Әминә бинт Үәһәб: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
70 юл:
==Мөхәммәт Пәйғәмбәр әсәләр тураһында==
Атаһын бөтөнләй күрмәгән, әсә наҙынан кескәйҙән мәхрүм ҡалған нарасый, әлбиттә, ғүмере буйы уларҙы юҡһына. Хәҙистәрҙән уның мосолмандарҙан ата-әсәгә хөрмәтле булыуҙы талап итеүе асыҡ күренә. Бына бер иҫтәлек:
 
Кемдер Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән: “Әй Рәсүлуллаһ, әҙәмдәрҙән кем иң яҡшы мөнәсәбәтемә лайыҡ?” – тип һораған. “Әсәйең”, - тигән Рәсүлебеҙ. “Унан ҡала кем?” “Әсәйең.” “Унан ҡала кем?” “Әсәйең.” “Унан ҡала кем?” “Атайың”.
 
Был хәҙистән күренеүенсә, Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әсәйҙәрҙе атайҙарға ҡарағанда өсләтә нығыраҡ ҡәҙерләргә ҡушҡан.
 
Ҡөрьән Кәримдә шулай уҡ әсәләргә төшкән ауыр вазифалар тураһында иҫ киткес йомшаҡ һәм наҙлы һүҙҙәр менән телгә алына.
 
Инәбеҙ Әминә менән Рәсүлебеҙҙе үҙ балаһындай яратып, ҡәҙерләп тәрбиәләгән, һаклаған һөт инәһе Хәлимә - был аяттарға тәү сиратта лайыҡ әсәләр.