Таһиров Афзал Мөхитдин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Legobot (фекер алышыу | өлөш)
ә Bot: Migrating 2 interwiki links, now provided by Wikidata on d:q4449654 (translate me)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
16 юл:
'''Таһиров Афзал Мөхөтдин улы ''' — башҡорт яҙыусыһы; 1890 йылдың 25 октябреңдә [[Һамар губернаһы]] [[Бөгөлмә өйәҙе]] Әлмәт волосындағы Абдрахман ауылында (хәҙер [[Татарстан]]) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған; 1937 йылда вафат булған.
 
Афзал Таһиров тәүҙә Ҡаҙан мәҙрәсәһендә, һуңынан Ырымбурҙағы[[Ырымбур]]ҙағы "[[Хөсәйениә мәсете|Хөсәиниә]]" мәҙрәсәһендә уҡый.
 
1911 йылдан алып 1917 Йылға тиклем ул батша армияһында хеҙмәт итә, империалистик һуғышта ҡатнаша. 1913 йылда, Россияла яңы революцион күтәрелеш осоронда. Афзал Таһиров Киев ҡалаһында Коммунистар партияһы сафына инә.
1918 йылдан алып 1920 йылға тиклем ул граждандар һуғышында була. Халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыу, индустриализация һәм ауылдарҙы коллективлаштырыу осоронда Афзал Таһиров совет, партия һәм матбуғат органдарында яуаплы эштәр башҡара.
 
1925—1927 йылдарҙа Мәскәүҙә Коммунистик академияла уҡый. Академияны тэмамлағас, А. Таһиров КПСС-тың [[Башҡортостан]] Өлкә Комитетына партколлегия секретары итеп ебәрелә, ә 1931 йылда ул БашЦИК председателе посына үрләтелә һәм 1937 йылға тиклем шул урында эшләй. Бер үк ваҡытта Башҡортостан яҙыусылары союзы етәксеһе булараҡ ҙур эштәр башҡара.
 
А. Таһиров Октябрь революцияhына тиклем үк әҫәрҙәр яҙа башлай. Уның тәүге «Бисура» комедияһы 1907 йылда яҙыла, аҙаҡ «һатылған ҡыҙҙар", «Әтрәгәләмдәр», "Йәмәлкә тауы" кеүек проза әҫәрҙәре баҫылып сыға. Совет власы шарттарында уның ижады айырыуса активлаша. «һалдаттар», "Ҡыҙыл гвардеецтар», «"Ҡыҙыл армеецтар» романдарын, «Иген фабригы», «Машиналар ҡаны», "Тәүге көндәр», «Комсомол», «Штурвалсы» кеүек повестарын һәм бик күп һандағы хикәйә һәм очерктарын ижад итә.