Һыу: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Haqmar (фекер алышыу | өлөш)
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
34 юл:
[[Химия|Химик]] формулаһы: H<sub>2</sub>O. Температураһы [[Цельций]] буйынса 0 градустан түбән төшһә, ҡаты хәлгә әйләнә. Һыүҙың ҡаты хәле булып [[боҙ]], [[ҡар]], [[бәҫ]] тора. Температураһы Цельций буйынса 100 градусҡа күтәрелһә, ҡайнап сыға һәм быуға әйләнә. Ер йөҙөнең 71% тирәһе [[һыу ятҡылыктары]] менән ҡапланған. Улар [[океан]], [[диңгеҙ]], [[йылға]], [[күл]], [[боҙлоҡ]]тарҙан тора.
 
Һыу көслө иреткес. Тәбиғи торошонды Һыуҙа һәр ваҡыт иретелгән матдәлер бар.
Ер йөҙөндә йәшәү рәүешенең төп нигеҙе булып һыу тора. Һәр бер тере йәндең һәм үҫемлектең химик төҙөлөшөнә инә, тирә-яҡ мөхиттең торошон билдәләй.
40 юл:
Тере [[кеше]]нең тәнендә 55%-тан 78%-ҡа тиклем һыу бар, уның күләме [[кеше]]нең йәше һәм ауырлығына бәйле. [[Кеше]] организмында 10% һыу юғалтыу үлем осрағына килтереүе мөмкин. Тәндә һыу күләмен бер кимәлдә тотоу өсөн кешегә көнөнә яҡынса 3 литр һыу эсергә кәрәк.
== Һыу төрҙәре ==
Һыу Ер йөҙөндә өс агрегат хәлдә булыуы мөмкин — шыйыҡлыҡ , газ хәлендә һәм ҡаты хәлдә. Улар барыһы ла йәнәш булыуы мөмкин, мәҫәлән: һауала һыу [[быу]]ы һәм болот, [[диңгеҙ]]ҙә һыу һәм [[айсберг]], ерҙә [[боҙлоҡ]] һәм [[йылға]]. Һыу бик күп матдәләрҙең тәмен алып үҙендә иретә ала. Һыуҙың "йәшәү сығанағы" булараҡ мөһимлеген иҫәпкә алып өс типҡа бүлеп йөрөтәләр.
Барлыҡҡа килеү, составы, ҡулланышы һәм башҡа үҙенсәлеген иҫәпкә алып:
* Кальций һәм калий катиондарын иҫәпкә алып йомшаҡ һыу һәм ҡаты һыу.
* Молекула изотопы буйынса:
** Еңел һыу (составы буйынса ғәҙәти һыуға яҡын).
** Ауыр һыу (дейтерийлы һыу)
** Үтә ауыр һыу (тритийлы һыу)
* Сөсө һыу
* Ямғыр һыуы
* Диңгеҙ һыуы
* Ер аҫтындағы һыу
* Минераль һыу
* Тоҙло һыу
* Эсәр һыу, һыу үткәргестәге һыу
* Дистиллирланған һыу, деионизациаланған һыу
* Ташландыҡ һыуҙар
* Ямғыр һыуҙары һәм ер өҫтө һыуҙары
* Үле һыу һәм Тере һыу — сифаты буйынса әкиәттәге һыу төрҙәре
* Изге һыу — дини тәғлимәт буйынса махсус һыу
* Поли-һыу (күплек мәғәнәһендә)
* Структурланған һыу — академик булмаған теорияларҙағы термин.
== Һыуҙың химик исемдәре ==
67 юл:
* Водород гидрооксиды
* Дигидроген монооксиды
* Гидроксиль кислота
* Оксидан
* Дигидромонооксид
74 юл:
Һыу [[нормаль шарттар]]ҙа шыйыҡ агрегат хәлдә, башҡа [[водород]] ҡушылмалары киреһенсә газ хәлендә була. Был молекулаларҙың үҙенсәлекле характеристикаһы менән һәм улар араһындағы бәйленеш менән аңлатыла. [[Водород]] атомдары [[кислород]] атомына 104,45° мөйөш яһап ҡушыла, һәм был конфигурация ҡәтғи һаҡлана. Водород атомы һәм кислород атомы араһындағы [[электро тиҫкәрелек]] айырмаһы ҙур булыу сәбәпле [[электрон болото]] кислород яғына күскән. Шул сәбәпле һыу молекулаһы актив диполь булып тора, кислород яғы тиҫкәре, ә водород яғы ыңғай.
 
