Килограмм: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Xqbot (фекер алышыу | өлөш)
ә r2.7.3) (робот өҫтәне: zh-classical:公斤
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
7 юл:
|примечание = [[СИ ҡушылмаһы]]н карағыҙ
}}
[[FileРәсем:CGKilogram.jpg|thumb|250px|Халыҡ-ара килограмм өлгөһөнең компьютер һүрәте . Өлгө 90 % ағалтын и 10 % иридийҙан торған иретмәнән түңәрәгенең арҡыры оҙонлоғо һәм бейеклеге 39.17 мм булған цилиндрҙан тора.Халыҡ ара килограмм өлгөһө (эталон) Париж йәнәшәһендәге Севр ҡалаһында урынлашҡан Халыҡ ара Үлсәм һәм үлсәүҙәр бюроһында һаҡлана.]]
 
'''Килогра́мм''' (башҡортса яҙылышы: '''кг''' ; халыҡ ара: '''kg''' ) — ауырлыҡты үлсәү берәмеге, Халыҡ-ара берәмектәр системаһына (СИ) ҡараған төп ете берәмектең береһе.
 
Ғәмәлдәге килограмм төшөнсәһе Үлсәм һәм үлсәүҙәр буйынса 3-сө Генераль конференция ҡарары нигеҙендә 1901 йылда ҡабул ителгән һәм түбәндәгесә билдәләнә<ref name="ГОСТ">[http://www.leotec.ru/upload/iblock/432/432b148f277da39bdd5df10e1cd52d2d.pdf ГОСТ 8.417-2002. ][http://www.leotec.ru/upload/iblock/432/432b148f277da39bdd5df10e1cd52d2d.pdf Государственная система обеспечения единства измерений. ][http://www.leotec.ru/upload/iblock/432/432b148f277da39bdd5df10e1cd52d2d.pdf Единицы величин.]</ref><ref>[http://www.bipm.org/en/si/si_brochure/chapter2/2-1/kilogram.html Определение килограмма] на сайте Международного бюро мер и весов</ref>:
16 юл:
{{конец цитаты}}
 
Халыҡ-ара килограмм өлгөһө (эталон) Париж йәнәшәһендәге Севр ҡалаһында урынлашҡан Халыҡ ара Үлсәм һәм үлсәүҙәр бюроһында һаҡлана.&nbsp;Түңәрәгенең арҡыры оҙонлоғо һәм бейеклеге 39.17&nbsp;мм булған ағалтын һәм иридий иретмәһенән (90 % ағалтын, 10 % иридия) ҡойолған цилиндр эталон булып тора. Башта килограмм ауырлығы итеп 4 &nbsp;°C температурала һәм дингеҙ кимәлендәгә үрнәк атмосфера баҫымында булған бер куб дециметр (литр) таҙа [[Һыу|һыу]] билдәләнгән.
 
== Ҡабат һәм өлөш берәмектәр ==
28 юл:
 
== Килограмм өлөгөһө ==
[[FileРәсем:Standard_kilogram,_2.jpg|thumb|1&nbsp;кг өлгө күсермәһе, АҠШ-та һаҡланы.]]
[[FileРәсем:Prototype mass drifts.jpg|thumb|Өлгө күсермәһенең ауырлығы үҙгәреү күренеше]]
Әлеге ваҡытта килограмм кеше эшләгән әйбер, ағалтын һәм иридий иретмәһенән торған өлгө, менән билдәләнгән берҙән бер Си берәмеге. Башҡа бөтә берәмектәр төп физик үҙенсәлектәргә һәм ҡанундарға нигеҙләнеп билдәләнә.
 
[[XVIII быуат]]та метрлы үлсәүҙәр системаһын төҙөгәндә килограмм итеп 4 &nbsp;°C температураһында булған 1 дм³ таҙа һыу ауырлығы алынған. Был температурала һыу иң ҙур тығыҙлыҡ сифатына эйә. 1799 йылда килограмм өлгөһө итеп ағалтын гер эшләнә, әммә уның ауырлығы 1 дм³ һыу ауырлығынан 0,028 г күберәк була.
 
