Ауырғазы районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
63 юл:
}}
'''Ауырғазы районы''' — Өфөнән 80 км көньяҡта, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең яҡшы үҙләштерелгән өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны 2014 км². Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 47,2; 1989 — 39,1; 1995 — 38,8; 2010 — 30,9. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 19 кеше. Күпселеге [[татарҙар]], [[сыуаштар]], [[башҡорттар]]. Район үҙәге — [[Талбазы (Ауырғазы районы)|Талбаҙы]] ауылында — 11,6 мең кеше (1994) йәшәй.
== Халыҡ һаны ==
'''Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)'''
{| class="wikitable " style="text-align:center"
| style="background:#f0f0f0;"|'''Иҫәп алыу йылы һәм көнө'''
| style="background:#f0f0f0;"|'''Бөтә халыҡ'''
| style="background:#f0f0f0;"|'''Ир-егеттәр'''
| style="background:#f0f0f0;"|'''Ҡатын-ҡыҙҙар'''
| style="background:#f0f0f0;"|'''Ир-егеттәр өлөшө (%)'''
| style="background:#f0f0f0;"|'''Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)'''
|-
| 1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)||||||||||
|-
| 1920 йыл 26 август||||||||||
|-
| 1926 йыл 17 декабрь||||||||||
|-
| 1939 йыл 17 ғинуар||||||||||
|-
| 1959 йыл 15 ғинуар||||||||||
|-
| 1970 йыл 15 ғинуар||||||||||
|-
| 1979 йыл 17 ғинуар||||||||||
|-
| 1989 йыл 12 ғинуар||||||||||
|-
| 2002 йыл 9 октябрь||||||||||
|-
| 2010 йыл 14 октябрь||36970||17716||19254||47,9||52,1
|-
|}
{{Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар}}
 
== Географияһы ==
Ер өҫтө формалары убалы ҡалҡыулыҡтарҙан тора, ныҡ [[карс]]ланған . Климаты континенталь һәм уртаса дымлы. Район територияһы аша [[Өршәк (йылға)|Өршәк]] һәм [[Ауырғазы (йылға)|Ауырғазы]] йылғалары аға. [[Имән]], [[ҡайын]] ҡатыш имән, [[йүкә]] һәм [[уҫаҡ]] урмандары район майҙанының 17% биләй, ҡалҡыулыҡтарҙа һирәк-һаяҡ утрау булып үҫә.
 
Район ерендәге тупраҡ һелтеһеҙләнгән, карбонатлы, һоро урман һәм ғәҙәти ҡара тупраҡлы.
 
== Иҡтисад ==
Районда [[нефть]] ятҡылыҡтары (Боҙаяҙ, Өршәк, Талбаҙы, Ибрай, Черниговка, Добровольный), кирбес сеймалы (Софиполь һәм Суханово), балсыҡ (Дарьино, Яңы Федоровка), ҡом (ДуБашҡортостановка, Кесе ИБашҡортостанай), [[гипс]], [[эзбизташ]], ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Түбәнге Ләкәнде), агрономик [[руда]]лар (Яңы Төрөмбәт һәм Иҫке Ҡарамалы) запасы бар. Ауырғазы районы нигеҙҙә, — [[ауыл хужалығы]] районы. [[Ауыл хужалығы]] ерҙәре (121 мең га) бөтөн Район майҙаныныңның 72% биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 103 мең га. [[ауыл хужалығы]] предприятиелары [[бойҙай]], [[ҡарабойҙай]], [[шәкәр сөгөлдөрө]] үҫтереүгә, һөт-ит малы, [[сусҡа]], [[һарыҡ]] үрсетеүгә махсуслашҡан.