Нәтижәлә молекулалар [[поляр бәйленеш]] барлыҡҡ килтереп ҡапма-ҡашы полюстары менән бер-береһенә тартышалар, уларҙы айырыу өсөн күп энергия сарыф ителәсәк. Водород ионы [[протон]]дың тышҡы [[электрон ҡатламы]] юҡ һәм ул бик бәләкәй, шуға күрә тиҫкәре поляризацияланған күрше кислород электрон тышсаһына башҡа молекула менән водород бәйләнеше барлыҡҡа килтерә. Һәр молекула күршеләре менән дүрт водород бәйләнеше менән бәйләнгән — кислород атомы ике бәйленеш барлыҡҡа килтерә һәм водород атомы ике бәйленештә. Молекулалар араһындағыи поляр һәм водород бәйләнеше һыуҙың юғары [[ҡайнау температураһы]]н һәм [[сағыштырмаса парға әйләнеү йылылығы]]н билдәләй. Ошо бәйләнештәр булыу сәбәпле һыу мөхитендә 15-20 мең атмосфераға тиклем баҫым барлыҡҡа килә, был һыуҙың ҡайын ҡыҫылыусанлаған аңлата, һыу быры 0,00005 күләмгә ҡыҫыла.
 
Һыу һәм боҙ структураһы оҡшаш. Һыу һәм боҙҙа стркуктура барлыҡҡа килтереп молекулалар билдәле бер тәртиптә урылашырға тырыша, тик йылылыҡ хәрәкәте ҡамасаулай. Ҡаты хәлгә күскән ваҡытта йылылыҡ хәрәкәте булмай һәм башҡаса структура барлыҡҡа килтереүгә ҡамасауламай, һыу молекулалары билдәле тәртиптә урынлаша, был процесста молекулалар араһындағы бушлыҡ арта һәм дөйөм тығыҙлыҡ түбән төшә, был боҙ фазаһында һыуҙың түбәнерәк тығыҙлыҡта булыуын аңлата. Парға әйләнгәндә, киреһенсә бәйләнештәр өҙөлә. Бәйләштәрҙе өҙөү өсөн бик ҙур энергия кәрәк, шуға һыуҙың башҡа шыйыксалар араһында һәм ҡаты матдәләр араһында иң ҙүр сығыштырмаса йылы һыйҙырыусанлағы. Бер литр һыуҙы бер градусҡа йылытыу өсөн 4,1868 кДж энергия кәрәк. Ошо үҙенсәлеге булғанға күрә, һыу йыш ҡына йылылыҡ биргес итеп файҙалыныла.
109 юл:
Ер (планета)Ер йөҙөнөң 3/4 өлөшөн һыу тәшкил итә. Ерҙең гидросфераһы Донъя океанын, ҡоро ер һыуҙарын һәм [[атмосфера]]лағы һыуҙы үҙ эсенә ала. Гидросферала һыу үҙ-ара тәбиғәттәге һыу әйләнеше процесы менән бәйләнгән.
 
