Ғафури районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
53 юл:
}}
'''Ғафури районы''' ({{lang-ru|Гафурийский район}}) – [[Башҡортостан]]дағы муниципаль район.
Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. 1930 йылда Красноусол районы ойошторолған, 1940 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге — [[Красноусольский|Красноусол]] ҡасабаһы. Өфөгә — 130 км, Стәрлетамаҡҡа — 60 км. Майҙаны — 3039 км². Халыҡ һаны 2010 йыл — 35,6 мең (1970 йыл — 54,8; 1979 йыл — 44,4; 1989 йыл — 36,8, 1995 йыл — 35,1). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 12 кеше. Районда 97 ауыл бар: шуларҙың иң ҙурҙары — [[Красноусольский|Красноусол]] ҡасабаһы (10,8 мең кеше), [[Табын (Ғафури районы)|Табын]] (1,9 мең) һәм [[Сәйетбаба (ауыл)|Сәйетбаба]] (1,4 мең) ауылдары. [[Башҡорттар]], [[урыҫтар]] һәм [[татарҙар]] күпселекте тәшкил итә.
 
== Географияһы ==
73 юл:
Гөлнур Якупова үҙенең әҫәрҙәрен башҡорт халҡының йәнле һөйләү теленә таянып ижад итә. Ысынлап та, фәҡәт халыҡ ижады менән йәнле һөйләү телен яҡшы белгәндә генә, уларҙы ижад процесында дөрөҫ файҙаланғанда ғына һәйбәт әҫәрҙәр яҙырға мөмкин. Яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрендә башҡорт теленең һүҙ байлығын, уның фразеологик берәмектәре һәм мәҡәлдәрен уңышлы файҙалана, туған телебеҙҙең һүрәтләү, тасуирлау саралары менән оҫта эш итә. Бынан тыш, Г.Якупова әҫәрҙәрендә профессиональ һәм көнкүреш терминдарын, иҫкергән һәм тарихи һүҙҙәрҙе, бик күп топонимик атамаларҙы – ер-һыу исемдәрен осратабыҙ. Шуныһы ла мөһим: әҙибә ғәрәп, фарсы, рус һәм рус теле аша ингән башҡа телдәрҙең һүҙҙәрен дә киң һәм оҫта ҡуллана.
Ысынлап та, трилогия менән танышҡан саҡта урта һөйләштә (бигерәк тә еҙем һөйләшсәһенә ҡағылышлы) актив ҡулланылған бик күп диалект һүҙҙәрҙе осратырға мөмкин өс төркөмгә бүлергә мөмкин: вариант диалектизмдар, лексик диалектизмдар, семантик диалектизмдар.
Вариант диалектизмдар – семантик яҡтан айырылмаған, әммә әҙәби телдәге һүҙҙәрҙән өн үҙенсәлеге, морфологик ҡоролошо йәки ялғауҙарҙағы өндәре яғынан айырылған өндәр инә: ысвикла – сөгөлдөр, анта – унда, мынта – бында, тиеп – тип, шуңа – шуға, ҡай саҡ – ҡайһы саҡ, инте- инде, көпә-көнтөҙ – көпә-көндөҙ, мына – бына, типтер – тиептер, апҡайтһа – алып ҡайтһа, әйбәт – һәйбәт, ҡыҙый – ҡыҙыҡай, малатса – молодцы, сәтләүек – сәртләүек, үрҙәк – өйрәк,барник – парник, йәмкә – йәмгә, көтөй – көсөк, ҡай саҡ – ҡайһы саҡ-саҡта.
Лексик диалектизмдар – башҡорт әҙәби теленең һүҙҙәре менән сағыштырғанда, бөтөнләй башҡа сығанаҡлы һүҙҙәр: мөстән – урам буйында күп йөрөргә яратуысы кеше, иветә – күпселек һорауҙарҙа, диалогтар аҙағында ҡулланыла, кәбәркә – келәт, бәс – темпераментлыҡ: аптырау, ҡыуаныу, ярһып әйтеү ҙә, ҡыҫҡаһы, эмоцияларҙы белдерә, әтнәкәһе – сере, мыҙыҡараҡ – яйыраҡ, һүлпәнерәк, силсәүит – ауыл биләмәһе башлығы (сельсовет, ), бәләсник – бәлә һалырға ярытыусы кеше, буйтым – күп, шарҡылдаҡ – юҡтан ғына ҡыҙыҡ табып көлөргә яратыусы кеше, елгүтән – елдәй еңел ҡуҙғалып хәбәрен уйламайыраҡ һөйләүсе.
Семантик диалектизмдар – әҙәби телдә бер мәғәнәлә, һөйләштәрҙә икенсе мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәр: итә – уйлай, елле –шәп, апа –апай, абый – ағай өндәшә, тая һалдым – ҡаса һалдым, йәме – яраймы, йүнләп – яҡшылап, сүмес – ижау, ҡойо- ҡоҙоҡ, инәй – әсәй.
“Диалекттарҙы мин махсус индереп ебәрәм ул, төрлө төбәктәрҙекен, геройҙарымдың теле байыраҡ булһын өсөн,” – ти әҙибә һәм был ысынлап та шулай. Уҡыусы берҙән – бер ерле һөйләштең диалекты менән танышһа, икенсенән – бындай әҫәрҙәрҙе уҡыуы ла күңеллерәк.
 
