Әл-Бәҡара сүрәһе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
28 юл:
 
== Транскрипцияһы ==
 
 
== Мәғәнәһе ==
Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
# Әлиф ләм мим.
Юл 58 ⟶ 61:
# Нисек һеҙ Аллаға ышанмайһығыҙ? Һеҙ үлек инегеҙ, Ул һеҙҙе терелтте, һуңынан Ул һеҙҙе тағы ла үлтерер, тағы терелтер, шунан һуң һеҙ Уға ҡайтарылырһығыҙ.
# Ул — Ер йөҙөндәге бөтә нәмәне һеҙҙең өсөн барлыҡҡа килтерҙе, шунан Куккә йүнәлде, уны ете ҡат итеп төҙөнө, һәм Ул — һәр нәмәне белеүсе!
30.# Һәм бына Раббың фәрештәләргә: «Мин Ер йөҙөндә Үҙемдең урынбаҫарымды булдырасаҡмын»,— тине. Улар: «Һин әллә унда боҙоҡлоҡ ҡылыусыны һәм ҡан түгеүсене булдырмаҡсы булаһыңмы? Ә беҙ Һине маҡтайбыҙ, Һине изге тибеҙ»,— тинеләр. Ул: «Ысынлап та, Мин һеҙ белмәгән нәмәләрҙе беләм!» — тине.
31. Һәм Ул Әҙәмгә барлыҡ исемдәрҙе өйрәтте һәм уларҙы фәрештәләр алдына ҡуйып: «Әгәр хаҡ һүҙле булһағыҙ, бына быларҙың исемдәрен Миңә әйтеп бирегеҙ әле!» —тип мөрәжәғәт итте.
32. Улар: «Дан Һиңә! Беҙ бит ни бары Һин өйрәткәнде генә беләбеҙ. Ысынлап та, Һин беләһең, Һин хикмәтле!» — тинеләр.
Юл 64 ⟶ 67:
34. Һәм бына Беҙ фәрештәләргә: «Әҙәмгә сәждә ҡылығыҙ!» — тип әйттек. Иблестән башҡаһы сәждә ҡылды. Ул ҡарышты, тәкәбберләнде һәм кафырҙарҙан булды.
35. Һәм Беҙ: «Эй, Әҙәм, һин дә, халҡың да йәннәттә тороғоҙ. Теләгән ерҙә рәхәтләнеп ашағыҙ. Ләкин, залимдарҙан булмау өсөн, бына был ағасҡа яҡын килмәгеҙ!» — тинек.
36.# Ә шайтан уларҙы уға [ағасҡа] һөрөндөрҙө һәм уларҙы торған ерҙәренән сығарҙы. Һәм Беҙ: «Бер-берегеҙгә дошман булып, һөрөлөп китегеҙ! Һеҙгә урын һәм уаҡытына тиклем файҙаланыу [әйберҙәре] — Ер йөҙөндә»,— тинек.
37.# Һәм Әҙәм Раббыһынан һүҙҙәр, ә Ул уның тәүбәһен ҡабул итте. Ысынлап та, Ул рәхимле, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе!
38.# Беҙ: «Барығыҙ, унан бергә һөрөлөп китегеҙ! Әгәр һеҙгә Минән ҡулланма килһә, кем Минең - ҡулланмама эйәрә, шуға ҡурҡыныс та юҡ, ҡайғы-хәсрәт тә булмаҫ»,— тинек.
39.# Ә инде иман килтермәйенсә Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанаусылар — тамуҡ киҫәүҙәре, улар мәңге шунда ҡалыр.
40. Эй һеҙ, Исраил улдары! Минең һеҙгә күрһәткән ниғмәттәремде иҫкә алығыҙ, Миңә биргән үәғәҙәләрегеҙҙе теүәл үтәгеҙ. Мин дә Үҙ үәғәҙәмде үтәрмен. Минән ҡурҡығыҙ!
41.# Һәм һеҙҙең менән булғандың дөрөҫлөгөн иҫбат итеү өсөн Мин төшөргән нәмәгә иман килтерегеҙ. Уға ышанмаусы кафырҙарҙың тәүгеһе булмағыҙ. Минең аяттарым бәрәбәренә аҙ хаҡ алығыҙ һәм Минән ҡурҡығыҙ!
42.# Хәҡиҡәтте йәшереү өсөн уны ялған менән ҡапламағыҙ, үҙегеҙ белә тороп та.
43.# Намаҙ тороғоҙ, зәкәт түләгеҙ, рәҡәғәт ҡылыусылар менән рәҡәғәт ҡылығыҙ.
44.# Китап уҡыған мәлдә һеҙ, үҙ-үҙегеҙҙе онотоп, кешеләргә изгелек эшләргә ҡушырһығыҙмы ни? Аҡылға ултырмаҫһығыҙмы ни?
45.# Сабырлыҡты һәм намаҙҙы ярҙамға саҡырығыҙ, ул тыйнаҡ кешеләргә генә ауыр түгел,
46.# Раббыларын осратабыҙ һәм Уға ҡайтабыҙ тип уйлаусыларға.
