Һәжәр (Исмәғилдең әсәһе) — версиялар араһындағы айырма

(→‎Һәжәр - Исмәғилдең әсәһе: Бүлектәр яһау. Гүзәл Ситдиҡова)
Сара көнсөлөктән ҡатынды балаһы-ние менән сүлгә алып барып ташлауҙы талап итергә тотона, тиелә риүәйәттәрҙә. Атай кешегә көтөп алған балаһы һис шикһеҙ йәл, ул байтаҡ икеләнә. Бер мәл Ибраһим пәйғәмбәргә Аллаһы Тәғәләнән: “Улыңдан бөйөк бер милләт тараласаҡ, уны сүлдә ҡалдыр”, - тигән вәхи килә. Ҡайҙа илтергә икәне лә төшөндөрөлә.
 
===Һәжәр - тәҡүәлек өлгөһө===
===Әсә ҡаһарманлығы===
 
Ибраһим пәйғәмбәр Һәжәр менән улы Исмәғилде әле Мәккә урынлашҡан, ә ул мәле яҡын-тирәлә бер әҙәм заты, бер тамсы һыу булмаған, яланғас таштар ғына һерәйеп торған тауҙар араһына килтереп ташлай. Тәҡүәлеге шул тиклем көслө була, ҡатын бары тик: “Һин быны Алланың ҡушыуы буйынса эшләйһеңме?” – тип кенә һорай һәм, ыңғай яуап ишеткәс, һис ҡаршылыҡ, ризаһыҙлыҡ күрһәтмәй, тороп ҡала. “Улай булғас, Аллаһ беҙҙе һәләк итмәҫ”, - тип иҫ киткес ышаныс менән тороп ҡала. Әгәр күңелендә шул тиклем инаныу булмаһа, ул бер үлән ҡыяғы ла үҫмәгән, кеше затының эҙе лә булмаған тау-таш араһында ҡурҡышынан, өмөтһөҙлөктөн йөрәге ярылып үлер, йә хыялланыр ине.
 
===Зәмзәм шишмәһенең ағып сыҡҡаны===
 
Бына турһыҡҡа һалынған һыу ҙа, ризыҡ та бөтә, ас балаһының илауына үҙәге өҙөлөп, Һәжәр Инәбеҙ һуңынан Сафа һәм Мәрүә тип аталасаҡ ике тау араһында йүгерә башлай. Береһенең түбәһенә менә лә, ян-яҡҡа ҡарай – тик ҡош-фәлән күренмәй, тимәк, һыу юҡ. Икенсеһенә йән асыуына йүгереп менә - шул уҡ хәл. Етенсе тапҡыр төшөп килгәндә Исмәғиле аяҡ тибеп илап ятҡан урындан һыу сыға башлағанын күрә. Һыу ер аҫтынан шул тиклем көс менән урғылып атыла һәм тиҙ үк тирә-йүнде баҫа ла башлай. Әгәр шул мәлдә Һәжәр Инәбеҙ “зәм-зәм” (беҙҙеңсә “сеү-сеү”) тип, тирә-яғын балсыҡ менән ҡоймалап ҡуймаһа, донъяны һыу баҫыр ине, тип әйтелә бәғзе бер сығанаҡтарҙа.
 
 
Ибраһим пәйғәмбәргә ҡатыны Сара ла ҡартайған көнөндә ул табып бирә, ошо тармаҡтан йәһүд халҡы тарала, бик күп пәйғәмбәрҙәр донъяға килә. Шулар араһында - мосолмандар айырата ололаған Ғайса ғәләйһиссәләм (Иисус Христос).
 
===Әсә ҡаһарманлығы===
 
Әммә Аллаһы Тәғәлә тарафынан, унан бөйөк милләт китәсәк, тип нарыҡланған Исмәғил улын да атай кеше онотмай, килеп йөрөй. Зөлхизә айының иң сағыу тажы, хаж ғәмәленең иң яуаплы көнө - ҡорбан салыу йолаһы ла уның тап ошо улы менән бәйле. Риүәйәттәрҙең ҡайһы берҙәрендә һөйләнелеүенсә, Аллаһ алдында бурысын үтәтмәҫ өсөн шайтан Ибраһим пәйғәмбәрҙең үҙен дә, ҡорбанға килтерелергә тейеш Исмәғилде лә, хатта Һәжәр Инәбеҙҙе лә үәсүәсәләп маташа. Әммә уларҙың һәр береһе Аллаға бер һүҙһеҙ буйһоноуын, тоғролоғон күрһәтә. Әсәнең яуабы иҫ киткес фәһемле лә, тетрәндергес тә була:
21 308

үҙгәртеү