Тәү сиратта трилогиянан вариант диалектиздарҙы ҡарап үтәйек:
Эт балаһын еҙем һөйләшсәһендә көтөй тип атау бар: Ә ысын дөрөҫөн Әхмәҙин, әй, Бүреһуҡҡан бабай, үҙе генә белде: ниндәйҙер серле тәҡдир илә, бүре өйөрөндә аҙаштырған көтөйө – Һарыгүҙ үҫеп, хас та бүре булып ҡайтып ингәйне. Исемде көтөйгә үҙе ҡушҡайны, күҙенең төҫө сылт һары булғанға. Шәкәрҙе – бисүк, сөгөлдөрҙө – ысвикла тип йөрөтөү бар еҙем һөйләшсәһендә: Әйткәндәй, беҙҙә уны “ысвикла” тиергә өйрәнеш итеп алдылар, йәнәһе, урыҫсалап. Ә Толпарлының бөтә ҡатындары ла тиерлек хәҙер бер ҡушаматта йөрөй: “ысвикла бисәләре”. Бығаса өйрәнеп бөтөр инек “ысвикла бисәһе” булып. – Сөгөлдөр түгел – ысвикла! – тип ҡысҡыра бирҙе Ишбирҙе, үҙен туҡтатып алырлыҡ түгел, саң күтәреп һөрөп бара баҫыуҙы тәпке менән.
“Ҡатындар” трилогияһында лексик диалектизмдар йәғни башҡорт әҙәби теленең һүҙҙәре менән сағыштырғанда, бөтөнләй башҡа сығанаҡлы һүҙҙәр ҙә бик күп һәм урынлы ҡулланыла. Трилогиялағы миҫалдарҙа ҡарап үтәйек:
Бәләһен һалырға яратыусы кешене еҙем һөйләшсәһендә бәләсник тип атайҙар: - Бәләсник. Шул кәүҙәң менән.
Мәш килеү – донъяңды онотоп нимәлер эшләү, шуның менән генә булышыу: Мәш килеп донъя көтөп, ашлыҡ һуғып йөрөүҙәре. Беҙ ҙә Зөлхизә янында мәш киләбеҙ.
ла мөстән – урам буйында бушты-бушҡа ауҙарып йөрөүсе кешенең ҡушаматы булараҡ ҡулланыла: - Һынды бит ҡалтағайым, аҙна элек кенә, яңыһын эшләтергә өлгөрмәнем. Ҡайтып етә инем, бынау мөстән юлымды бүлде. “Чырагым, ғай, син кайда?” – тип йыш ҡына әрәмәлектә эҙләп йөрөй шул кәзәһен, мөстән әллә уныһы?
Кәбәркә – еҙем һөйләшсәһенән башҡа һөйләштәрҙә бөтөнләй телмәрҙә ҡулланылмаған тиерлек һүҙ йәғни әҙәби телдә келәт һүҙен алмаштырып килә: Мейес башын, карауат аҫтарын, соланды-кәбәркәне тотош ҡарап сыҡтылар. (“Ағиҙел” 2010, №10, 22-се бит). Әсмә ошо арауыҡта кәбәркәлә һутлыраҡ булып ҡыҙарып бешеп ятһын өсөн турпыша менән ҡаплап баҫырылған баланды баулай, оло мейестә муйыл киптерә, бәшмәк тоҙлай, сәтләүек таҙарта – урмандағы кейектәр шикелле, ҡышҡыллыҡҡа сырса әҙерләй.
