Сәхәбәләр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
7 юл:
 
Ғөләмәләр сәхәбәләрҙе 3 төркөмгә бүлә:
* Мөһәжирҙәр — Мәккәнән йәки башҡа урындан Мәҙинәгә һижрәт ҡылған (күсенгән) арҡалаштары. Улар Ислам хаҡына мөлкәтен, туғандарын, тыуған ерҙәрен ҡалдырып киткәндәр.
* Ансарҙар — Мәҙинәлә йәки унан йыраҡ түгел йәшәгән мосолмандар.
* Башҡа арҡалаштары  — улар Мәккәне алғандан һуң ошо ҡалала йәки башҡа урында Ислам ҡабул иткән кешеләр. Уларҙы мөһәжир тип тә, ансар тип тә атамайҙар, бары тик сәхәбә тип исемләйҙәр.
 
Мосолмандар сәхәбәләрҙе, бер кемен дә айырмай, ихтирам итергә тейеш.<ref name=autogenerated4>[http://al-echedi.ucoz.com/news/2008-12-24-58 Сахабы — сподвижники пророка Мухаммада(c.a.в) — 24 Декабря 2008 — Исламский сайт «TAWHID»<!-- Заголовок добавлен ботом -->]</ref>
15 юл:
== Исламда сәхәбәләрҙең әһәмиәте ==
 
Әсхәбтәр Исламдың нығыныуына айырата ҙур өлөш индергән кешеләр, сөнки Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан уның эштәре, ҡылыҡтары һәм ниәттәре тураһында һөйләп ҡалдыралар (хәдистәр). Улар әле лә Исламдағы төп сығанаҡтар булып ҡала һәм шәриғәтте аңлатыуҙа ҡулланыла. <ref name="Исламист" />. [[Сөнниҙәрҙең ]] фекере буйынса, диндә иң лайыҡлы кешеләр - пәйғәмбәрҙәр, уларҙан ҡала - сәхәбәләр. Һуңғылары араһында иң лайыҡлылары 4 хәлиф - хаҡ имам: [[Әбү Бәкр]], [[Ғүмәр ибн әл-Хаттаб]], [[Усман]] һәм [[Али ибн Әбү Талип]]; улар артынан Мөхәммәт пәйғәмбәр ожмахҡа инәсәктәрен әйтеп ҡалдырған 6 сәхәбә һәм Пәйғәмбәребеҙҙең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйен<ref name=autogenerated4 />
 
Ҡатындар араһынан тәүге булып Ислам ҡабул итеүсе -Пәйғәмбәрҙең беренсе хәләл ефете [[Хәҙисә]]<ref name=autogenerated1 />; ирекле ирҙәр араһынан беренсе булып Әбү Бәкр иман килтерә, балалар араһынан — Али ибн Әбү Талиб, ҡолдарҙан — [[Зәйд ибн Харис]].<ref>[http://www.islam.ru/book/export/html/645 Праведные халифы] // Islam.Ru</ref><ref name=autogenerated5 /> Рисаләт ингәндең тәүге 3 йылында Пәйғәмбәр дәғүәтте йәшерен алып бара, Мәккәлә бары 40 кешене иманға килтерә.[[Бәдр һуғышында]] инде 313 сәхәбә ҡатнаша. Мосолман ғалимы әл-Куртуби (вафаты 1071) китабында 2770 сәхәбә телгә алына. Мәккәне алғас,10 000-гә етә .<ref name=autogenerated4 />
 
Сәхәбәләр араһында мөһәжирҙәр (һижрәт яһаусылар) менән ансарҙар айырым урын тота - [[Ғәрәп хәлифәтендә ]] улар хәлиф һайлауға йоғонто яһай, юғары вазифаларҙы биләй<ref name="Исламист" />.
 
=== Хәдистәр ҡалдырған сәхәбәләр (мүҡсирун) ===
Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң сәхәбәләр бик күп хәдистәр ҡалдыра. Уларҙы бик ихтирам итәләр, IX быуатта яҙылған хәдисселәрҙең биографик һүҙлегендә әсхәбтәр иң абруйлы урында тора. Артабан бары тик сәхәбәләр тураһында биографик һүҙлектәр төҙөлә. Шулар араһынан иң әһәмиәтлеһе Аскалани тарафынан XV быуатта төҙөлгән, унда Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән шәхсән таныш булған 12 мең кеше исеме атала<ref name="Исламист" />.
Иң күп хәдистәр ҡалдырған сәхәбәләр:
31 юл:
* [[Абдуллаһ ибн Ғәббәс]] — 1660 хәдис.<ref name=autogenerated5 />
 
[[Шиғыйҙар]] сәхәбәләрҙе хакимлыҡты үҙ ҡулдарына алған [[Өмийәд]]тәргә булышсылар тип һанай. Шиғыйҙар был хәдистәрҙе танымай һәм үҙҙәренең имамдары һөйләгәнде генә ысынға ала<ref name="Исламист" />.
 
== Примечания ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Сәхәбәләр» битенән алынған