Әминә бинт Үәһәб: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
11 юл:
==Әминәнең сабыйын ҡулына алыуы==
Әминәгә 14 йәш тулғас, уны Ҡөрәйеш ырыуының иң аҫылдарының береһе Абдуллаһ бин Ғәбд әл-Моталлипҡа кейәүгә бирәләр. ҡушылған кисен, йәғни, зөфаф кисәһен мосолмандар рәжәп айының тәүге йомаһында күренекле байрам итеп билдәләй һәм “рәғәиб” тип аталған был кистә бик күп доғалар уҡып, Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарҙы ярлыҡауҙы үтенә, тәүбә итә.
Пәйғәмбәребеҙҙең биографияһын теркәүселәрҙең хәҡиҡәткә иң яҡыны тип һаналған авторҙарҙан Ибн Хишамдың яҙмаларында билдәләнеүенсә, буйында булғанын белгәс, Әминә Инәбеҙ хикмәтле төш күргән. Имеш, ниндәйҙер рух тыуасаҡ баланың үҙ милләтенә баш буласағын әйткән һәм уны көнсөлдәрҙән, яман әҙәмдәрҙән һаҡларға ҡушҡан. Исеме Мөхәммәт булырға тейешлеген белдергән.
 
Тиҙҙән Пәйғәмбәребеҙҙең атаһы сауҙа эштәре менән Сүриәгә йүнәлгән, әммә Мәҙинәгә еткәс, ҡаты ауырып китеп, 25 кенә йәшендә шунда гүр эйәһе булған.
 
Әйтеүҙәренсә, Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмде әсәһе фил йылында рәбиғәл әүүәл айының ун икеһендә, шишәмбе көнөндә ҡулына ала. Улын биләп һалғас, әсәһе уның Ғәбд әл-Мотталип олатаһына хәбәр иттерә, хикмәтле төшөн һөйләп бирә. Олатаһы малайҙы алып, Ҡәғбәтуллаға йүнәлә һәм Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәрен әйтеп, бәпесте төштә әйтелгән исем менән нарыҡлай.
Һөйөклө ирен юғалтыу ҡайғыһы, донъяға сабый бүләк итеү көсөргәнеше, етмәһә, йылдың ифрат ҡоро килеүе арҡаһындағы яфалар йәш ҡатынды өҙлөктөрә. Олатаһы ейәненә һөт инәһе эҙләй башлай.
Юл 20 ⟶ 23:
Рәсүлебеҙҙе Сәғәдиә ибне Бәкер ырыуынан Хәлимә исемле ҡатынға тапшыралар. Сабыйҙы үҙ әсәһеләй мөхәббәт менән баҡҡан был аҫыл заттың балалары уға һөттәш туған булып сыға. Бына улар: Абулла ибн әл-Харис (йәғни, Харис улы), Үнәйсә бинт әл-Харис (Харис ҡыҙы) һәм әш-Шәймә ҡушаматлы Һизәмә бинт әл-Харис. Ҡушамат “аҡ йөҙлө” тигәнде аңлата. Белеүебеҙсә, динебеҙҙә һөттәш балалар яҡын туған тип иҫәпләнә һәм үҙ-ара өйләнешә лә алмай. Хәҙер инде илебеҙҙәге бала табыу йорттарында донъяға килгән сабыйҙарҙы күҙ алдына килтерәйек. Уларҙы бит ҡайһы саҡ төрлө сәбәптәр арҡаһында бер нисә көн әсәһенә имеҙергә бирмәй, шунда ятҡан ҡатындар тапшырған һөттө эсереп тоталар ине…
 
Ибн Хишамдың яҙмаларынан күренеүенсә, бала ҡулына нисек килеп юлыҡҡанын ул ошолай һөйләп ҡалдырған:
 
Ул йылы илгә йот килде һәм беҙ бер нәмәһеҙ ҡалдыҡ. Һөтөм ҡороно, төндәр буйы ас сабыйыбыҙҙың илауынан йоҡлай алмай сыға инек. Ҡарт дөйәбеҙ ҙә һыуалды, етмәһә. Аслыҡтан ҡотолор өсөн сараһын эҙләп, Мәккәгә сығып киттек. Имеҙергә бала алып, хаҡына йән аҫрарға ҡарар иткәйнек. Мөхәммәттән юлдаштарым менән тотош баш тартып бөттөк, атайһыҙ икәнен белгәс, олатаһы менән әсәһе нимә генә бирә ала инде, тип уйланыҡ. Мин уны-быны уйлағансы, әхирәттәрем Мәккә сабыйҙарын таратып алып та бөткән. Бер үҙем балаһыҙ ҡалдым, Мөхәммәтте лә бер кем дә алманы. Кешеләр ҡайтырға йыйынды, буш ҡул менән ҡайтмаҫ өсөн алдым инде теге сабыйҙы. Аллаһ бер ярҙамын бирер әле, тип уйланым. Ирем дә хупланы.
 
