Ғафури районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
70 юл:
== Урындағы диалект (урта һөйләш) ==
 
Урта һөйләш тураһында дөйөм төшөнсә
Урта һөйләш Башҡортостан Республикаһының Архангель, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарында, Ишембай районының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Белорет районының – Инйәр, Иглин районының Ләмәз буйында йәшәгән башҡорттарҙың һөйләү телен үҙ эсенә ала. Улар табын ҡәбиләһенең ҡумрыҡ, баҙраҡ, кәлсер, кесе, дыуан, күрпәс, йомран-табын ырыуҙарына шулай уҡ ҡыпсаҡтарҙың гәрәй-ҡыпсаҡ һәм тәлтем-ҡыпсаҡ ырыуҙарына, ҡатайҙарҙың бер өлөшөнә ҡараған башҡорттар. Йомран-табындарҙың бер төркөмө элегерәк Ырымбур өлкәһенеңТуҡ һәм Соран буйҙарына күсеп ултырған һәм унда, нигеҙҙә, дим һөйләше үҙенсәлектәрен ҡабул иткән.
Һөйләштең төп диалекталь үҙенсәлеге –лт, -нт, -ңт, -мт, -ңҡ, -ңк, -мҡ, -мк диссимилятив өн ҡушылмаларының ҡулланыуы менән характерлана. Бында л, м, н, ң тартынҡыларынан һуң яңғырау ғ, г өндәре урынына һаңғырау ҡ, к өндәре килә: дамҡа – әҙәби телдә тамға, ямҡыр – ямғыр, кемкә – кемгә, һин кенә – һин генә, ҡомҡан – ҡомған, еңкә - еңгә, саңҡа/саңҡы – саңғы (һунарҙа ҡулланыла торған махсус эшләнгән саңғы), таңҡа – таңға.
Диссимилятив өн ҡушылмалары Асҡын һәм Ҡариҙел райондарында йәшәгән (һун) һәм балыҡсы ырыуҙары башҡорттарының теле, йәғни ҡариҙел һөйләше һәм Ғафури, Ишембай райондарының Егән буйында урынлашҡан типтәр ауылдарының һөйләү теле өсөн дә характерлы. Был күренеш буйынса урта һәм ҡариҙел һөйләштәренең себер татарҙары, һары уйғырҙар һәм боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларының теленә яҡынлығы бар һәм ул бик үҙенсәлекле боронғолоҡ күренеше тип иҫәпләнә.
Бынан тыш урта һөйләштә һүҙ башында б-п өндәренең төп килеше, йәғни б өнө урынына һаңғырау п өнөн ҡулланыу шулай уҡ характерлы үҙенсәлектәрҙең береһе иҫәпләнә. Мәҫәлән: пысҡы – әҙәби телдә бысҡы “пила”, пысаҡ – бысаҡ, палта – балта, пыйала – быяла, пысраҡ – бысраҡ, паҙар – баҙар, пармаҡ – бармаҡ, палтаҡ – балдаҡ, пажа – бажа, паҡта баҡта “весенняя линька, шерсть весенней стрижки”, пелеү – белеү.
Һүҙ башында б өнө урынына п өнөн ҡулланыу буйынса урта һөйләш күршеләге егән һәм төньяҡ-көнбайыш диалекты составындағы ҡариҙел һөйләшенә, алтай һәм уйғыр телдәре һөйләштәренә, сыуаш һәм себер татарҙары теленә яҡын тора . Б өнө шулай уҡ ике һуҙынҡы араһында ла п өнөнә күсә: тупырсыҡ – әҙәби телдә тубырсыҡ, ҡапырсаҡ – ҡабырсаҡ, йапалаҡ – ябалаҡ.
Һөйләштә һүҙ башында т өнө урынына д өнөн ҡулланыу күҙәтелә: дуғай – әҙәби телдә туғай, дамға – тамға, думар умарта – түмәр умарта, дирән – тәрән, дүңгәк – түңгәк. Шул уҡ ваҡытта айырым осраҡтарҙа һүҙ башында д, т өндәре параллель рәүештә килә: донйа/тонйа – әҙәби телдә донъя, дәғә – таға, домбойоҡ – томбойоҡ, дәүәт – тәүәт.
Һүҙ башында һ өнө, бүтән позицияларҙа иһә, шулай уҡ ике һуҙынҡы араһында күп ваҡыт ҫ өнө ҡулланыла: һикҫән – әҙәби телдә һикһән, туғҫан – туҡһан, танҫыҡ – танһыҡ, ҡорҫаҡ – ҡорһаҡ, һыуҫау – һыуһау, йаҫау – йаһау, ғоҫор – ҡоһор.
