Һәжәр (Исмәғилдең әсәһе): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.3) (робот өҫтәне: ru:Агарь; косметик үҙгәртеүҙәр
→‎Һәжәр - Исмәғилдең әсәһе: Бүлектәр яһау. Гүзәл Ситдиҡова
12 юл:
 
== Һәжәр - Исмәғилдең әсәһе ==
===Ибраһим пәйғәмбәр һәм Һәжәр===
 
Динебеҙҙә телгә алынған бөйөк пәйғәмбәрҙәребеҙҙең береһе – Ибраһим ғәләйһиссәләм. Тап бына ошо әүлиә заттан бөгөн донъя халҡының күпселеге тотҡан ибраһими (аврамистик) диндәр таралған да инде. Ибраһими диндәргә, мәғлүм булыуынса, йәһүди, нәсрани, ислами инаныстар инә.
 
20 юл:
Сара көнсөлөктән ҡатынды балаһы-ние менән сүлгә алып барып ташлауҙы талап итергә тотона, тиелә риүәйәттәрҙә. Атай кешегә көтөп алған балаһы һис шикһеҙ йәл, ул байтаҡ икеләнә. Бер мәл Ибраһим пәйғәмбәргә Аллаһы Тәғәләнән: “Улыңдан бөйөк бер милләт тараласаҡ, уны сүлдә ҡалдыр”, - тигән вәхи килә. Ҡайҙа илтергә икәне лә төшөндөрөлә.
 
===Әсә ҡаһарманлығы===
Ибраһим пәйғәмбәр Һәжәр менән улы Исмәғилде әле Мәккә урынлашҡан, ә ул мәле яҡын-тирәлә бер әҙәм заты, бер тамсы һыу булмаған, яланғас таштар ғына һерәйеп торған тауҙар араһына килтереп ташлай. Тәҡүәлеге шул тиклем көслө була, ҡатын бары тик: “Һин быны Алланың ҡушыуы буйынса эшләйһеңме?” – тип кенә һорай һәм, ыңғай яуап ишеткәс, һис ҡаршылыҡ, ризаһыҙлыҡ күрһәтмәй, тороп ҡала. “Улай булғас, Аллаһ беҙҙе һәләк итмәҫ”, - тип иҫ киткес ышаныс менән тороп ҡала. Әгәр күңелендә шул тиклем инаныу булмаһа, ул бер үлән ҡыяғы ла үҫмәгән, кеше затының эҙе лә булмаған тау-таш араһында ҡурҡышынан, өмөтһөҙлөктөн йөрәге ярылып үлер, йә хыялланыр ине.