===Сабый Мөхәммәт менән булған мөғжизәле ваҡиғалар===
Бәпесте туҡтаған еребеҙгә алып килдем, ишәгемә атланып, итәгемә сабыйҙы һалыуым булды, түшемә һөт төштө. Туйғансы имде бала, үҙемдең улым да кинәнде, икәүләп рәхәтләнеп йоҡлап киттеләр.
 
Ирем ҡарт бейәгә атланғайны, ҡараһа, уның да елененә һөт тулған. Шуны һауып, туйғансы эстек. Ниһайәт, тыныслап төн үткәрҙек. Иртән торғас, ирем әйтә: “Биллаһи, Хәлимә, беҙ ҡотло бала алғанбыҙ”, - ти.
Ҡайтҡанда ишәгебеҙҙе башҡалар ҡыуып етә алмай, килгәндә беҙ улар артынан саҡ өлгөрә инек. Ғәжәп иттеләр.
 
Ҡәбиләбеҙҙең үләне ҡалмай ҡороған еренә ҡайтып еткәс, мөғжизәләр йәнә дауам итте. Һарыҡтарыбыҙ бүтәндәрҙеке менән бергә йөрөй, минекеләр елен тултырып һөт алып ҡайта, тегеләрҙекенән бер тамсы ла һығып сығара алмайҙар. Мөхәммәткә ике йәш тулып, имсәк ташлатҡансы шулай дауам итте. Ике йәшендә бала дүрт йәшлек кеүек күренә ине.
 
Теләмәһәк тә, уны әсәһенә ҡайтарыр ваҡыт етте. Мәккәлә ауырып китеүе бар, тип беҙҙә ҡалдырырға саҡ күндерҙек уны.
Әммә уны алып ҡайтып, бер нисә ай үтеүгә ғәжәп бер хәл булды. Мөхәммәт менән минең улым өй артында бәрәс көтөргә сыҡҡайнылар. Бер мәл улым ҡото осоп йүгереп килеп инде лә:
 
- Әсәй, ҡөрәйеш туғанымды аҡ кейемле ике ир тотоп алды ла ойпалай башланы, - тип ҡысҡырып ебәрҙе.
 
Ирем менән тиҙ генә шунда йүгерҙек. Ҡараһаҡ, бала ап-аҡ булып баҫып тора.
 
- Нимә булды, улым? – тием.
 
Яуабы беҙҙе шаҡ ҡатырҙы:
 
- Аҡ кейемле ике ир килеп, ергә һалдылар ҙа, эсемде ярып, нимәлер эшләнеләр.
 
Күп йылдар үткәс, Рәсүлебеҙ сәхәбәләренә шул саҡта эсен ярғас, йөрәген телеп, ҡара ҡан сығарып, таҙартыуҙарын һөйләй.
 
Һөт инәһе менән уның ире хафаға төшә һәм ҙур ҡазаға юлыҡмаҫ элек, малайҙы ҡайтарып ҡуйырға була.
 
Әминә Инәбеҙ был хәлгә аптырай, сөнки яңы ғына бик инәлеп, баланы кире алып ҡайтып киткәйнеләр бит. Тегеләр дөрөҫөн һөйләмәгәнен һиҙеп, ул һорау бирә:
 
- Әллә бер-бер ен-шайтан хәүефенән ҡурҡтығыҙмы?
 
- Эйе.
 
- Ҡурҡмағыҙ, ен-шайтан уның алдында көсһөҙ. Уның ниндәйҙер илаһи ҡеүәте бар. Буйға уҙғас, минән ниндәйҙер нур сыҡты ла унда Сүриәләге Бәсрә ерендәге зиннәтле һарайҙар сағылды. Йөгөм дә бик еңел булды. Донъяға килгәс үк сабыйым башын күтәреп күккә ҡараны. Шуға күрә хафаланмай ғына ҡалдырып ҡайт.
 
Баланы ҡайтарыуҙың йәнә бер сәбәбе булған тигән риүәйәт тә бар. Әминә Инәбеҙҙе өгөтләп, баланы кире алып ҡайтып барғанда уларҙың юлында бер нисә нәсрани хәбәш (эфиоп) осраған. Улар малайҙы күреп ҡалыу менән ентекләп һораша, әйләндереп-тулғандырып ҡарай башлаған. Шунан үҙҙәре менән бергә ебәрергә өгөтләргә тотонғандар. Беҙ уның серен беләбеҙ, ул ябай бала түгел, тигәндәр. Хәлимә Мөхәммәтте алып, саҡ ҡасып ҡотолған.
 
==Әминәнең вафаты==
Улына алты йәш тулғанда Әминә Инәбеҙ уны туғандарына күрһәтер өсөн Мәккә менән Мәҙинә араһындағы әл-Әбүә тигән ергә ҡунаҡҡа барған. Шул сәфәренән Мәккәгә ҡайтҡанда ҡаты ауырып китеп, вафат булған.