Тютчев Фёдор Иванович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә робот үҙгәртте: sk:Fiodor Ivanovič Ťutčev
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Рәсем: Tiutchev.jpg|thumb|right|250px]]
'''Фёдор Иван улы Тютчев''' ({{lang-ru|Фёдор Иванович Тютчев}}) — арҙаҡлы урыҫ яҙыусыһы, шағир, дипломат. [[Санкт-Петербург]] фәндәр академияһы ағзаһы. [[1803]] йылдың [[5 декабрь|5 декабрендә]] [[Орел (губерния)|Орел губернияһы]], [[Брянск (өйәҙ)|Брянск өйәҙе]], [[Овстуг (имение)|Овстуг имениеһында]] тыуған. [[1873]] йылдың [[27 июнь|27 июнендә]] [[Царское Село|Царское Селола]] үлгән. [[Санкт-Петербург|Санкт-Петербургтағы]] [[Новодевичий монастыре]] ҡәберлегендә ерләнгән.
<p>[[Мюнхен]], [[Турин]] ҡалаларында йәшәгән, [[Гейне]], [[Шеллинг]] менән таныш булған. Рәсәйҙең әҙәбиәт тормошонда ҡатнашмаған, үҙен әҙип тип атамаған. Шуға ҡарамаҫтан, Тютчевтың 400-гә яҡын шиғырҙары һаҡланған, уларҙың юлдары Рәсәйҙә йыш ҡына телгә алыналар. Уның тәүге шиғырҙары [[XVIII]] быуаттағы шиғри ғөрөф-ғәҙәттәр тәьҫирендә яҙылған. [[1830]]-сы йылдарҙа яҙылған шиғырҙарында [[Европа]] (бигерәк тә немец) [[романтизм|романтизмы]] йүнәлеше көслө. Уның фәлсәфәүи (медитатив) лирикаһында төп темалар булып ил, кеше ғүмере, тәбиғәт тураһында уйланыуҙар тора. [[1840]]-сы йылдарҙа Рәсәй һәм көнбайыш цивилизациялары араһында булған мөнәсәбәттәргә бағышланған сәйәси мәҡәләләр яҙа. [[1850]]-сы йылдарҙа Тютчев мөхәббәткә бағышланған һәм йөрәккә үтеп инерлек шиғырҙар ижад итә, унда мөхәббәт бәхетһеҙлек, ҡайғы мәғәнәһендә аңлатыла. Һуңыраҡ был шиғырҙар «Денисьева циклы»на , йәғни шағирҙың Е.А. Денисьева исемле һөйәркәһенә бағышланған шиғырҙар шәлкеменә, инә. 60-70-се йылдарҙа Тютчев ижадында бигерәк тә сәйәси шиғырҙар өҫтөнлөк итә.
<p> Иң танылған шиғыры «Silentium!» – әсенеү менән өндәшмәҫкә саҡыра, сөнки бер кешенең әйткәнен икенсе кеше бер ваҡытта ла һуңынаса аңлап бөтмәй. «Аҡыл менән Рәсәйҙе аңлап булмай», «Әйтелген һүҙҙең ниндәй мәғәнәлә кире әйләнеп ҡайтасағын алдан фаразлап булмай» һәм «ӘйтелгенӘйтелгән уй ул алдау» тигән шиғри юлдар Тютчевтың иң йыш ҡабатланған афоризмдары.
== Һылтанмалар ==