47.# Эй һеҙ, Исраил улдары! Минең һеҙгә биргән ниғмәтемде һәм Минең һеҙҙе бөтә ғәләмдәрҙән артыҡ ҡылыуымды иҫегеҙгә төшөрөгөҙ!
48.# Шул көндән ҡурҡығыҙ: ул көндө бер йән икенсе йән өсөн һис бер нәмә түләй алмаҫ, унан яҡлашыу ҙа ҡабул ителмәҫ, унан ғәҙеллек тә алынмаҫ, һәм уларға ярҙам да ителмәҫ!
49.# Һәм бына Беҙ һеҙҙе Фирғәүен кешеләренән ҡотҡарҙыҡ. Улар, һеҙҙең ир балаларығыҙҙы үлтереп, ҡатын-ҡыҙҙарығыҙҙы иҫән ҡалдырып, һеҙгә яуыз ғазап һалғайнылар. Һәм бында Раббығыҙҙан һеҙгә бөйөк һынау бар!
50.# Һәм бына Беҙ һеҙҙең алдығыҙҙа диңгеҙҙе икегә ярҙыҡ, һеҙҙе ҡотҡарҙыҡ, ә Фирғәүен ырыуын һыуға батырҙыҡ, һеҙ үҙегеҙ күреп торҙоғоҙ.
51.# Һәм бына Беҙ Мусаға ҡырҡ көндө үәғәҙә иттек, шунан һуң үҙегеҙгә [илаһ итеп] быҙау алдығыҙ, һәм һеҙ залимдарҙан булдығыҙ.
52.# Шунан һуң Беҙ һеҙҙе ярлыҡаныҡ,— моғайын, шөкөр итерһегеҙ!
53.# Һәм бына Беҙ Мусаға китап һәм айырымлыҡ [яман менән яҡшы араһында] бирҙек — моғайын, һеҙ тура юлдан китерһегеҙ!
54.# Һәм бына Муса үҙ халҡына: «Эй, халҡым, һеҙ бит, быҙауҙы табыныу өсөн алып, үҙ-үҙегеҙгә золом ҡылдығыҙ, һеҙҙе Бар ҡылыусыға тәүбә итегеҙ һәм үҙегеҙҙе үлтерегеҙ: был һеҙҙең өсөн Яратыусығыҙ ҡаршыһында хәйерлерәк. Ул һеҙҙе ғәфү итте, Ул ярлыҡаусы, рәхимле!» — тине.
55.# Һәм бына һеҙ: «Эй, Муса, беҙ Алланы асыҡ итеп күрмәй тороп һиңә ышанмайбыҙ»,— тинегеҙ. Һеҙҙе йәшен һуҡты, уны үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ бит.
56.# Унан, һеҙ үлгәс, Беҙ һеҙҙе яңынан терелттек — моғайын, шөкөр итерһегеҙ.
57.# Беҙ һеҙҙе болот менән күләгәләнек, һәм һеҙҙең өсөн манна һәм бытбылдыҡ ҡошо төшөрҙөк. Беҙ биргән ризыҡтарҙың яҡшылары менән туҡланығыҙ! Улар Беҙгә золом ҡылманы, әммә үҙ-үҙҙәренә залим булдылар.
58.# Беҙ уларға: «Был ауылға инегеҙ, рәхәтләнеп, теләгән ерҙә туҡланығыҙ. Ҡапҡанан ингән саҡта, сәждә ҡылып: «Ярлыҡау!» — тип әйтегеҙ. Беҙ һеҙҙең гонаһтарҙы ярлыҡарбыҙ һәм яҡшылыҡ эшләгәндәргә арттырырбыҙ»,— тинек.
59.# Һәм золом ҡылған кешеләр үҙҙәренә әйтелгән һүҙҙе икенсегә алмаштырҙылар, һәм залимдарға боҙоҡ булғандары өсөн Беҙ Күктән яза төшөрҙөк.
60.# Һәм бына бер уаҡыт Муса үҙ халҡына һыу һораны, һәм Беҙ: «Таяғың менән ошо ташҡа һуҡ!» —тинек. Ул таштан ун ике шишмә урғылып сыҡты һәм бар кешеләр эсә торған урындарын белделәр. «Алла биргән ризыҡтарҙан ашағыҙ һәм эсегеҙ, Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратып, яманлыҡ эшләмәгеҙ!»
61.# Һәм һеҙ: «Эй, Муса, беҙ бер төрлө генә ашамлыҡҡа түҙеп тора алмайбыҙ; һин Раббыңдан беҙҙең өсөн доға ҡылып һора, Ул беҙгә Ерҙә үҫә торған нәмәләр — ҡыяр, һарымһаҡ, яҫмаҡ, һуған бирһен!»—тинегеҙ. Ул: «Һеҙ хәйерлене түбәнерәк нәмәгә алмаштырыуҙы һорайһығыҙмы ни? Ҡалаға төшөгөҙ һәм унда — һеҙ һораған нәмәләр»,— тине. Улар хурлыҡҡа һәм фәҡирлеккә дусар ителде, һәм Алланың асыуына тарынылар. Был уларҙың Алла аяттарына ышанмағандары өсөн һәм бәйғәмбәрҙәрҙе нахаҡҡа үлтергәндәре өсөн. Был — уларҙың буйһонмағандары өсөн һәм енәйәт ҡылғандары өсөн.
