Әминә бинт Үәһәб: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
5 юл:
==Пәйғәмбәрҙең зат-ырыуы==
Ҡәғбәтулланың асҡысы Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһи үә сәлләмдең ата-бабаларында һаҡлана, тап ошо тоҡом ғибәҙәтхананы тәртиптә тота, хаж ғәмәлен ойоштора. Был уларҙың Хашим ҡушаматлы олаталарынан быуындан-быуынға тапшырылып килә. Риүәйәттәрҙән аңлашылыуынса, ҡушамат йот йылында изге был заттың үҙ иҫәбенә Фәләстиндан (Палестина) ризыҡ алып ҡайтып, кешеләрҙе ас үлемдән ҡотҡарып ҡалыуы айҡанлы бирелгән (хәшәмә - бүлеү, турау, йәғни, икмәкте ашҡа турау мәғәнәһендә).
 
Хашим баҡый донъяға күскәндән һуң вазифа ҡустыһы Мотталипҡа күсә, әммә ул бер нисә йылдан мәрхүм ағаһының Мәҙинәлә йәшәгән берҙән-бер улы Шәйбәне Мәккәгә алып ҡайта ла бурыстарын уның елкәһенә һала. Тап шуның өсөн дә Шәйбәне Ғәбд әл-Мотталип, йәғни, Мотталиптың ҡоло тип атап йөрөтә башлайҙар.