Октавиан Август: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Bot: Migrating 7 interwiki links, now provided by Wikidata on d:Q1405
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
45 юл:
Мәгәр власҡа Марк Антоний килеп өлгөргән була, ул Цезарҙең ҡатыны Кальпурниянан аҡса ала һәм ғәскәр ҙә уның яҡлы була. Октавиан уны еңеүгә бар оҫталығын һала. Цицерондың ихтирамын ҡаҙанғас, тегеһе сенатта уны яҡлап сығыш яһап, кәрәкле ҡарарҙар ҡабул ителеүгә өлгәшә. Октавиан Антоний менән берсә дошманлаша, берсә уға яҡты йөҙ күрһәтә. Ҡаршы яҡтар һуғыш башлағас та, еңелгән Антонийҙы үлтермәй ебәрә. Үҙенә ҡаршы сығыусыларҙы еңгәс, Октавиан Римгә ҡайтып, үҙенең триумфын таныуҙы талап итә.
 
[[РәсемФайл:Caesar augustus.jpg|справа|200px|мини]]
Октавианды йәш тип сенат кире ҡаҡҡас, Октавиан Антоний һәм Марком Лепид менән сенатҡа ҡаршы берләшергә  — икенсе триумвират төҙөргә өндәй. Сенат Октавианды консул итеүҙән дә баш тартҡас, Парламентёр Корнелий уны яҡлап сығыш яһай. Икеләнә башлаған сенаторҙарға хәнйәр күрһәтеп ул: «Бына нәмә уны консул итәсәк, әгәр быны һеҙ эшләмәһәгеҙ», - тип янай.
 
== Үлеме ==
[[РәсемФайл:Roma-mausoleo di augusto.jpg|thumb|200px| Август кәшәнәһе емеректәре]]
Октавиан Август Үҙе теләгәнсә — "яҡшы үлем" менән үлә. Атаһының иҫке йортонда, яҡындары, дуҫтары менән бәхилләшеп баҡыйлыҡҡа күсә. Дуҫтары менән бәхилләшкәндә, мин тормош кәмитен нисек уйнаным, тип һорай ҙа, грек шиғырын һөйләй: «Матур уйнаған булһам, ҡул сабып алҡышлағыҙ ҙа, күңелле итеп оҙатығыҙ». Күҙ йәштәрен ҡойған ҡатынына: «Ливия, йәшә, беҙҙең нисек йәшәгәнде хәтереңдә тот. Сәләмәтлек һиңә... Бәхил бул», - ти. Октавиан Август б.э.14 йылында, 19 августа  э. Нолда үлә.
 
== Ғүмер йомғаҡтары ==
[[РәсемФайл:Statue-Augustus.jpg|справа|мини|Октавиандың хәҙер Ватиканда торған данлыҡлы статуяһы]]
Август үҙ-ара һуғыштарҙан һуң иленә муллыҡ, хөр тормош биргән кеше. Юлий Цезарь кеүек даһи булмаһа ла, булдыра алған бар сараларҙы ҡулланып маҡсатына ирешә белгән шәхес. Фәнгә, сәнғәткә ихтирамы, үҙе лә шағир булараҡ, ул үҙ осрона исемен бирерлек хеҙмәт итә.