Фатима (Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
88 юл:
Португалияла Фотима тигән урын бар. Пиреней ярым утрауын ғәрәптәр яулап алып күсеп килгәс, 9-10 быуатта бер ҡыҙ рухы күренә, был рух Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы Фатима тип һанайҙар һәм ҡалаға ла атаманы ошо айҡанлы бирәләр.
 
==Рәсүл ҡыҙы Фатима - башҡорт халҡы рухиәтендәхәтерендә==
 
Кешелектең иң күркәм ғаиләһендә, ҡояштай нурлы атай-әсәйҙән донъяға килгән Фатима исеме халҡыбыҙҙа бик ҙурлана, ихтирам ителә. Ауыҙ - тел ижадында, им-томда Рәсүлебеҙҙең хәләл ефете Ғәйшәнең һәм ҡыҙы Фатиманың исемдәре ҡушып ҡулланыла һәм шифалы көскә эйә тип һанала. “Минең ҡулым түгел, Ғәйшә-Фатима ҡулы”, - тип баланы мунса индергәндә миндек менән сабыу, ауырыу ҡатын-ҡыҙҙы имләгәндә уларға һылтаныу йыш күҙәтелә.
142 юл:
Фатима раҙыйаллаһу ғәнһә атаһының вафатынан һуң Фәҙәк һәм Хәйбәр тип аталған хөрмәлектәрҙе мираҫлыҡҡа һорай. Әммә хәлиф булып ҡалған хәҙрәте Әбү Бәкер, хәҙискә таянып, кире яуап ҡайтара, сөнки Пәйғәмбәребеҙ, Аллаһ Рәсүлдәре үҙе артынан матди мираҫ ҡалдырмай һәм уларҙың бар мал-мөлкәте хәйер-саҙаҡа итеп таратыла, тип әйткән була.
 
Пәйғәмбәребеҙҙең күрәҙәләүе раҫҡа сыға – ярты йыл тигәндә егермегә лә етмәгән ҡыҙы Фатима ғаиләнән тәүге булып мәңгелеккә күсә, ә яҡты иҫтәлеге заман ахырынаса әһле мосолман донъяһын балҡытып йәшәргә ерҙә ҡала.
 
 
 
 
 
==Иҫкәрмәләр ==