Аҡтуғанов Мәхмүт Сафа улы — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
'''Аҡтуғанов Мәхмүт Сафа улы''' (25.12.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны ([[Башҡортостан]]дың [[Мишкә районы]]) Яңы Сəфəр ауылы — 25.1.1971, Ленинград) — [[Советтар Союзы Геройы]] (1943), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Майор.
 
== Тормош юлы ==
* 25.12.1924 — БАССР‑ҙың Бөрө кантоны ([[Башҡортостан]]дың [[Мишкә районы]]) Яңы Сəфəр ауылында тыуған.
* 1942 йылдан алып Совет Армияһы сафында.
* 1943 йылдың сентябренән башлап Брянск, Үҙəк, Белоруссия һəм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмəт итə.
* 1956 йыл — Боровичи ҡалаһында Хəрби пехота уч‑щеһын тамамлаған ( ).
* 1969 йыл — отставкала.
* 25.1.1971 — Ленинград ҡалаһында үлгән.
== Батырлығы ==
Герой исеменə 61‑се армия 77‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 221‑се гвардия уҡсылар полкының танкыға ҡаршы ҡорал тоҫҡаусы гвардия кесе сержанты Аҡтуғанов 1943 йылдың 28 сентябрендә Белорус ССР‑ы Комарин ауылынан төньяҡтараҡ Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда һəм уң ярҙағы плацдармды киңəйткəндə күрһəткəн батырлығы өсөн лайыҡ була.
 
== Бүләктәре ==
 
* 1943 йыл — Ленин ордены
* Миҙалдар
== Хәтер ==
Мишкə районы [[Мишкә (Мишкә районы)|Мишкə ауылында]] урамға Аҡтуғанов исеме бирелгəн.