Рәсүлев Талха Ғайса улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Талха Ғайса улы Рәсүлев''' – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Зәки Вә…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
Талха Рәслүлев Силәбе ҡалаһында Чехословак корпусы большевиктарға ҡаршы абш күтәргәнен ишетеп, кире әйләнеп ҡайта. “''Партизан отрядтарыбыҙға таянып милли ғәскәр ҡорһаҡ, большевиктарҙы мәмләкәтебеҙҙән ҡыуып сығарырға мөмкин буласаҡ, тигән фекергә килдек. Ошо фекергә инанғанлыҡтан, был көн беҙҙең өсөн шатлыҡлы булды, кисен байрам иттек. Тағандарҙың (был мәлдә Ғәлимйән Тағандың тыуған ауылы Тәңреғолда була улар – А.Я.) бер маһир ҡурайсыһы бар икән, шуны саҡырҙылар. Ҡымыҙ ҙа, әсе бал да бар ине. Башҡорт бейеүҙәренә маһир Талха, Муса Кәлим, Ғәлимйән Таған бер-бер артлы төшөп бейенеләр. Мин дә уларҙан ҡалышманым. Иртәгеһенә Силәбегә киттем''”, – ти Вәлиди.
1918 йылдың июнь башында Силәбе ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте яңынан тергеҙелә. Башҡорт эшмәкәрҙәре Чехословактар ярҙамында башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороу эшенә тотона. Оҙаҡламай Башҡорт армияһын ойоштороу буйынса идара органы – Башҡорт хәрби шураһы булдырыла. Талха Рәсүлев хәрби шураның ағзаһы итеп һайлана. 1918 йылдың июнь-июль айҙарында ул Башҡорт хәрби шураһы рәйесе Вәлидиҙең махсус йомоштарын үтәүсе вазифаһын башҡара. Июль аҙағында тыуған яғына ҡайтып Тамъян-Ҡатай кантонының эшен яйға һалыу менән мәшғүл була. Тәүәккәл ир-уҙаманы Т. Рәсүлевты Тамъян-Ҡатай кантоны етәксеһе – башҡармаһы рәйесе итеп һайлайҙар. Кантондың етәкселек органы – үҙәге Верхнеуральск ҡалаһында урынлаша. 1918 йылдың 5 октябрендә Ырымбурға Башҡорт хөкүмәтенә ебәргән донесениеһында Т. Рәсүлев былай тип хәбәр итә: “''…кантональная управа имеет честь донести:
1. Кантональная управа, после изгнания большевиков, приступила к отправлению своих функций на выборных началах с 1 августа сего года в составе следующих лиц: председателя Талхи Расулева (он же начальник кантона) – гражданина дер. Авязовой Тунгатаровской волости и членов: Мусы Шамситдинова, Хайбуллы Казаккулова – деревни Казаккуловой Кубеляк-Телевской волости и Исмагила Султанова – дер. Кутуевой той же волости. Сығанаҡ: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009. 202-204 биттәр.
2. Организованы при управе следующие отделы:
а) народного образования – заведующий Усман Ниязгулов;