Ғәмәлдәге өлгә 1889 йылда түңәрәгенең арҡыры оҙонлоғо һәм бейеклеге 39.17&nbsp;мм булған ағалтын һәм иридий иретмәһенән ҡойолған цилиндр итеп эшләнелә<ref name="БСЭ"></ref>. Шул ваҡыттан бирле өлгө Халыҡ ара Үлсәм һәм үлсәүҙәр бюроһында һауа үтмәҫлек өс ҡат быяла ҡалпаҡ аҫтында һаҡлана. Шулай уҡ халыҡ ара өлөгөнөң теүәл рәсми күсермәләре эшләнә, артабан улар милли килограмм өлгөһе итеп ҡулланыла. Бөтәһе 80-дән ашыу күсермә эшләнгән. Уларҙың икәүһе Рәсәй<ref name="БСЭ"></ref> бирелгән һәм Менделев исемендәге Бөтә Рәсәй метрология ғилми эҙләнеүҙәр институтында һаҡлана. Яҡынса 10 йылға бер тапҡыр милли килограмм өлгөһе халыҡ ара өлөгө менән сағыштырыла. Был сағыштырыуҙар милли өлгөләрҙең теүәллеге 2 мкг тирәһе булыуын күрһәтә. Һаҡлау шарттары бер төрлө булыуы халыҡ ара өлөгөнең теүәллеген шик аҫтына ала. Төрлө сәбәптәр арҡаһында йөҙ йыл эсендә халыҡ ара өлгө 3{{e|−8}} ауырлығын юғалтҡан. Әммә, билдәләмә буйынса халыҡ ара өлөгөнең ауырлығы бер килограммға тигеҙ. Шуға күрә өлөгөнең хаҡ ауырлығы үҙгәреүе килограмм дәүмәле үҙгәреүенә килтерә.
 
Был етешһеҙлектән ҡотолоу маҡсатында 1999 йылда үткән Үлсәм һәм үлсәүҙәр буйынса 21-сө Генераль конференция ҡарарында милли лабораторияларға ауырлыҡ берәмеген төп физик үҙенсәлеккә йәки үҙгәрмәй торған атом берәмегенә бәйләп камиллаштырырға һәм киләсәктә килограмм төшөнсәһенең билдәләмәһен яңыртырға тәҡдим итәлә<ref>[http://www.bipm.org/en/CGPM/db/21/7/ The definition of the kilogram] Resolution 7 of the 21st meeting of the CGPM (1999)</ref>. Шунан һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер халыҡ ара ойошмалар килограмм төшөнсәһенең билдәләмәһен яңыртыу буйынса тәҡдимдәр әҙерәләү эше менән булды<ref>{{статья|автор =Каршенбойм С. Г.|заглавие =О переопределении килограмма и ампера в терминах фундаментальных физических констант |ссылка = http://ufn.ru/ufn06/ufn06_9/Russian/r069d.pdf |издание =УФН |год =2006|том =176|номер =9|страницы =975-982}}</ref>.
41 юл:
2011 йылда үткән Үлсәм һәм үлсәүҙәр буйынса 24-сө Генераль конференция киләсәк Халыҡ ара берәмектәр системаһын (СИ) яңынан ҡарау ваҡытында төп берәмектәр билдәләмәһе төп физик үҙенсәлеккә йәки үҙгәрмәй торған атом берәмегенә бәйле итеп үҙгертергә тип ҡарар<ref name="Resolution1">[http://www.bipm.org/en/CGPM/db/24/1/ On the possible future revision of the International System of Units, the SI.] Resolution 1 of the 24th meeting of the CGPM (2011).</ref> итә.
 
Күҙалланыуынса Планк даими дәүмәл{{math|h}} 6,626 06X{{e|−34}} Джc '''точно''' <ref>Здесь Х заменяет одну или более значащих цифр, которые будут определены в окончательном релизе на основании наиболее точных рекомендаций CODATA</ref> буласаҡ. Ул саҡта ғәмәлдәге килограмм билдәләмәһе үҙгәртеләсәк. Килограмм ауырлыҡ берәмеге булып ҡаласаҡ, әммә уның дәүмәле СИ берәмеге м<sup>2</sup>·кг·с<sup>−1</sup> аталған 6,626 06X{{e|−34}} һанына тигеҙ Планк даими дәүмәленә бәйле булсаҡ.
 
== Иҫкәрмәләр ==
59 юл:
{{Приставки СИ}}
 
[[CategoryКатегория:Ауырлыҡ үлсәү берәмеге]]
[[CategoryКатегория:Метрология]]
[[CategoryКатегория:СИ]]
 
{{Link GA|en}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Килограмм» битенән алынған