Һамар өлкәһе|Һамар]], [[Һарытау өлкәһе|Һарытау]] өлкәләренә һәм [[Ҡаҙағстан]]дың [[Атырау өлкәһе|Атырау]] һәм [[Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе|Көнбайыш Ҡаҙағстан]] өлкәләренә тура килә. Үҙәге — [[Ырымбур]] ҡалаһы.
 
== Тарих ==
Борондан төбәкте төрлө ерле төрки халыҡтар биләй:
[[Көньяҡ Урал]] һәм тирә-яҡтары - [[башҡорттар]]ҙың борондан тыуған йорто; көнбайышыраҡ — [[татарҙар]] ере; башҡорт йортонан көньяҡ-көнсығыштағы далаларҙа [[ҡаҙаҡҙар]] күсмә тормош итә; Түбәнге [[Яйыҡ]] — [[нуғайҙар]] биләмәһе булараҡ билдәле.
 
[[XVII]] быуаттың икенсе яртыһынан алып Рәсәй империяһы Көньяҡ Уралда һәм тирә-яҡ төбәктәрҙә йоғонтоһон көсәйтә килә.
83 юл:
Шул уҡ ваҡытта Гурьев менән Уральск ҡалалары Әстрәхән губернаһына күсерелә; Ырымбур башҡала тип билдәләнә.
[[1796]] йылда Өфө наместниклығының атамаһы “Ырымбур губернаһы”на үҙгәртелә, Ырымбур башғалаһы булып ҡала. [[1802]] йылы башҡала Өфөгә күсә. [[1850]] йылда Бөгөлмә, Боғорослан һәм Быҙаулыҡ өйәҙҙәре яңы ойошторолған [[Һамар губернаһы]]на бирелә.
[[1865]] йылы губерна икегә – [[Өфө губернаһы|Өфө]] һәм Ырымбур губернаһына– бүленә. Шул уҡ йылда бығаса үҙ махсус (кантон һәм йорт) идаралығы аҫтында булған башҡорттар дөйөм губерна идаралығына күсә.
 
[[1919]] Ырымбур губернаһынан Силәбе губернаһы бүленә. [[1928]] йылда төбәк Урта Волга өлкәһенә индерелә, [[1934]] йылда айырым [[Ырымбур өлкәһе]] булдырыла.
 
== Административ бүленеш ==
[[РәсемФайл:Orenburgskaya gubernia.png|thumb|right|300px|1865—1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһының административ бүленеше]]
[[1865]] - [[1919]] йылдарҙа Ырымбур губернаһы 5 өйәҙҙән тора:
{| class="wikitable"
210 юл:
== Һылтанмалар ==
<references/>
== Шулай уҡ карағыҙ ==
* [[ Ырымбур экспедицияһы]]
* [[ Ырымбур]]
 
[[Категория:Башҡортостан тарихы]]