62.# Ысынлап та, иманлы кешеләр, шулай уҡ йәһүҙиҙәр һәм насраниҙар һәм сабийҙар, Аллаға иман килтергән, һәм ахирәт көнөнә иман килтергән, һәм изге эштәр эшләгәндәр — уларҙың әжере Алла ҡаршыһында. Уларға хәүеф тә юҡ, улар көйөнмәҫ тә.
63.# Бына Беҙ һеҙҙән үәғәҙә-килешеү алдыҡ. Һәм тауҙы һеҙҙең өҫкә күтәрҙек: «Беҙ биргәнде һеҙ көс менән тырышып тотоғоҙ һәм унда булғанды иҫтән сығармағыҙ,— бәлки һеҙ тәҡүәле булырһығыҙ».
64.# Һеҙ шунан һуң йөҙ сөйөрҙөгөҙ. Әгәр һеҙгә Алланың яҡшылығы һәм рәхмәте булмаһа, һеҙ зыян күреүселәрҙән булыр инегеҙ.
65.# Һеҙ үҙ арағыҙҙағы шәмбе көнөн боҙоусыларҙы беләһегеҙ. Беҙ уларға: «Хурлыҡлы рәүештә маймыл булығыҙ!» — тинек.
66.# Беҙ быны быға тиклем булғанға һәм бынан һуң буласаҡҡа ғибрәт һәм тәҡүәлеләргә үәғәз иттек.
67.# Һәм бына Муса үҙ халҡына: «Ысынлап та, Алла һеҙгә һыйыр боғаҙларға бойора!» — тине. Улар: «Һин беҙҙе көлкөгә ҡалдырмаҡсы булаһыңмы әллә?» — тинеләр. Ул: «Наҙандарҙан булмау өсөн мин Аллаға һыйынам»,— тине.
68.# Улар: «Раббыңды беҙгә саҡыр. Ул беҙгә уның ниндәй һыйыр икәнлеген аңлатһын!» — тинеләр. Ул: «Бына, Ул әйтә: «Ул һыйыр ҡарт та түгел, тана ла түгел, ошо икеһенең араһында урта йәштәрҙә», ти. Һеҙгә нимә ҡушылған, шуны эшләгеҙ!»,— тине.
69. Улар: «Раббыңды беҙгә саҡыр. Ул беҙгә һыйырҙың ни төҫлө икәнен аңлатһын»,— тинеләр. Ул: «Бына Ул әйтә: «Ҡарап тороусыларҙы төҫө шатландыра торған ҡоба һыйыр»,— тине.
70. Улар: «Раббыңды беҙгә саҡыр, Ул беҙгә һыйырҙың ниндәй икәнлеген аңлатһын, сөнки беҙҙең өсөн һыйырҙар бер-береһенә оҡшаш һәм беҙ, Алла теләһә, тура юлда булырбыҙ»,— тинеләр.
Юл 313 ⟶ 316:
284. Күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр барыһы ла Алланыҡы. Әгәр һеҙ күңелегеҙҙәген асыҡлаһағыҙ йәки йәшерһәгеҙ, бының өсөн Алла һеҙҙән хисап алыр. Ул теләгән кешене ярлыҡар, теләгән кешегә яза бирер: ысынлап та, Алла һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!
285. Үҙ Раббыһы тарафынан иңдерелгәндәргә рәсүл һәм мөьминдәр иман килтерҙе. Барыһы ла Аллаға иман килтерҙе һәм Уның фәрештәләренә, һәм уның китаптарына, һәм Уның рәсүлдәренә. «Рәсүлдәрҙең береһенән икенсеһен Беҙ айырмайбыҙ», «Беҙ ишеттек һәм баш эйәбеҙ. Ғәфү итеү—Һинеке, Раббыбыҙ, һәм ҡайтыуыбыҙ — Һиңә»,— тине улар.
286.# Мөмкин булғандан башҡа һис бер нәмәне Алла йәнгә йөкләмәй. Нимә ҡаҙанған булһа — уға, һәм уға ҡаршы ла — үҙе ҡаҙанғаны, «Раббыбыҙ! Әгәр беҙ онотһаҡ йәки хаталанһаҡ, беҙҙе шелтәләмә. Раббыбыҙ! Беҙҙән әүүәл булғандарға Һин йөкләткән кеүек ауырлыҡты беҙгә йөкләтмә! Раббыбыҙ! Беҙҙең тәҡәтебеҙ етмәҫте беҙгә йөкләтмә! Ҡотҡар беҙҙе, кисер, рәхимлек ҡыл беҙгә! Һин — беҙҙең хужабыҙ, кафыр халыҡҡа ҡаршы беҙгә ярҙам ит!»
 
== Мәғәнәһе ==
 
== Һылтанмалар ==
{{Навигация