Хатшепсут: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Addbot (фекер алышыу | өлөш)
ә Bot: Migrating 56 interwiki links, now provided by Wikidata on d:q129234 (translate me)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
16 юл:
'''Хатшепсут''' ([[Боронғо Мысыр]] теленән ''Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙан иң беренсеһе'' тип тәржемә ителә) — Боронғо Мысырҙың Яңы батшалыҡ дәүерендә хаким итеүсе ҡатын, ун һигеҙенсе династияның бишенсе [[фирғәүен]]е. Хатшепсут, төрлө сығанаҡтар буйынса, йә б.э.т. 1503—1482 йылдарҙа, йә б.э.т. 1479—1458 йылдарҙа, йә б.э.т. 1490/1489—1468 йылдарҙа Мысыр менән хаким итә. Башта ул ҡустыһы һәм ире [[Тутмос II]]-нең улы [[Тутмос III]]-нөң [[регент]]ы була, әммә һуңынан уны тәхеттән ситләштереп, үҙен фирғәүен тип иғлан итә.
 
Боронғо Мысырҙа ҡатын-ҡыҙ юғары статусҡа эйә була, шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың фирғәүен титулына эйә булыуы — ғәҙәти күренеш түгел. Мысырҙа тәхеттәге ҡатынды аңлатыусы һүҙ бөтөнләй юҡ, фирғәүен һүҙе, Мысыр аллаһыАллаһы [[Хор]]ҙың ерҙәге кәүҙәләнешен аңлатып, ир-ат хакимдарға ҡарата ғына ҡулланыла. Хатшепсуттан тыш та Мысыр тарихында тәхеткә ултырыуға ирешкән ҡатын-ҡыҙҙар булһа ла, нәҡ Хатшепсуттың хакимлығы иң оҙайлы ваҡытҡа һуҙыла, һәм тарихсылар уның хакимлығын иң уңышлыһы тип таный.
== Исеме ==
Боронғо Мысыр телендә фирғәүендең тулы исеме ошолай яҙыла:
28 юл:
[[Рәсем: Sphinx of Hatshepsut.jpg|thumb|left|200px|Хатшепсуттың сфинксы]]
 
Хатшепсут — ун һигеҙенсе династияның өсөнсө фирғәүене [[Тутмос I]] һәм уның төп ҡатыны [[Яхмес]]тың ҡыҙы. Унан тыш, Тутмос I менән Яхместың тағы бер ҡыҙы һәм ике улы була, әммә улар донъянан иртә китә. Атаһының хакимлығы ваҡытында Хатшепсутҡа «''АллаАллаһ ҡатыны''» — [[Фива]] аллаһыАллаһы [[Амон]]дың иң юғары дини хеҙмәткәре титулы тапшырыла.
 
Тутмос I-нең үлеменән һуң, тәхеткә уның икенсе ҡатыны Мутнофреттан улы [[Тутмос II]] ултыра. Фирғәүен ғаиләһендәге ғөрөф-ғәҙәт буйынса, Тутмос II апаһы Хатшепсутҡа өйләнә. Ҡайһы бер белгестәр иҫәпләүенсә, Хатшепсут ире тәхеттә ултырған саҡта уҡ етәкселекте үҙ ҡулына ала башлай. Бының ысынбарлыҡ менән ни тиклем тап килеүе билдәһеҙ.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хатшепсут» битенән алынған