Әминә бинт Үәһәб: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
20 юл:
Рәсүлебеҙҙе Сәғәдиә ибне Бәкер ырыуынан Хәлимә исемле ҡатынға тапшыралар. Сабыйҙы үҙ әсәһеләй мөхәббәт менән баҡҡан был аҫыл заттың балалары уға һөттәш туған булып сыға. Бына улар: Абулла ибн әл-Харис (йәғни, Харис улы), Үнәйсә бинт әл-Харис (Харис ҡыҙы) һәм әш-Шәймә ҡушаматлы Һизәмә бинт әл-Харис. Ҡушамат “аҡ йөҙлө” тигәнде аңлата. Белеүебеҙсә, динебеҙҙә һөттәш балалар яҡын туған тип иҫәпләнә һәм үҙ-ара өйләнешә лә алмай. Хәҙер инде илебеҙҙәге бала табыу йорттарында донъяға килгән сабыйҙарҙы күҙ алдына килтерәйек. Уларҙы бит ҡайһы саҡ төрлө сәбәптәр арҡаһында бер нисә көн әсәһенә имеҙергә бирмәй, шунда ятҡан ҡатындар тапшырған һөттө эсереп тоталар ине…
Ибн Хишамдың яҙмаларынан күренеүенсә, бала ҡулына нисек килеп юлыҡҡанын ул ошолай һөйләп ҡалдырған:
Ул йылы илгә йот килде һәм беҙ бер нәмәһеҙ ҡалдыҡ. Һөтөм ҡороно, төндәр буйы ас сабыйыбыҙҙың илауынан йоҡлай алмай сыға инек. Ҡарт дөйәбеҙ ҙә һыуалды, етмәһә. Аслыҡтан ҡотолор өсөн сараһын эҙләп, Мәккәгә сығып киттек. Имеҙергә бала алып, хаҡына йән аҫрарға ҡарар иткәйнек. Мөхәммәттән юлдаштарым менән тотош баш тартып бөттөк, атайһыҙ икәнен белгәс, олатаһы менән әсәһе нимә генә бирә ала инде, тип уйланыҡ. Мин уны-быны уйлағансы, әхирәттәрем Мәккә сабыйҙарын таратып алып та бөткән. Бер үҙем балаһыҙ ҡалдым, Мөхәммәтте лә бер кем дә алманы. Кешеләр ҡайтырға йыйынды, буш ҡул менән ҡайтмаҫ өсөн алдым инде теге сабыйҙы. Аллаһ бер ярҙамын бирер әле, тип уйланым. Ирем дә хупланы.