Көнсығыш һөйләштәрҙәге һәм ҡариҙел һөйләшендәге һымаҡ уҡ, урта һөйләштә лә -а/-ә өндәренә бөткән хәл ҡылымдар менән ал- модаль ҡылымы алдына ике һуҙынҡы араһына й өнө өҫтәлә, ә л өнө төшөп ҡала: бара-й-алмайым – бара алмайым, тора-й-алмайым – тора алмайым, әйтә-й-алмайым – әйтә алмайым. Ә л сонанты, ғөмүмән, ал-, һал-, ҡал-, шулай уҡ һирәкләп бул-, кил- ҡылымдарының үткән һәм киләсәк заман формаларында төшөп ҡала: Йөрөмәгән геше ғаманты – Йөрөмәгән кеше ҡалманы; Эй бүлли бул, бүлли бул, бүҙәнәләй түлли бул; бер ғулың майҙа бу(л)һын, бер ғулың балта бу(л)һын, кө(л)өксәң тулы көл бу(л)һын, итәгең тулы ит бу(л)һын, итәгең тулы ул бу(л)һын, ҡаҙаның тулы ит бу(л)һын (еҙем һөйләшсәһе).
Урта һөйләш көньяҡ диалекттың егән, эйек-һаҡмар, дим, көнсығыш диалекттың ҡыҙыл һөйләштәре менән сиктәш урынлашҡан. Һөйләштең көнбайыш өлөшө айырыуса дим һәм өршәк һөйләштәре менән тығыҙ аралашыу процесын кисерә.
Һөйләш нигеҙҙә лексик үҙенсәлектәре буйынса өс һөйләшсәгә бүленә. Улар – инйәр, еҙем һәм ҡырмыҫҡалы һөйләшсәләре. Инйәр һөйләшсәһе – Белорет районының ҡатай, Архангел районының бүҙрәк-табын һәм ҡумрыҡ-табын ырыуҙары башҡорт ауылдары өсөн характерлы. Ғафури районының кәлсер-табын һәм кесе-табын ырыуы башҡорттарының һөйләү теле – инйәр һөйләшсәһенә, Ҡырмыҫҡалы районы йомран-табын һәм дыуан-табын ырыуы ауылдары ҡырмыҫҡалы һөйләшсәһенә берләшә. Һөйләшсәләрҙең һүҙлек составы диалекталь синонимдарҙың ғәйәт күп булыуы менән айырылып тора. С. Ф. Миржанова был күренеште урта һөйләштең башҡа һөйләштәр менән әүҙем бәйләнеш һөҙөмтәһе тип аңлата. Мәҫәлән, инйәр һөйләшсәһендә махсус һораулыҡ буйынса яҙып алынған 90 диалекталь һүҙҙең 50-нән артығырағы, ғөмүмән, бөтөн көньяҡ диалект һөйләштәре өсөн уртаҡ лексик берәмек иҫәпләнә (мәҫәлән: ҡаҙна “наличник нар”, ҡәйенһеңне “младшая золовка”), 32-һе – ҡыҙыл һөйләше (албар “хлев”, тәпәс “цеп”, мышар “рябина”, ҡойолтороҡ “неказистый”, туҡрау “остановиться”), 16-һы – күбәләк һөйләше (тупый “шапка мужская”, шәүкәләй “шапка детская”, ләшә “снег на деревьях”, әберсә “малина”), 16-һы – төп урта һөйләш диалектизмдары (ләс “водянистый (о хлебе)”, сөңкөлтәк “ворчун”, мәретеү “подтаивать (о снеге)”, тыуыш “наледь”, йаңҡыҙайаҡ “земляника”) һәм бары тик етәүһе һөйләшсәнең үҙе өсөн характерлы диалектизм булып тора (ауһар – әҙәби телдә иҫәр “глупый”, әрҙәмәс – әрһеҙ “беспардонный”; һарымай, һарыбаш, аҡпабай – бәпембә “одуванчик в цвету и после цветения”; шәкәлшәй, сәкәлсән, мәшәй – йәкәл “бабка”; урман кәзәһе – ҡоралай “косуля”; әтәрбай – кәрлә “карлик”, әтүкәш, өтөкөш алыу “окунуться в холодную воду перед купаньем”) .
Гөлнур Якупованың “Ҡатындар” трилогияһында диалектизмдар
Гөлнур Якупова үҙенең әҫәрҙәрен башҡорт халҡының йәнле һөйләү теленә таянып ижад итә. Ысынлап та, фәҡәт халыҡ ижады менән йәнле һөйләү телен яҡшы белгәндә генә, уларҙы ижад процесында дөрөҫ файҙаланғанда ғына һәйбәт әҫәрҙәр яҙырға мөмкин. Яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрендә башҡорт теленең һүҙ байлығын, уның фразеологик берәмектәре һәм мәҡәлдәрен уңышлы файҙалана, туған телебеҙҙең һүрәтләү, тасуирлау саралары менән оҫта эш итә. Бынан тыш, Г.Якупова әҫәрҙәрендә профессиональ һәм көнкүреш терминдарын, иҫкергән һәм тарихи һүҙҙәрҙе, бик күп топонимик атамаларҙы – ер-һыу исемдәрен осратабыҙ. Шуныһы ла мөһим: әҙибә ғәрәп, фарсы, рус һәм рус теле аша ингән башҡа телдәрҙең һүҙҙәрен дә киң һәм оҫта ҡуллана.