Ибраһим: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
35 юл:
=== Тәүратта (Иҫке Ғәһедтә) ===
[[Файл:Molnár Ábrahám kiköltözése 1850.jpg|230px|thumb|Ибраһимдың күсенеүе. [[Венгрия|венгр]] рәссамы [[Молнар, Йожеф|Йожеф Молнар]]картинаһы , [[1850]].]]
Ибраһимдың (Авраам) тормош юлы [[Быт.|Йәшәйеш (Йәш) китабында]] (Книга бытия) һүрәтләнгән ({{Тәүрат2|Йәш|11:26}}-{{Тәүрат2|Йәш|25:10}}).
 
Авраам (אַבְרָם) [[Шумер]]ҙағы [[Ур]] ҡалаһында б.э.т XXI—XX быуатта донъяға килгән (Тәүратта (Библияла) «Ур Касдим» — « халдей Уры»), көньяҡ [[Месопотамия|Месопотамиялағы]] иң боронғо һәм мөһим ҡалаларҙың береһе. Шунда ул ғаиләгә аҫрауға алынған ҡыҙға -[[Сарра|Сараға]] өйләнә ({{Тәүрат|Йәш|20:12}}. Аврам атаһы [[Фарра]] (Терах) Алланың ҡушыуы буйынса Ур ҡалаһынан балаларын алып [[Ханаан]]ға күсенә({{Тәүрат|Йәш|12:4}}). Юлда, [[Харран]] ҡалаһы янында,(Төнъяҡ Месопотамия) Фарра вафат була. Бынан һуң Аллаһ Аврамға Үҙе күрһәткән тарафҡа юл тоторға ҡуша. Аллаһ унан бөйөк халыҡ китәсәген хәбәр итә, Ибраһимды юғары күтәрәсәген, уның аша Ерҙәге һәммә кешелеккә рәхмәтен бирәсәген әйтә. Аврамға был ваҡытҡа 75 йәш тулған була, ҡатыны Сара, туғаны Лутты , ҡул аҫтында булған кешеләрен һәм милкен алып Харрандан сыға ла хананиҙар еренә күсенә. Аллаһ был ерҙәрҙе Аврамдың тоҡомдарына ҡалдырасағын вәғәҙә итә.Аллаһыға ҡорбан килтерер урындар ҡороп ҡалдырып, Аврам көньяҡҡа юл тота, әммә унда аслыҡ була, шуға күрә Мысырға барырға ҡарар итә. Сараның матурлығын күреп , уны алыр өсөн үлтереүҙәренән ҡурҡып, Аврам Мысырҙа Сараға һеңлеһе тип әйтергә ҡуша. Мысыр вельможалары ысынлап та Сараның сибәрлеген фирғәүенгә еткерәләр.Фирғәүен Сараны үҙенә ала, Аврам да шул арҡала мал, ҡолдар тотоп, етеш йәшәй. Әммә Аллаһ Сара өсөн фирғәүенгә һәм йортона ҡаза бирә. Фирғәүен Аврамды саҡырып ала ла, ниңә Сара -ҡатының икәнен әйтмәнең, тип һорай. Фирғәүен шунан һуң Аврамға туғандары, бар малы, мөлкәте менән китергә рөхсәт итә, уның кешеләре юлға оҙатып ҡуя ({{Тәүрат|Йәш|11}}-{{Тәүрат2|Йәш|12}}).
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ибраһим» битенән алынған