Һөйәнтүҙ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
18 юл:
 
== 1736 йылғы ваҡиғалар ==
Рәсәй империяһы батшабикәһе Анна Иоановна [[ҡаҙаҡтарҡаҙаҡ]] һәм [[башҡорт]] ерҙәре аша үткән сиктәрҙе нығытырға ниәт итеп, төбәккә И. Кириллов етәкселегендә экспедиция ебәрә. Экспедицияның бурысы – Башҡортостандың көньяғында яңы ҡала һалыу (Ырымбур ҡалаһы шулай барлыҡҡа килә) һәм сик буйлап терәк ҡәлғәләр төҙөү. Кирилловҡа ярҙамсы итеп ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйер алына. Шулай уҡ дипломатик һөйләшеүҙәрҙә үҙен күрһәтеп өлгөргән суҡындырылған татар мырҙаһы Алексей Иванович (Ҡотломөхәмәт Мәмеш улы) Тевкелев вәхшилеккә әүерелгән был сараларҙа ҡатнаша. Батша хөкүмәте башҡорттарҙан уларҙың ерендә ҡала төҙөү өсөн ризалыҡ һорау ғына түгел, ә хатта уларҙы был хаҡта иҫкәртеүҙе кәрәк тип тапмай. Ризаһыҙ башҡорттар баш күтәрә.
 
1735-1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙа Балыҡсы ырыуы башҡорттары ла дәррәү ҡатнашҡан. 1735 йылдың декабре аҙағында Ырымбур экспедицияһы етәкселәренең береһе А. И. Тевкелев язалаусы отрядтар менән Өфөнән Бөрө аша Әй йылғаһы буйына йүнәлгән. [[Баш күтәреүселәр]] Йосоп Арыҡов һәм Төлкөсура Алдағолов етәкселегендә Тевкелев һалдаттарын Балыҡсы һәм Мырҙалар улусы сиктәрендәге тау юлдарында көтөп алып, тар-мар итмәксе булалар. Балыҡсы улусы старшинаһы Чекат (Сиҡат) бында 700 кешенән торған ҡораллы отряд туплаған булған. Мәгәр властарға тоғро мишәрҙәр һәм татарҙар язалаусы отрядтар етәкселәрен уларҙы ҡайҙа көтөүҙәре тураһында иҫкәртеп ҡуя. 1736 йылдың 19 ғинуарында А.И.Тевкелев Һөйәнтүҙ ауылына килеп инә, һәм ауыл халҡының үҙ отрядына ҡаршы сығырға йыйынған булыуын белгәс, уларҙы вәхшиҙәрсә ҡырырға бойороҡ бирә. ,
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һөйәнтүҙ» битенән алынған