Иҙелбаев Ғабдулла Сәфәрғәле улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Ғабдулла Сәфәрғәли улы Иҙелбаев – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Б…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Ғабдулла Сәфәрғәли улы Иҙелбаев''' – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡортостан автономияһының тәүге ғәскәренә етәкселек иткән башҡорт офицерҙарының береһе.

1893 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең Башман-Һыуын-Ҡараҡыпсаҡ улысы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) Туйөмбәт ауылында тыуған. Ҡаҙан ҡалаһында мәҙрәсәлә, артабан Ырымбур ҡалаһының 1-се ирҙәр гимназияһында белем ала. 1914 йылда Ҡаҙан университетының медицина факультетына уҡырға инә. Икенсе йылына, хоҡуҡ һөнәрен үҙ итеп, университеттың юридик факультетына күсә.
Ғ. Иҙелбаев гимназия йылдарында уҡ халҡының тормошон яҡшыртыу, уның киләсәге тураһында уйҙар менән янып йөрөй.“''Еще будучи в гимназии, Идельбаев любил выступать в качестве оратора. И жилка красноречия в нем проснулась, когда он впервые услыхал лекции на юридическом факультете. Он решил посвятить себя той науки, которая, по его мнению, вырвет родной народ из жадных рук всякого рода предпринимателей”'', – тип яҙа уның һабаҡташы.
Ләкин университетты тамамларға насип булмай. Уны хәрби хеҙмәткә саҡырылар. Прапорщик званиеһы биреп, Көньяҡ-көнсығыш фронтҡа ебәрәләр. Бында Иҙелбаев поручик дәрәжәһенә тиклем үрләй. 1917 йылдың йәйенән поручик Иҙелбаев Симферополь ҡалаһында хеҙмәт итә. Был осорҙа Башҡортостанда, автономия өсөн милли хәрәкәт көсәйгәндән-көсәйә бара. Әйткәндәй, милли хәрәкәттең тәүге осоронда Ғабдулланың атаһы Сәфәрғәли Иҙелбаев та әүҙем ҡатнаша. 1917 йылдың июнь аҙағында “Башҡорт халҡының иттифаҡи бюроһы” ағзаһы итеп һайлана.
Юл 7 ⟶ 9:
Бер нимәлә белмәгән Әмир Ҡарамышев отрядтың бер өлөшө менән ҡорал алып килә ятҡан Баймаҡ советы большевиктарын ҡаршыларға сыға. Әммә тегеләр икенсе юлдан китеп, йәшерен рәүештә Баймаҡҡа ҡайта һәм башҡорттар өсөн тәғәйенләнгән ҡорал менән үҙ эшселәрен ҡоралландыра. Улар 16 февралдең төнөндә (2 март) Баймаҡта бер нимә белмәй йоҡлап ятҡан башҡорт отрядын килеп баҫа. Башҡорт һалдаттарын ҡыуып таратып, командирҙары Ғабдулла Иҙелбаев, Ғимран Мағазов, прапорщик Усман Йәһүҙин, башҡорт отрядында хеҙмәт иткән биш поляк офицерын һәм дә Башҡорт хөкүмәте ағзаһы Хәбибулла Ғәбитовты ҡулға ала.
Иҙелбай ауылында ҡунған Ҡарамышев, Баймаҡтағы хәл тураһында ишетеп, тирә-яҡ ауылдарҙан 2 мең ике тирәһе башҡортто йыйып, Баймаҡты ҡамауға ала. Большевиктарҙан башҡорт офицерҙарын азат итеүҙе талап итә. Әммә ҡоро ҡул менән баштан-аяҡ ҡоралланған Баймаҡ эшселәренә ҡаршы ҡаршы һуғышҡа инергә баҙнат итмәй. Тиҙҙән Баймаҡҡа ҡыҙыл гвардия полкы килеп етә. Ә башҡорттар Баймаҡтан сигенергә мәжбүр була.
Баймаҡ Советы эшселәре, бер нисә көн буйы, ҡыҙылдарҙың полкы килгәнсе, Ғабулла Иҙелбаев менән Ғимран Мағазовты туҡмап, мыҫҡыллап һорау алалар. Ҡыҙылдар башҡорт офицерҙарын, улар менән бергә ике полякты атырға тигән ҡарар сығара. Хәбибулла Ғәбитов офицер булмауы арҡаһында ғына үлем язаһынан ҡотола. Уның хәтерләүенсә, 22 февраль (7 март) көнө, бөгөн һеҙҙе атасаҡтар тип, Баймаҡ эшселәре Иҙелбаев менән Мағазовтың кейеме һалдырып, уларға таушалып бөткән кейем бирәләр ҙә, атырға алып китәләр.

““''Одетые в лохмотья, обутые в притащенные со свалки галоши, оставшиеся после грабежа даже без чулков, с голыми ногами, торчащими из дырявых галош, стоят они на снегу. Разрывающая сердце, страшная была эта картина…
Начальник красных отдал команду на молебен. Наши дважды по четыре раза произнесли намаз. Поляки крестились. После молитвы Габдулла Идельбаев и Гимран Магазов стоя на ногах, а поляки на коленях вновь построились.
Габдулла Идельбаев сказал:
Юл 15 ⟶ 19:
Начальников же наших войск, братьев наших Абдуллу Идельбаева и Гимрана Магазова и вместе сними еще шестнадцать человек сделали своими жертвами и расстреляли. Предательское убийство родного любимого юриста Абдуллы Идельбаева, представляющего собой воплощение бьющей ключем у башкира отваги, силы, энергии, честности, искренности, надругание и издевательство над его телом за то лишь, что до последнего вдоха кричал: “Вам, угнетателям, не уничтожить автономии Башкирии, мы умрем, но народ вам убить не удастся!”''. И тут же выкрикивания перед плачущим и стонущим народом: “”Вот вам автономия!”. Все это еще феврале наглядно показало, кто такие большевики…”''.
1918 йылдың йәйендә Бөрйән-Түңгәүер кантоны халҡы, Башҡортостан автономияһы өсөн ҡорбан булған ҡаһарман башҡорт офицерҙарының исемдәрен мәңгеләштереү мәсьәләһен күтәреп сыға. Улар Баймаҡта Иҙелбаев менән Мағазов исемендәге мәктәп төҙөргә ҡарар итә. Бының өсөн иғәнә йыйыу ойошторола. Ә Башҡорт хәрби шураһы 1918 йылдың көҙөндә 2-се Башҡорт кавалерия полкына Ғабдулла Иҙелбаевтың исемен бирә.
 
Сығанаҡ: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башкортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. Өфө, 2009. 179-181 биттәр.
== Сығанаҡтар ==
Сығанаҡ: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башкортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. Өфө, 2009. 179-181 биттәр.