Еҙем һөйләшендә башҡа һөйләштәрҙә, һөйләшсәләрҙә бөтөнләй тиерлек ҡулланылмаған ивит/иветә һүҙе бар. Ж.Ғ.Кейекбаев “Туғандар һәм таныштар” романында уны ибит тип ҡулланған ине, ә Г.Якупова трилогияһында иветә тип ҡуллана: - Һин – Зирәк Райхана, иветә? – ти һалам, үҙем бесәй һымаҡ ҡартәсәйемә һырпаланып алам. Ҡалышмаҫһың, үҙҙырып ебәрерһең әле унан, иветә? – Иветә! – Шулай тинем дә, ҡартәсәйем биргән ике төргәкте, аҡ һәм ҡара сатинды, ҡултыҡ аҫтыма ҡыҫтырып, Татар әбекәйгә йүгерҙем
Трилогияла семантик диалектизмдарға ла урын бирелгән, яҙыусы әҙәби телдә бер мәғәнәлә, һөйләштәрҙә икенсе мәғәнәлә ҡулланған һүҙҙәрҙе миҫалдарҙа ҡарайыҡ:
Абый, апа һүҙҙәр - тигән уҡытыусы ағайға һәм апайға өндәшеү бар (исеменә ҡушып, атаһының исемен әйтмәй генә): Ә уҡырға мине Мәүлиҙәнең атаһы Әмин абый (беҙҙә уҡытыусыларҙы “абый”, “апа” тип йөрөтәләр), өйҙәгеләрҙән дә һорап тормай, етәкләп алды ла китте. Уңарсы абый класс таҡтаһын ҡап уртаға бүлеп, вариантлап мәсьәләләр яҙырға тотондо
Шәп һүҙе лә елле һүҙе менән алмаштырыла, мәҫәлән: Елле йүгерә, иветә? (шәп йүгерә, иветә?). Трилогияла ла бар ундай алмаштырыуҙар: Минең башҡа яңыраҡ елле генә бер шиғыр килгәйне, әй, онотмаҫмын әле, тип яҙып ҡуйманым – аҙаҡ иҫләп ҡараным да, ҡайҙа, ти, ул – осҡан.
Шулай уҡ йәме урынына ярай менән, тая һалдым – ҡаса һалдым урынына алмашынып киләләр: Өләсәй, шул орденыңды алырға Мәскәүгә барыуыңды һөйләрһең әле берәй ваҡыт, йәме. – Кәнсәләрҙән ҡайтышлай инеп алырым, йәме! – Йәме, йәме. Ҡыҙый, һин ҡалмайһың инде, килерһең, йәме. – Йәме. Бик күрәһем килә ул яҡтарҙы. – Абыйҙың һынап ҡарап тороуын һиҙеп, шып туҡтаным да тая һалдым янынан. Тайҙым тиҙерәк, ныҡ һуҡмаһа ла, эләктереүе бар – бүтән төкөрмәҫтәй булырһың.
 
== Һылтанмалар ==
* ''Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия.'' «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
* [http://www.bashkortostan.ru/state/municipality/detail.php?ID=2720 Башҡортостан Республикаһы сайтында]
 
{{Башҡортостан райондары}}
{{Ғафури районы ауылдары}}
 
[[ТөркөмКатегория:Башҡортостан райондары]]
[[ТөркөмКатегория:Ғафури районы]]