=== Донъя океаны һыуҙары ===
Донъя океанына планеталағы бөтә һыуҙың 96%-тан ашыуы тура килә. Планеталағы һыуҙы материктар һәм утрауҙар айырым океандарға — [[Тымыҡ океан|Тымыҡ]], [[Атлантик океан|Атлантык]], [[Һинд океаны|Һинд]] һәм [[Төньяҡ Боҙло океаны]]на бүлә. Антарктиданы уратып алыусы [[Көньяҡ океан]] айырым күрһәтелә. Майҙаны буйынса иң ҙуры — Тымыҡ океан иң бәләкәйе — Төньяҡ Боҙло океан. Океандарҙың ҡоро ергә инеп торған өлөшө диғгеҙҙәр тип атала. Иң ҙур диңгеҙҙәр: [[Филлипин диңгеҙе|Филлипин]],[[Ғәрәп диңгеҙе|Ғәрәп]], [[Мәрйен диңгеҙе|Мәрйен]] диңгеҙҙәре.
 
127 юл:
 
== Ҡыҙыҡлы факттар ==
* Хайуандар һәм үҫемлектәр организмында уртасы 50% һыу бар<ref name="НТ.ЗПВ">[http://n-t.ru/ri/ar/zv01.htm Наука и техника. Книги. Загадки простой воды.]</ref>.
* Ер мантияһында һыу миҡдары, Донъя океаны менән сағыштырғанда, 10-12 тапҡыр күберәк<ref>[http://www.priroda.ru/lib/detail.php?ID=5546 Состав и природа минтии Земли]</ref>..
* Донъя океаны уртаса 3,6 км тәрәнлектә, Ер өҫтөнөң 71% ҡаплай һәм билдәле булған һыу запастарының 97,6% туплаған.
* Әгәр Ерҙә уйһыулыҡтар һәм ҡалҡыулыҡтар булмаһа һыу бөтә Ер өҫтөн 3 км тәрәнлектә ҡаплар ине<ref>[http://znaniya-sila.narod.ru/solarsis/zemlya/earth_04.htm Биосфера Земли]</ref>..
* Әгәр бөтә боҙлоҡтар иреп бөтһә, Ерҙә һыу кимәле 64 м-ға күтәрелер ине һәм ҡоро ерҙен 1/8 өлөшө һыу аҫтында ҡалыр ине.
* Диңгеҙ һыуы ғәҙәти 35 ‰ тоҙлолоҡта − 1,91&nbsp;°C-та туңа<ref>[http://www.tetis.ru/?p=uwabout&id=95 Дайвинг: статьи, каталог снаряжения, обучение, магазины, клубы и центры]</ref>..
* Һыу ыңғай температурала ла туңа<ref>Всеволод Арабаджи. [http://n-t.ru/ri/ar/zv01.htm Загадки простой воды.] 2001</ref>.
* Билдәле бер шарттарҙа (нанотрубка эсендә) һыу яңы хәлгә күсә, аблосют нулгә яҡын температураларҙа ағыу һәләтеп һаҡлай<ref>[http://www.sciencedaily.com/releases/2005/06/050605183843.htm Science Daily (англ.)]</ref>.
* Һыү ҡояш яҡтыһының 5% кире сағылдыра, ә ҡар 85%. Боҙ аша океанға тик 2% ҡояш яҡтыһы үтә.
* Океандың зәңгәр төҫө һыуҙа яҡтылыҡтың һайланып йотолоуы һәм тарҡалыуы менән аңлатыла.
* Һыу Ерҙә шыйыҡ фазанан ҡаты фазаға күскәндә киңәйә торған күп булмаған матдәләр араһына керә, бынан тыш [[висмут]] һәм [[галлий]]ҙын ошондай үҙенсәлеге бар.
* Һыу [[фтор]] булған атмосферала янырға мөмкин, ҡайһы саҡта шартлау менән. Был осраҡта [[кислород]] бүленеп сыға.
== Әҙәбиәт ==
* Лосев К.С. Вода. — Л.: Гидрометеоиздат, 1989. — 272 с.
149 юл:
{{commons|Category:Water}}
 
[[ТөркөмКатегория:Ер]]
 
{{Link FA|eu}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һыу» битенән алынған